+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
14 Сентябрь 2018, 14:07

Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ

Һөнәрем буйынса тел белгесе булмаһам да, үҙ телемде һаҡлауға битараф ҡала алмайым. Үҙеңдән тыуған бала үҙ телебеҙҙә ғаиләлә булһа ла һөйләшергә тейеш тип аңларға кәрәктер.

Сәләмәт бала донъяға килгән көнөнән үк тел-өндәр ишетә һәм аҡрынлап мейеһенә һеңдерә башлай. Шуның өсөн беренсе ишетелгән өндәр тик әсә телендә булһа ғына файҙалы. Беренсе көндәрҙән үк балаға үҙ телебеҙҙә һөйөү-наҙлау һүҙҙәре әйтә, бишек йырҙары йырлай башлайбыҙ бит!

Бала үҙ теленең яңғырашын яратып таный башлай, һөйөнә, йылмая. 3 йәшкә инде баланың теле асыла, ә уның тик туған телендәге “атай-әсәй”, “апай-ағай”, “олатай-өләсәй” һ.б. һүҙҙәр менән асылыуы һөйөнөслө.

Ғаиләлә туған телдә яҙылған йырҙарҙы, әкиәт-хикәйәләрҙе, мәҡәл-әйтемдәрҙе, тапҡыр һүҙҙәр, йомаҡтарҙы ғүмер буйы хәтерҙә ҡалдырырлыҡ итеп һөйләргә, ишеттерергә кәрәк. Үҙ телеңде ныҡлап белмәһәң, сит телдәрҙе лә өйрәнеп булмаясаҡ. Туған телендә йырламаған, туған моңдо аңламаған, туған телен белмәгән кеше – халҡының да күңелен аңламаған кеше, ул халҡының киләсәген дә аңлай алмай. Туған телебеҙгә үҙ ғаиләһендә лә тейешле мөхәббәт тәрбиәләмәйәсәк, тәрбиәнең башҡа яҡтары ла тулы булмаясаҡ.

Ата-әсәнең балаға беренсе бүләге ғүмер биреү булһа, унан һуң дөрөҫ тәрбиә әсә телендә булырға тейеш, тип яҙалар белгестәр. Һәр телдең үҙ матурлығы, бөйөклөгө, йәме, ҡәҙере бар.

Туған тел – ул тойғо-хистәр теле, моң теле. Туған телдә һөйләшеп кенә туғанлыҡты яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап шатлыҡ кисерәбеҙ, ҡайғыны таратабыҙ, күңелдәрҙе сафлайбыҙ. Ә бит күңел саф булһа ғына, кеше сәләмәт була ала. Һәр кеше үҙ теленең яңғырашын, матурлығын һиҙһен, туған телде ишетеү яҡшы музыкаға ҡарағанда ла матурыраҡ тойолһон, шунда ғына ул үҙен бәхетле тоясаҡ.

Тыуған иленән, туған теленән айырылған кеше халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең рухи байлығынан да мәхрүм ҡала, күпте юғалта. Ә рухи байлыҡ урыны буш булған кеше бер нимәлә лә бәхетле була алмай. Туған тел ул камил иман, тәүфиҡ нигеҙе лә булып тора. Ҡөрьәндә лә “ҡайҙа иман, тәүфиҡ көслө була, аҡыл-бәхет шунда”, – тип яҙылған.

Атай-әсәйҙәр өсөн балалары-быҙҙың үҙ телебеҙҙә “атайым, әсәйем”, тип әйткән һүҙҙәре нисек матур ҙа, ҡәҙерле лә! Туған телебеҙҙе һаҡлау милләтебеҙҙе һаҡлау булһа, милләтте һаҡлау – ул республикабыҙҙы һаҡлау, уны яратыу, үҫтереү тип аңлайбыҙ.

Читайте нас: