Экология сараһында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Үҙең менән ҡағыҙ, ҡатырға ҡаптар, быяла банкылар һәм шешәләр, һөт, газировка, һыуҙан һәм башҡа эсемлектәрҙән бушаған пэт-шешәләр, көнкүреш химияһы һауыттары, алюмин банкылар килтерергә кәрәк ине. Октябрьскийлыларға икенсел сеймалды контейнерҙарға тултырырға Ксения һәм алты ирекмән ярҙам итте. Улар шулай уҡ сүпте айырым туплауҙы нимәнән башларға, ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа тапшырырға кәрәклеген ентекләп аңлатҡан буклеттар таратты. Ябай ғына ҡағиҙәләр, юғиһә. Беренсе сиратта хәүефле ҡалдыҡтарҙы айырыу зарур: батареялар, люминесцент лампалар, электр-көнкүреш техникаһы. Уларҙы сүплеккә сығарырға ярамай, сөнки тупраҡҡа зыяны ҙур.
Артабан ябай ҡалдыҡтарҙы айырырға кәрәк, мәҫәлән, макулатураны эргәләге үҙәккә тапшырырға, пластикты стационар контейнерға сығарырға була. Икенсел сеймал туплау өсөн бер һауыт (контейнер, силәк, тартма, тоҡсай) етә. Ваҡ һәм хәүефле ҡалдыҡтарҙы (батарея һәм лампа) айырым йыйығыҙ һәм балалар ала алмаған урында һаҡлағыҙ.
Ҡала халҡы бындай экологик сараларҙы Октябрьский өсөн бик мөһим тип иҫәпләй. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡалдыҡтарҙы айырым тупларға өйрәнергә тейеш. Кешеләр уларҙы бер һауытҡа ташламаһын ине, айырым туплап, һуңынан эшкәртергә оҙатырға мөмкин булыуын аңла-һын ине.
Экология сараһы ваҡытында ирекмәндәр 8 кг макулатура, 2 кг пластик, 11 кг быяла, 2 кг тимер-томор йыйҙы. Бар икенсел сеймал “Грин” компанияһының сортҡа айырыу станцияһына оҙатылды. Ҡала халҡы батареялар ҙа килтерҙе ул көндө. Уларҙы Октябрьскийҙа урынлаштырылған ҡыҙғылт-һары экобокстарға һаласаҡтар.