+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
26 Октябрь 2018, 18:42

Быуаттар сылбыры өҙөлмәһен өсөн

Сентябрь! Фәриҙә Әминева өсөн ул һәр ваҡыт үҙенсәлекле ай.

Бала саҡта ул мәктәпте бик яратҡан һәм һәр ваҡыт шатланып яңы уҡыу йылын ҡаршылаған. Унан педагог булған, һәр сентябрь тулҡынландырғыс ваҡиғаға әүерелгән.

Үҙенсәлекле сентябрь

Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙы Октябрьскийҙан алыҫ түгел – Бишбүләк районында тыуған, ул да беҙҙең ҡала кеүек, күп милләтле. Ул нәҡ илле йыл элек тамамлаған Бикҡул һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә Хәсән Толомбаев директор була. БДУ тамамлаған йәш кеше ауыл мәктәбен етәкләй һәм башҡорт теле әҙәбиәтенән уҡыта. Өҫтәүенә, ул скрипкала, мандолинала, ҡурайҙа уйнай, балаларҙы башҡортса бейергә һәм йырларға өйрәтә. Ошо кеше мәҡәлә геройҙарының яҙмышын хәл итә лә инде. “Уның дәрестәре хәтергә уйылып ҡалды”, – ти Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙы. – “Был дәрестәрҙә алған белем миңә ғүмер буйы ярҙам итте: педучилищела, институтта уҡыған, эшләгән йылдарҙа, педагогия эшсәнлегендә һәм йәмәғәт эшендә”.

Хәсән Толомбаев үҙе, мәктәптә ун йыллап эшләп, фәнни эшсәнлек менән шөғөлләнә башлай, ул арҙаҡлы ғалим, кәмендә 150 фән-методика эше авторы, шул иҫәптән башҡорт теле буйынса дәреслектәр һәм программалар авторы.

Фәриҙә Әминева иһә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып китә.

Әминева ысын беренсе уҡытыусы: йомшаҡ, шул уҡ ваҡытта ныҡыш, сабыр, олпат, еңел, шаян (хатта үтә ауыр саҡтарҙа ла). Ул был һөнәрҙе бала саҡта һайлаған һәм үҙенең ҡарарына үкенмәгән, киреһенсә, уны йылдан-йыл нығыраҡ яратҡан. Бер нимәне лә үҙгәртергә уйламаған.

Әммә шулай ҙа үҙгәрештәр булған: ул башланғыс синыфтарҙан өлкәндәргә күскән. 4-се мәктәп нигеҙендә башҡорт гимназияһы ойошҡас, Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙына туған тел дәрестәре уҡытырға тәҡдим итәләр. Әминева рус телен генә түгел, башҡортса ла яҡшы белә. Шулай булмай ни, ул бит Хәсән Толомбаев уҡыусыһы. Әммә ул был дәрестәрҙе нәҡ уның дәреслектәре буйынса алып барасағын белдеме икән? Билдәһеҙ аҙымға ризалашыу шомло, яңы, ғәҙәттән тыш нимә. Әммә мәктәп директоры Римма Мофаззал ҡыҙы барыһы ла яҡшы буласағына ышана. Әминева ул дәүер өсөн яңы фәнгә тотона. Уҡытыу әҙәбиәте булмай, Өфөлә бөтә материал әҙерләнә генә. Дәрестәр өсөн дидактика нигеҙен үҙенә һайларға тура килә, таблица, схемаларҙы ла үҙе әҙерләй.

Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙы һәр саҡ ҡыҙыҡлы эш алымдары уйлап таба. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған йылдарҙа (ул дәүерҙә алдынғыларҙың береһе була) буласаҡ педагогтар рус һәм башҡорт теленең сағыштырмаса грамматикаһын өйрәнә. Уҡытыу курсын үҙаллы төҙөгәндә был бик ярҙам итә. Йылдар тырыш, ныҡыш хеҙмәт менән үтә. Башҡорт әҙәбиәтенә, фольклорға мөрәжәғәт итә, балалар хикәйәләр ижад итә, йомаҡтар, көләмәстәр уйлап таба, ҡала буйлап ситтән тороп сәйәхәткә сыға. Уларға “Күбәләк”, “Был минең бармаҡ” йыр-уйыны һәм башҡалар оҡшай. Һөйләм теле, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе мөһим һанай, шуға ла балалар тиҙәйткестәр ҡабатлай, ауыр әйтелгән ҡатлаулы өндәрҙе йырлап өйрәнә – шул рәүешле артикуляция нығытыла.

