+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
4 Октябрь 2018, 14:13

Ауыл халҡының күңелен һуғарыусы…

Китапханасы. Бәғзе берәүҙәр өсөн ул йылы бүлмәлә кемгәлер китап биреп, икенселәренекен ҡабул итеп, шуны махсус кенәгәгә теркәп ултырған тыныс ҡына эш кеүек тойола.

Китапханасы. Бәғзе берәүҙәр өсөн ул йылы бүлмәлә кемгәлер китап биреп, икенселәренекен ҡабул итеп, шуны махсус кенәгәгә теркәп ултырған тыныс ҡына эш кеүек тойола. Кемдер өсөн, бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә Вәсилә Фәррәхова (фотола) өсөн хас сифат түгел был. Китапты яратыуҙан тыш халыҡ менән бәйләнеш булдыра, ихлас аралаша белеү мөһим.

Әлбиттә, кешегә ниндәйҙер әҫәр тәҡдим итерҙән алда үҙең дә, һәр яңы баҫманы белеп, танышып барырға, белемле булырға тейешһең. Тап ошо сифаттары менән алсаҡ ханым бөгөн китапхананы ауыл халҡы йыйылып һөйләшер, уҡыған китабы хаҡында фекер алышыр мәҙәни усаҡҡа әүерелдергән. Балаларҙың мыш-мыш килеп китап һайлауын, уҡыусыға холоҡ-фиғеленә тап килгән баҫма эҙләп биреү, шунан ҡыуаныс табыу – барлыҡ китапханасылар өсөн дә хас сифаттыр.

– Халыҡ ихлас йөрөй, – ти китапханасы. Ауыл китапханалары балаларҙы, йәштәрҙе, урта һәм оло йәштәгеләрҙе берләштереүсе мәҙәни үҙәк ролен уйнай.

Вәсилә 1968 йылдың 8 июлендә Ерекле ауылында Алтынсәс һәм Мирхәт Ғәниевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Аталары – колхозда төрлө эштә, әсәләре – һауынсы булып пенсия йәшенә еткәнсе хеҙмәт итә.

Тормош һынауҙары, оло юғалтыуҙар аша үтә ул. Иң яҡын, ғәзиз кешеләрен юғалтыуҙар уны көслө булырға өндәй. Бәләкәйҙән “Китап ене ҡағылған” Вәсилә Ерекле китапханаһының барлыҡ китаптарын уҡып бөтә тиһәң бер ҙә яңылыш булмаҫтыр. Бала сағынан китапханасыларға ҙур ихтирам менән ҡараған Вәсилә киләсәк һөнәрен дә ошо хеҙмәткә бәйләй.

Эшен йәне-тәне менән яратып, 30 йыл ғүмерен мәҙәниәт һәм китапхана өлкәһенә бағышлаған Вәсилә Мирхәт ҡыҙы был белем шишмәһенең утын һүндермәй һаҡлап килә. Китапханала үтәһе барлыҡ сараларҙы йәнле, фәһемле итеп ойоштороу өсөн күңел йылы-һын, көсөн, белемен ҡыҙғанмай ул.

Йәй. Мәктәптәр бушап ҡалған. Бар халыҡ йәйге мәшәҡәттәр менән йәшәй. Бер ҡараһаң, был осорҙа китапханала ваҡытлыса тынлыҡ булырға тейеш кеүек. Ә Ҡыр Теләүлелә улай түгел. Бында һәр ваҡыттағыса йәнле, күңелле. Кемдер ҡыштырҙата-ҡыштырҙата яңы гәзит-журналдар уҡый, икенселәр күңеленә ятышлы китап эҙләй. Барыһы ла Вәсиләнең иң яҡын дуҫтарына әүерелгән. Үҙ эшен яратып башҡарғаны, уҡыусыларын ихтирам иткәне өсөн башланғыс класс уҡыусылары “Иң яратҡан китаханасыбыҙ” тигән яҙыу ҙа бирәләр. Әлбиттә, ул китапханасы өсөн иң ҙур баһа.

Эйе, китап белем шишмәһе булһа, китапханасы шул шишмәнең асҡысы. Ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан шишмәләр ерҙең һәм кешеләрҙең һыуһынын ҡандырып аҡҡан һымаҡ, китапханасылар ҙа үҙҙәренең ябай, әммә кәрәкле хеҙмәте менән халҡыбыҙҙың күңелен һуғара, байыта. Шаран районы китапханалар селтәренең Ҡыр Теләүле ауылы төбәге китапханаһы ла тынғыһыҙ тормошта ҡайнап йәшәй бөгөн. Кешеләрҙе матурлыҡ аша тәрбиәләү маҡсатында китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында төрлө кисәләр, осрашыуҙар, конкурстар йыш үткәрелә.

Ҡыр Теләүле ауыл китапханаһы китапханасыһы Вәсилә Фәррәхова китапханасы булып хеҙмәт юлын 1990 йылда башлай. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, район китапханалар селтәре дирекцияһы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Бөгөн китапханасы хеҙмәтенән тыш Вәсилә Мирхәт ҡыҙы ауыл Советы депутаты ла.

Шулай уҡ китапханасының намыҫлы хеҙмәте мәҙәниәт бүлеге һәм үҙәк район китапханаһы тарафынан әленән-әле баһаланып тора. Эшен яратып башҡарған хеҙмәткәр өйөндә уңған хужабикә, тормош иптәше Рәзиф менән иҫ киткес матур тормош алып бара.

– Рәзифкә сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти Вәсилә. – Уның ярҙамы менән Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһында ситтән тороп белем алдым, ул яҡтан тылым ныҡ булды, – ти ул.

«Һөйләһә – теленән килә, эшләһә – ҡулынан килә» тиҙәр уның кеүектәр тураһында. Ауылдаштары араһында ябайлығы, эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы менән хөрмәт яулаған Вәсилә. Донъяһы ла гөл кеүек күркәм. Тормош юлдашына – һөйөклө ҡатын, балаларына – хәстәрлекле әсәй, ҡайны-ҡәйнәһенә – уңған килен, ейәндәренә – иң яратҡан өләсәй ҙә булып өлгөргән дәртле, һылыу Вәсилә апай кеүек гүзәл ханымдар – ауылдарҙың йәме лә, ҡото ла.

Вәсилә менән ныҡлап танышып, яҡындан аралашып китеүебеҙ 2011 йыл минең мәктәптән китапханаға килеп эшләй башлауым менән башланды. Әлбиттә, мин был эштең нескәлектәренә, төп асылына тиҙ генә төшөнөп бөтмәнем. Бына шул саҡ һәр ауыр минуттарҙа уға, йә иһә башҡа стажлы, үҙ эштәренең оҫтаһы булған китапханасыларға мөрәжәғәт итергә тура килде. Һәр саҡ ваҡыт табып, тыныс ҡына аңлата ул килеп тыуған һорауҙары. Мин Вәсиләгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Ошо көндәрҙә ул үҙенең алтындарға тиң матур юбилейын билдәләне. Ысын күңелдән теләктәремдең иң-иңдәрен генә теләп, артабанғы юлдарға күсәм: киләсәктә кү-ңелегеҙҙә ижади, илһамлы хеҙмәт ҡомары һүрелмәһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм балалар ҡыуанысында бәрәкәтле ғүмер, киләсәктә уңыштар юлдаш булыуын, бөтә уй-хыялдарығыҙҙың бойомға ашыуын теләйем.

Читайте нас: