Барыһының да кәйефен күтәреү-се күңелле уйындар сараның төп геройҙары ине. Байрам бала-сағалар ҡатнашлығында, улар сәләмләүендә дәррәү башланды. Тамашасыларҙы ла “ҡыҙҙырыу” ниәтенән китапханасы “Мине ең!” исеме аҫтында ҡыҙыҡлы ярыш ойошторҙо, унда ҡатнашыусылар бер-береһе менән ярышты.
Бала-саға иһә бөтә уйындарҙа
һәм ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаш-ты. “Ел һәм ҡояш”, “Айыуҙар уянды”, “Тейендәр” тигән яңы уйындар ҙа ойошторолдо. Сара бик күңелле һәм сағыу үтте.
Аҙаҡтан күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
* * *
Бөтә Донъя киттар һәм дельфиндар көнөнә арнап, Серафим ауылы китапханаһы киттар һәм дельфиндар тураһында риүәйәттәр һәм легендалар аукционы ойошторҙо.
Китапханасы әйтеүенсә, был сара киттар һәм дельфиндарҙы яҡлау ниәтенән йыл да үткәрелә.Сөнки был диңгеҙ хайуандары беҙҙең планетала бик аҙ ҡалған.
Йәш “аукционерҙар” “Диңгеҙ йомаҡтары” конкурсы барышында төрлө ҡыҙыҡлы риүәйәттәр, киттар һәм дельфиндар хаҡында хәлдәр тыңланы. Мәҫәлән, боронғо славяндар иҫәпләүенсә, беҙҙең Ер өс ҙур китта урынлашҡан, ә боронғо гректар дельфинға әйләнгән Аполлондың Боронғо Грецияның аллаһы, тап ул моряктарҙың кораблен ҡотҡарған тип раҫлаған. Һәм иң ҙур киттар мыйыҡлы һәм оло тешле, ә аҡыллы дельфиндар ғаиләләре менән йәшәй икән.
Балалар ошо иҫ киткес ҡыҙыҡ хайуандар, уларҙың төрҙәре, килеп сығыштары хаҡында видеороликтан белде.
Кескәйҙәр “Ҡыҙ һәм дельфин” исемле йәнһүрәт ҡарап кинәнде. Ул бәләкәй ҡыҙ менән дельфиндың иҫ киткес дуҫлығы хаҡында. Аҙаҡтан барыһы ла бергә киттар араһында иң оло һаналған зәңгәр кит менән фотоға төштө.
* * *
Серафим ауылы балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Ихатаға уйнарға сыҡ!” исеме аҫтында сара ойошторҙо.
Йәй – саф һауала уйындар ойоштороу өсөн уңай мәл. Китапханасылар, балалар уйындарын яҡындан белеү ниәтенән, мәктәп алды майҙансығына уйнарға балаларҙы, йәш китап уҡыусыларын йыйҙы. “Ихатаға уйнарға сыҡ!”, “СССР халыҡтары уйындары”, “Онотолған уйындарҙы иҫлә” исемле йыйынтыҡтарҙы байҡау балаларға онотолоп барған уйындар хаҡында белеү, уларҙы уйнарға өйрәнеү өсөн ҡулай булды. Хәрәкәтле уйындар һаулыҡ өсөн бик файҙалы, улар шулай уҡ ҡыйыулыҡ, ниәткә ынтылыш, еңеллек тә тәрбиәләй. Балалар “Эҫе картуф”, “Алтын ҡапҡа” кеүек халыҡ уйындарын да уйнаны.
* * *
Йәй буйына һәр шишәмбе һәм йома сәғәт көндөҙгө өстән бишкә тиклем ҡала паркында китапханасылар йәйге китап уҡыусылар залының өҫтәлен ҡора. Паркта ял итеүсе ҡала халҡы балалары менән бергә үҙҙәре-нә оҡшаған китапты уҡыу, ҡыҙыҡ-лы журналдарҙы аҡтарыу, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап-ты энциклопедияларҙан табыу мөмкинлегенә эйә. Йәшел яланда, асыҡ һауала уҡыу күңелле генә түгел, ә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, шул уҡ ваҡытта уңайлы ла.
Китапханасылар китап уҡыусы-лар менән һәр төрлө темаларға әңгәмәләр, уйындар һәм акциялар ойоштора. Мәҫәлән, Бөтә донъя Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә “Тәбиғәт беҙҙең ярҙамды көтә” темаһына экологик уйланыуҙар ойошторолдо, тәбиғәт тураһында яҙған яҙыусыларҙы ла иҫкә төшөрҙөләр. “Пушкинды бергәләп уҡыйбыҙ” Төбәк-ара акция сиктәрендә
А. Пушкиндың әҫәрҙәре буйлап сәйәхәт ойошторолдо, шиғырҙар уҡылды. Пушкин шиғырҙарынан теҙмә таратылды, викторина һорауҙарына яуаптар табылды. Балалар футбол буйынса Донъя чемпионаты көндәрендә “Рәсәй – алға! Футбол беҙҙе саҡыра!” девизы аҫтында спорт круизында ҡатнашты, спортҡа ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап бирҙе, айыҡ тормош хаҡында йомаҡтар систе, шулай уҡ футбол хаҡында китаптар менән танышты. Ә балалар яҙыусыһы Владимир Сутеевтың юбилейына балаларҙы “Буяуҙар әкиәтте тергеҙһен!” тигән уҡыу майҙансығы көтә ине. “Әкиәт иле” әҙәби йәшенмәгендә уйнап, балалар үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте: әҙәби геройҙар хаҡында йомаҡтар систе, уҡылған өҙөктәрҙән әкиәттәрҙе таныны, рус халыҡ, сит ил әкиәттәрен иҫкә төшөрҙө.
Асыҡ һауала ҡыҙыҡлы китап һәм журналдар уҡыу менән тәьҫирләнергә, шулай уҡ уйындарҙа, әҙәби викториналарҙа ҡатнашырға ашығығыҙ!