Бына һөҙөмтәһе: уның дәрестәре республика Мәғариф министрлығы методика йыйылмаһына ингән. Ул Өфө, Башҡортостандың башҡа ҡала һәм район педагогтары һәм методистары өсөн асыҡ дәрестәр үткәрә, уларҙың өсөһө Октябрьский ҡалаһының 50 йыллығына атап нәшер ителгән “Минең иң яҡшы дәрестәрем” Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әминева рус һәм башҡорт теле уҡытыусыларының “Мәктәптә дәүләт телдәре уҡытыуҙа яңы ҡараш” республика фән-тәжрибә конференцияһында ҡатнашып, үҙ тәжрибәһе тураһында доклад менән сығыш яһай. Башҡорт теле уҡытыусыларының халыҡ-ара кон-ференцияһында уҡытыусыһы Толомбаев ҡатнашлығында оҫталыҡ дәресе үткәрә. Уны Башҡортостан радиоһына саҡыралар, унда балалар менән сығыш яһай. Иң мөһиме – уҡыусылары йылдың йылында ҡала һәм төбәк олимпиадаларында еңеүселәр.

Башҡорт ғаиләһе

Ринад Дәүләткирәй улы һәр саҡ тормош иптәшенә ярҙам итә. Улар синыфташтар, ғүмер буйы бергә була. Дәрестәрҙә, бигерәк тә, асыҡ сараларҙа әкиәттәрҙе, уҡытыу материалын магнитофонға яҙҙырырға кәрәк булғанда, ире диктор вазифаһын үтәй: һөйләме лә дөрөҫ, тауышы ла йомшаҡ. Уның үҙенең педагогикаға мөнәсәбәте юҡ, ата-әсәһенә ярҙам итеү өсөн институтты ташларға тура килә. Юғары белем тураһында диплом алмаһа ла, ул юғары категориялы белгес. “Автоприбор”ҙа, һуңыраҡ “Альтернатива”ла фрезеровщик булып эшләй. Пенсияға сыҡҡас та эшен дауам итә, уны эшен ташламаҫҡа өгөтләйҙәр. Һаулығы ҡаҡшай башлағас ҡына һөнәрен ҡалдыра.

Әминевтар ғаиләһендә балалары башҡортса яҡшы һөйләшә. Улы Азат өләсәһенән өйрәнгән, ҡыҙҙары Резеда телде әсәһе эшләгән мәктәптә үҙләштергән. Ейәнсәрҙәре өйҙә ике телде ишетеп үҫә. Тимур беренсе синыфҡа төшкән, башҡортса һөйләшергә ояла. Ләкин әсәһе менән өләсәһе башҡортса һөйләшеп алырға уйлаһа, унан йәшерермен тимә, барыһын да аңлай.

Ғаиләлә милли аштарҙы яраталар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанлап, олоно оло, кесене кесе итеп, ихтирам итеп йәшәйҙәр. Улар барыһы ла замана кешеләре, фатирҙары ла яңы төбәктәге заманса йортта, әммә бында боронғо йорттарҙың рухы ҡалған. Башҡорт рухы йәшәй бында.

Яҙыуы матур

Оҙаҡламай республика юбилейын – уның ойошоуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Хәҙерге Башҡортостандың быуатлыҡ та-
рихына Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙыла лайыҡ өлөш индергән. Уҡытыу-сы булараҡ, ул утыҙ йылда баш-ҡорттарҙың халыҡ ауыҙ-тел ижады әҙәбиәте, йолалары йәшәһен өсөн бик күп эш башҡарған. Уҡыусылар уларҙы өйрәнһен, һаҡлаһын, балаларына тапшырһын, быуындар сылбыры өҙөлмәһен өсөн тырышҡан. Бынан тыш, егерме йыл самаһы ул ҡоролтайҙың ҡала бүлексәһе ағзаһы. Ул ошо ойошманың алыштырғыһыҙ сәркәтибе, барлыҡ ултырыш, сараларҙа ҡатнаша, ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Ул был эште еренә еткереп башҡара.

Йәмәғәт селтәренә күҙ һалыу ҙа етә. Әммә яҙыуға һәм уны уҡыя-саҡ кешегә ихтирам – боронғолоҡ билдәһе түгел. Ғалимдәр һү-ҙенә ҡарағанда, каллиграфия кешенең психикаһына ыңғай тәьҫир итә, ҡулдарҙың нескә мускулдарын үҫтерә, уның менән шөғөлләнеп, баш мейенең маңлай өлөшөнә тәьҫир итергә, юйылған хәрәкәт эшсәнлеген тергеҙергә була... Бәлки, кем өсөндөр был ысынлап та ярҙам һәм ҡотҡарыу сараһылыр. Беҙ яҙыуына ҡарап, кеше тураһында фекер йөрөтөп булыуын беләбеҙ. Яҙыуы ниндәй – холҡо шундай, тиҙәр. “БР Мәғариф алдынғыһы” Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙының иһә яҙыуы тигеҙ ышаныслы, бөхтә. Уны ентекле тип әйтергә булыр ине. Уның һәм ата-бабаларының холҡо кеүек.

Читайте нас: