«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә ойошторолған милли кейем парады быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарыла һәм хәҙер ул Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен бергә йыя. Конгресс-холл алдындағы төҫтәрҙән күҙ ҡамаша, бында милли костюмдарҙың төрлөһө бар – быуындан-быуынға изге аманат итеп тапшырылып, ҡиммәтле таштар менән биҙәлгәндәре лә, заманса стилләштереп тегелгәндәре лә. Һәр төбәктең кейеме үҙенә генә хас биҙәктәре, төҫтәре менән айырылып тора.
Быйыл бында 1192 кеше милли костюмда килгән. Иң йәш ҡатнашыусы тип ике йәшлек Рамаҙан исемле малай танылды. Ул парадта башҡорт милли костюмында ҡатнашты.
“Был – иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға, иҫтә ҡалырлыҡ рекорд. Миңә күп рекордтарҙы күрергә тура килде, әммә бөгөнгө ваҡиғаны ейәндәргә лә һөйләргә мөмкин буласаҡ”, – тип белдерҙе “Рәсәй рекордтар китабы” баш мөхәррире Станислав Коненко.
Әйткәндәй, “Рекорд ҡуйырға килгән 1192 кеше араһында беҙ ҙә булыуыбыҙ менән шатбыҙ һәм унда ҡатнашыубыҙ менән ғорурланабыҙ”, – ти парадта ҡатнашҡан Ҡәнзәфәр бей исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре.