+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
4 Октябрь 2018, 14:06

Исеме – нефть-газ сығарыу идаралығы тарихында

Кешеләр төрлө-төрлө, әммә күпселек октябрьскийлыларҙың биографияһында ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар.

Кешеләр төрлө-төрлө, әммә күпселек октябрьскийлыларҙың биографияһында ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар. Был тирә-йүндәге ауылдарҙан сығыусылар, ахыр сиктә улар ҡала халҡына әүерелеп, тормошта танылыу һәм хөрмәт яулаған.

Үҫеш әүҙемлеге

Нурфаяз Ғабдрахманов 1948 йылдың 5 авгусында Туймазы районы Муллаҡамыш ауылында башҡорт ғаиләһендә донъяға ауаз һалған. Һуғыштан һуңғы йылдар, ишле крәҫтиән ғаиләһе. Еңеү залптары саҡ тынырға өлгәшкән, әммә халыҡҡа барыбер ауыр. Аслыҡ, яланғаслыҡ хакимлек итә. Һуғыштан һуң тормош тағы ла ауырлашты тиҙәр күптәр. Емереклек, күп һанлы юғалтыуҙар бөтә халыҡ иңенә төшә. Ҡайһы берәүҙәр ғаиләләре менән икмәккә бай Ташкентҡа һәм Урта Азияның башҡа йылы ҡалаларына күсеп китте. Әммә күпселек ерле халыҡ өйҙә ҡалыуҙы һәм бар көсөнә эшләүҙе хуп күрҙе. Үҙен һәм бала-сағаһын туйҙырырға тырышты. Ғабдрахмановтар ғаиләһендә лә шулай булды.

Үҙенең хеҙмәт юлын Нурфаяз Хәбибрахман улы 1969 йылда Туймазы медицина быялаһы заводында башлай. Ҡораллы көстәр сафтарында хеҙмәтен тултырғас, 1971 йылда тыуған яҡтарына ҡайта һәм “Октябрьскнефть” нефть-газ сығарыу идаралығына эшкә урынлаша.

Ғабдрахманов әүҙем була һәм хеҙмәт баҫҡысы буйынса үрләй: мастер ярҙамсыһы, унан һуң скважиналарға ер аҫты ремонты мастерына әүерелә. Һуңыраҡ уға тағы ла яуаплыраҡ вазифа йөкмәтелә: скважиналарға ер аҫты ремонты өлкән инженеры була. Оҙаҡламай уның кандидатураһын скважиналарға ентекле һәм ер аҫты ремонты цехы начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәҡдим итәләр. 1986 йылда инде ул ошо цехҡа етәкселек итә, НГДУ-ла ул мөһим тармаҡтың береһе иҫәпләнә.

1994 йылдан Нурфаяз Хәбибрах-ман улы “Туймазынефть” нефть-газ сығарыу аппаратына күсә, баш инженер булып эшләй башлай. Биш йылдан һуң ошо арҙаҡлы орденлы коллективты етәкләй. Баш инженер, һуңыраҡ беренсе етәксе булараҡ, ул нефть һәм газ промыселдары, сығанаҡтарҙы эҙләү-әҙерләү һәм файҙаланыу машиналары һәм йыһаздары ише төп нефть белгеслектәрен белергә тейеш була.

90-сы йылдар НГДУ өсөн ҡатмарлы һәм көсөргәнешле була. Насос станциялары, нефть әҙерләү ҡоролмалары бермә-бер кәметелә. Татарстан Республикаһында урын-лашҡан 5-се УКПН-нан китергә тура килә. Дәүләкән сығанағында күп эш башҡарыла. Был осор тармаҡта барған даими үҙгәрештәр менән дә ҡатмарлана. “Башнефть” компанияһы системаһындағы “Туймазынефть” идаралығы начальнигы әле “Туймазынефть” НГДУ директорына әүерелә, унан йәнә начальникка ҡайтарыла, хәҙер иһә “Башнефть-Уфа” “Башнефть” АНК йәмғиәте филиалы – Туймазынефть һәм газ сығарыу идаралығында. Хеҙмәт кенәгәһендә яҙмалар бер туҡтауһыҙ үҙгәрә, хәйер Ғабдрахманов элеккесә үҙ вазифаһында ҡала, үҙ бурыстарын үтәй.

НГДУ ул ваҡытта ҡала бюджетын тәьмин итеүсе предприятие була, Октябрьский тормошонда ҙур урын биләй, төрлө өлкәләрҙә шефлыҡ ярҙамы күрһәтә. Нурфаяз Хәбибрахман улы республика юғарылығында ла әһәмиәтле шәхескә әүерелә. 2001 йылда “Башнефть” компанияһы акционерҙарының дөйөм йыйылышында ул компания директорҙары Советы рәйесе итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты була.

Үҙгәртеп ҡороу заманында сит ил компаниялары менән хеҙмәттәшлек башлана. Ошо йылдарҙа Ғабдрах-манов, Башҡортостандың башҡа нефтселәре менән бергә, бер нисә тапҡыр сит илдә эш сәфәрендә булып ҡайта – Канадала, Америка Ҡушма Штаттарында, Германияла... Ошо дәүерҙә Нурфаяз Хәбибрахман улы кандидатлыҡ диссертацияһын, биш йылдан һуң докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, техника фәндәре докторы, Өфө дәүләт нефть-техника университеты профессоры була.

Халыҡ-ара кеше һәм тәбиғәт хәүефһеҙлеге экологияһы фән-дәре академияһы академигы дә-рәжәһенә эйә була. Уға “Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Рес-публикаһының атҡаҙанған нефтсе-һе” тигән маҡтаулы дәүләт исемдә-ре бирелгән, ул Башҡортостан Республикаһы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.

Яңы офоҡтар

2007 йылдан Ғабдрахманов “ТуймазыНИПИнефть” йәмғиәтендә эш-ләй, уның төп эшсәнлек йүнәлеше – нефть һәм тәбиғи газ сығарыу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү. Хәҙер ул был компанияла кәңәшсе вазифа-һын үтәй.

Ғаиләһе Нурфаяз Хәбибрахман улының – төп терәге. Тормош иптәше Миңлегөл Хәйретдин ҡыҙы – медицина хеҙмәткәре, заманында ҡала дауаханаһының неврология бүлексәһендә эшләгән. Ҡыҙы Лариса атаһы юлын һайлаған, нефтсе. Ул “Башнефть” компанияһында һәм идаралыҡта үткәрелгән йәш белгестәр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша. Инженер кадрҙарына ҙур иғтибар бүленә, фәнни эш менән шөғөлләнеүселәр хуплана. Шундай йәш белгестәр иҫәбендә нефтселәр нәҫеле вәкиле, Ларисаның ире –
Александр Усовты ла телгә алмай китеү дөрөҫ булмаҫ. Ғаб-драхмановтарҙың ейәнсәрҙәре буй етеп килә: Алина менән Динислам. Тимәк, тормош дауам итә, йәш быуынға яңы офоҡтар асыла.

* * *

Нурфаяз Хәбибрахман улы менән эшләгән йылдарын һағынып иҫкә алыусылар ҙа байтаҡ.

Ҡаланың һуғыш, һәм Ҡораллы көстәр ветерандары комитетын етәкләгән Мәсғүт Ғәлләмов иҫкә ала:

– Нурфаяз Хәбибрахман улы ветерандарға ярҙам күрһәтә, беҙҙең советҡа ла йыш килә, уны ҙур хөрмәт менән ҡаршылайҙар. Ул нефть-газ сығарыу идаралығында эшләгән ваҡытта пенсионер-нефтселәр өсөн бик күп эштәр башҡарҙы. Етәксе булараҡ, белгестәргә иғтибарлы-ихтирамлы була белде. Теге йәки был мәсьәләне тикшерергә, эшкә ҡағылышлы теге йәки был ҡарарҙы ҡабул итергә тәҡдим итһәм, диҡҡәт менән тыңлар, аңлар, шунда уҡ һорауҙың асылын күреп тә алыр. Эшлекле тәҡдимдәрҙең файҙаға буласағы, кәңәштәр ҡулланыласағы шунда уҡ күренә ине. Мин быны бик мөһим сифат тип иҫәпләйем.

Ҡаланың маҡтаулы кешеһе, педагог Рима Мофазалова, нефть тармағына бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Юбиляр менән нимә бәйләй һуң уларҙы?

Рима Риза ҡыҙы һөйләй:

Мине 4-се мәктәп директоры итеп тәғәйенләгәндә илебеҙ ауыр заманалар кисерә ине. Мәктәпкә ремонт талап ителде. Мин Нурфаяз Хәбибрахман улына мөрәжәғәт иттем. Ул үтенесемде тыңланы, асыҡлыҡтар кертте. Оҙаҡламай эш башланды. Мин уның өсөн тормошта төп ҡәғиҙә вәғәҙә яуҙырыу булмауын, эште башҡарыу икәнен аңланым. Ул был эште берәр белгескә йөкмәтеп, онота ла алыр ине. Әммә етәксе даими рәүештә мәктәпкә килеп, эш барышын күҙ уңында тотто. Уның эшкә бындай ҡарашы оҡшай ине. Тап шуға күрә уртаҡ эшсәнлегебеҙ тураһында бары тик яҡшы хәтирәләр һаҡланған күңелемдә. Ремонттан һуң ул башҡорт теле кабинетын йыһазларға ярҙам итте – һуңынан ул октябрьскийлыларҙың ғына түгел, республиканың ҡунаҡҡа килгән күренекле яҙыусылары, артистары, музыканттарының кү-ңелен яуланы. Беҙҙең үтенес буйынса Октябрьскийға балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтергә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ар-
тисы, Башҡортостан Республика-һының халыҡ артисы, ҡурайсы Азат Айытҡолов килгәс тә ярҙам ҡулы һуҙҙы шефыбыҙ. Ул балалар өсөн йөҙ ҡурай һатып алды. Азат Айытҡолов дәрестәр алып барҙы һәм беҙ шул рәүешле мәктәптең һәм ҡаланың ғорурлығына әүерелгән ансамбль ойошторҙоҡ. Мәктәптә яңы мебель, матур люстралар, техника яңылыҡтары, атап әйткәндә, төҫлө телевизорҙар барлыҡҡа килде. Нефтселәрҙең шундай әүҙем шефлыҡ ярҙамы менән мәктәп оҙаҡламай яңы үҫеш дәрәжәһенә күсеүгә әҙерләнә башланы. Уның нигеҙендә башҡорт гимназияһы ойоштороу бурысы ҡуйылды. Ахыр сиктә был пландар тормошҡа ашырылды.

– Әммә Нурфаяз Хәбибрахман улы техника ярҙамы менән генә сикләнмәне. Ул башҡалар эшләмәгәнде эшләне: бөтә уҡы-тыусылар өсөн “Берёзка” профилакторийына юлламалар бүлде. Өс йыл дауамында беҙҙең педагогтар икешәр аҙна ял итте, тикшеренеү үтте, дауаланды. Бындай ваҡиғаны оноторлоҡ түгел! Нурфаяз Хәбиб-рахман улы БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайға һайланғанда, мин уның үтенесе буйынса, ышаныслы кешеһенә әүерелдем. Бөтә Мулла, Нарыш, Московканы урап сығып, халыҡ менән аралаштым. Кешеләрҙән бик йыш Ғабдрахманов исеменә йылы һүҙҙәр ишеттем. Берәүҙәр уның газ үткәрергә булышыуы, икенселәре һыу үткәреүҙә, өсөнсөләре бесән осоронда машина менән ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Баҡһаң, ул был үтенестәр-ҙе күҙ уңында тотҡан, йәки бер аҙҙан башҡарылыуын тикшергән.

Мин Ғабдрахмановты етәксе, шеф, игелекле кеше булараҡ та беләм. Шуға күрә Нурфаяз Хәбибрахман улын ихтирам итәм, ҡылған игелектәре өсөн рәхмәт белдерәм, ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайым! Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә сәләмәтлек, именлек теләйем.


Был битте Светлана Ғүмәрова әҙерләне.


Читайте нас: