+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
15 Октябрь 2018, 19:34

Әминә Шафиҡова: "Маҡсатлы программаларҙа ҡатнашайыҡ"

Сентябрь башында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Баҡалы районында күсмә ҡабул итеү үткәрҙе.

Сентябрь башында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Баҡалы районында күсмә ҡабул итеү үткәрҙе. Проблемалар тураһында һөйләргә һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә биш кеше килде.

Унан һуң ведомство башлығы мәҙәниәт учреждениеларында булды. Райондың Мәҙәниәт һарайында тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән ҡыҙыҡһынып танышты. Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Г. Мөхәмәҙиәрова район үҙәк һәм балалар китапханаларына экскурсия үткәрҙе. Әминә Ивний ҡыҙы фондтарҙың тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте менән тулыланыуы, интернетҡа тоташҡан ҡулланыусылар һаны, район Мәҙәниәт һарайының матди-техник базаһы менән ҡыҙыҡһынды. Һорауҙарға ентекле яуап бирҙе.

Ә. Шафиҡова Балалар сәнғәт мәктәбендә һәм яҙыусы-драматург Нәжиб Асанбаевтың тыуған ауылы Ахманда урынлашҡан Н.Асанбаев һәм Д.Мурзин исемендәге музейҙа һәм моделле китапханала, Иҫке Маты ауыл мәҙәниәт йортонда булды.

Әминә Ивний ҡыҙы райондың мәҙәниәт учреждениеларының ҡәнәғәтләнерлек то-
рошта булыуын билдәләне һәм район хакимиәте башлығы А. Андреевҡа был өлкәгә ҙур иғтибар йүнәлтеүе өсөн рәхмәтен еткерҙе. Министр баҡалыларға федераль һәм республика маҡсатлы программаларында әүҙемерәк ҡатнашырға, конкурстарҙа еңергә, шулар ярҙамында мәҙәниәт учреждениеларына ремонт эштәре үткәреү һәм уларҙың матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡса йәлеп итергә кәңәш итте.

Читайте нас: