+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
8 Август 2018, 17:48

Ғаилә һуҡмағы – мәңгелек

Октябрьскийҙа “Ҡыҙҙар һәм улдарыбыҙ һуҡмағы” барлыҡҡа килгән.

Октябрьскийҙа “Ҡыҙҙар һәм улдарыбыҙ һуҡмағы” барлыҡҡа килгән. Ул ҡайҙа урынлашҡан һуң? Ҡайҙа булһын инде, бала тыуҙырыу йорто эргәһендә. Уның етәксеһе Людмила Васильевская һүҙҙәренә ҡарағанда, күптәнге тәҡдим был. Баҡһаң, ҡала халҡы ла ошо уй менән янып йөрөй икән. Һәм бына уртаҡ тырышлыҡ менән уны тормошҡа ашырғандар.

Бала тыуҙырыу йорто (БР көнбайыш төбәге перинаталь үҙәге) коллективы һәм буласаҡ әсәләр, шулай уҡ атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар зәңгәрһыу шыршылар ултыртыу байрамына йыйылды. Уларҙы ҡаланың 1-се дауаханаһы баш табибы Сергей Иванов сәләмләне. Балалар байрамға тағы ла бер йәм өҫтәне, яңы тәпәй киткәндәре лә, сәхнәлә ышаныслы сығыш яһағандары ла. “Смайл” вокал төркөмө, “Радуга” өлгөлө хореография студияһы бала тыуҙырыу йортоноң киң болдоронда сығыш яһаны, тулҡынланған ата-әсәләр һәр номерҙы алҡыштарға күмде.

Сергей Петрович ошо яҡшы сара өсөн бөтәһенә лә рәхмәт белдерҙе: “Ҡәҙерле дуҫтар, хеҙ-мәттәштәр, ата-әсәләр, балалар, байрамда ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ бөгөн “Ҡыҙҙар һәм улдарыбыҙ һуҡмағы” тип аталған аллея ижад итәбеҙ. Ағас – ғүмер билдәһе. Тамырҙары – атай-олатайҙарыбыҙ, улар беҙгә ғүмер бүләк иткән, тәрбиәләп үҫтергән. Ағас олоно – беҙ үҙебеҙ, ботаҡтары – балаларыбыҙ, ейәнсәрҙәребеҙ, беҙ уларҙы ошо күркәм бала тыуҙырыу йортоноң ишек алдында ҡаршы алабыҙ. Тормошто тап ошонда һәм ошо миҙгелдә яҡшыртырға тырышыу – бик шәп башланғыс. Ултыртҡан ағастар алынһын, ел-бурандар бер үҫентене лә, шулай уҡ беҙҙең тормоштарҙы ла имгәтмәһен”.

Урыны ла отошло һайланған – октябрьскийлыларҙың бер нисә быуыны үҙ иткән “Әсә һәм бала” һәйкәле ҡаршыһында.

“Беҙ бөгөн ултыртасаҡ кес кенә шыршылар – яңы тыуған сабый кеүек, нәфис, – тине ҡаланың 1-се дауаханаһы баш табибының бала табырға ярҙам күрһәтеү буйынса урынбаҫары Людмила Васильевская. – Беҙ уларға бар йөрәгебеҙҙе һалабыҙ. Ләкин баланың кем булып үҫәсәге уны нисек тәрбиәләүгә бәйле. Шыршыларҙың алынып китеүе беҙгә, коллективҡа бәйле буласаҡ. Егерме йылдан һуң был аллеяның нисек шаулауын күреп һөйөнәсәкбеҙ”.

Беренсе үҫентеләрҙе Сергей Петрович һәм Людмила Ивановна ултыртты, уларға ҡалғандар ҙа ҡушылды.

Был сарала ҡатнашҡан һәр ғаиләнең хәҙер үҙ ағасы буласаҡ, тимәк. Людмила Васильевская тапшырған рәхмәт хаттары ла иҫтәлеккә һаҡланасаҡ. Өс ҡыҙ тәр-биәләгән Григорьевтар ғаиләһенә – әсәһе менән бәпесте туғандары ҡаршы алған бүлмәне биҙәгән өсөн. Рафиҡовтар, Ҡоҙаяровтар, Саттаровтар, Баҙиҡовтар, Рәсүловтар һәм башҡалар ҙа билдәләнде.

Асыҡланыуынса, атайҙарҙың да күбеһе тормош программаһын дөрөҫ үтәй икән: бала тыуҙырған, ағас ултыртҡан, йорт һалған. Ә бына Рәсүловтар аллеяла ете ағас ултыртты. Уларҙың ике балаһы бар инде, тағын биште күрәҙә иткәндәр.

Ағас ултыртыу сараһын ысын байрамға әүерелдереүселәргә лә тапшырылды рәхмәт хаттары: Ирина Киселёва (“Смайл”), Розалия Сәйетгәрәева (“Радуга”), Алексей Никитин, Вячеслав Бабаев (ҡала Мәҙәниәт йорто), Ольга Паленова (алып барыусы). Динар Исламов (“Май” фирмаһы) та билдәләнде. Ул булмаһа, шыршылар ҙа булмаҫ ине. Уның бәләкәй ҡыҙы үҫеп килә. Уға атап, атай кеше биш төп зәңгәрһыу шыршы ултыртты. Ике йыл элек иһә ул бала тыуҙырыу йорто янында рокарий яһаған.

...Музыка һәм сығыштар тамамланды. Халыҡ таралышты. Аллея ҡалды. Бихисап күп яҙмыштарҙы бәйләгән 40 төп ағас.

Читайте нас: