+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
30 Июль 2018, 12:57

"Тыуған ауылым урамын ҡабат-ҡабат ураным..."

Районыбыҙҙа халыҡ йолаларын һаҡлауға, тыуған яҡ тарихын киләһе быуындарға тапшырыуға ҙур иғтибар бирелә.

Районыбыҙҙа халыҡ йолаларын һаҡлауға, тыуған яҡ тарихын киләһе быуындарға тапшырыуға ҙур иғтибар бирелә.

Йылы кистәрҙең береһендә Рәтамаҡ ауылы клубында шул йолаларҙың береһе – Урам байрамы үтте. Был юлы ул “үҙәк” урам – Коммунистар урамына бағышланған ине. Байрамға нигеҙ һалыусылар ҙа рәтамаҡ ауылы кешеләре.

– Урам байрамы иң беренселәрҙән булып беҙҙең ауылда үткәрелде. Әлегеләй хәтеремдә, 1990 йыл, минең яныма ул ваҡытта клуб мөдире булып эшләүсе Глүзә Вәлиәхмәтова килде. “Урамдар байрамын үткәрә башлаһаҡ нисек булыр ине икән?” – тине. Ул шулай уҡ был эште башлап ебәреүҙә ярҙам итеүемде һораны. Байрам тәүгеләрҙән булып Ҡазан-Октябрь урамында үтте. Эстафета буйынса Туҡай урамына тапшырылды. Ләкин эш туҡталып ҡалды, онотолдо. Һәм 2015 йылда, үҙем клубта эшләй башлағас, яҡташыбыҙ, ауылдашыбыҙ (Глүзәнең яҡты иҫтәлегенә бағышлап) мин был байрамға яңынан тотондом, – тип иҫкә алды Фидәлиә Вәлиәхмәтова.

Был тантаналы сара, әлбиттә, бер көндө генә башҡарыла торған эш түгел, ҙур әҙерлек кәрәк. Артистар кистәрен репетицияға йөрөнө. Әлфирә Әхмәтшина, Гүзәл Сөләймәнова һәм Роза Ғәләүетдинова әлеге байрамды ойоштороуға ҙур өлөш индерҙе. Улар Фидәлиә Вәлиәхмәтоваға урамда йәшәүселәрҙән мәғлүмәт йыйып, сценарий төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Шулай итеп, байрамда ҡатнашыусылар ауыл тарихын барланы.

Сараға ошо урамда тыуып үҫеп, тыуған нигеҙҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған ҡунаҡтар, урамдаштар, ауылдаштар йыйылды. Залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Байрамды Коммунистар урамының оло иғтибарға лайыҡ кешеләренең береһе Әсхәт-хажи Кашапов Ҡөрьән сүрәләре менән башланы.

Ул механизатор, шофер, пилорамда эшләгән. “Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” һ.б. миҙалдар менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Нәйрә апай менән 61 йыл бергә ғүмер иткән, 5 бала тәрбиәләп үҫтергән. Шулай уҡ тамашасыларҙы байрам менән ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илнур Кәлимуллин да ҡотланы. Ул Коммунистар урамында матур, күңелле һәм эшһөйәр кешеләр йәшәй, тине.

Байрамда күршеләрҙән йыйылған фотоһүрәттәрҙән Гүзәлиә Арыҫла-
нова (фотола) төҙөгән видеоролик тамашасыларҙың күңел ҡылдарын тирбәтте, ҡайһы берәүҙәрҙең күҙҙәренә йәш тулды.

Байрамдың тағы ла бер тет-рәндергес өлөшө – ата-бабаларыбыҙ рухын бер минут тынлыҡ ме-нән иҫкә алыу. Ғәлиә Гәрәева башҡарыуындағы “Үтте лә китте йәшлегем” йыры алҡыштарға күмелде.

Ғүмер буйы ошо колхозда хеҙмәт итеп, ауыр йылдарҙа ла колхоз булһын, йәшәһен тип эшләгән ул-ҡыҙҙары бер ҡасан да онотолмаҫ. Улар бөгөн урамдың аҡ инәйҙәре һәм аҡһаҡалдары. Быйыл 90 йәштәрен билдәләүсе Зәйтүнә Сәлиховаға, Әминә Бәҙретдиноваға, Мөгөлсөм Ахунйәноваға, Зәйтүнә Әхмәтоваға, Сәйҙикамал Сәйәховаға, Шәмседуха Вәлиеваға ауыл хакимиәте иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Уларға музыкаль бүләк булып, “Сабата” бейеүе башҡарылды.

Коммунистар урамында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ: сөгөлдөр эшкәртеүсе, малсылыҡта эшләүсе, механизатор, сәләмәтлек һаҡлау өлкәһенән, район һәм ауыл халҡының тыныслығы һағында тороусылар. Ауыл тыныс йоҡлай ала, сөнки уларҙы был урамдың бөркөттәй ир-егеттәре һаҡлай: полковник Айҙар Кашапов, авиация майоры Ришат Бадыҡшанов.

Сарала шулай уҡ һаҡлыҡ банкында хеҙмәт итеүсе, ашнаҡсы, һатыусылыҡ, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр бик ҙурлап, исемләп билдәләп үтелде. Ҡотлауҙар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Колхоздар таралғас, ауылда шәхси эшҡыуарҙар барлыҡҡа килде: үҙ бригадаларын булдырып, игенселек менән шөғөлләнеүселәр – Рузил Нәсибуллин һәм Дамир Зарафутдинов, халыҡ заказы буйынса заманса йорт йыһаздары етештереүсе – Роберт Сәйҙәшев, шулай уҡ Ришат Нәсибуллин һәм Илдар Кашапов. Был уңған, тырыш эшҡыуарҙар хәйриә эштәренән дә ситтә ҡалмай.

Үҙәк урамда шулай уҡ хөрмәткә лайыҡ, урам ғорурлығы булырҙай балалар тәрбиәләп үҫтергән күп балалы 19 ғаилә йәшәй. Уларға сабырлыҡтары, түҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерелде. Ә иң мөһиме, урам халҡы ауылда тыуып үҫеп, бөгөн ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ошонда эшләп ғүмер итеүсе йәш ғаиләләргә һоҡланып, һөйөнөп, хөр-мәт менән ҡарай. Тимәк, ауылдың киләсәге бар, ауыл йәшәйәсәк.

Әлеге урамда ҡул эштәре менән даими шөғөлләнеүсе оҫта ҡуллы апайҙар ҙа аҙ түгел. Уларҙың эштәрен туплап китапханасы Гүзәлиә Арыҫланова “Тынғы белмәҫ оҫта ҡулдар” тип исемләнгән күргәҙмә ойошторған. Лейза Әхмәтова, Нәркизә Шакирйәнова һәм башҡаларҙың ҡул эштәре күҙ яуын алырлыҡ. Улар барыһы ла күңел йылыһын, бар тырышлығын биреп эшләнгән. Бөтә теләгән тамашасы ла улар менән таныша алды.

Байрам Рәтамаҡ ауылының вокаль ансамбле башҡарыуында, һүҙҙәрен һәм көйөн ошо ауылда тыуып үҫкән Лилиә Семенова-Сәҙретдинова яҙған “Рәтамағым – тыуған яғым” йыры менән тамамланды. Эстафетаны “Тирмән” – “Мельничная” урамы ҡабул итеп алды.

Байрамды ойоштороусылар музыкаль биҙәлеш менән ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Рәмис Ғабиҙуллин һәм Азиз Ташалиевҡа ҙур рәхмәттәрен еткерә.

Ошо урам ғорурлығы

Минневасик Абдуллин – СССР-ҙың спорт мастеры, 2 тапҡыр СССР, 6 тапҡыр Рәсәй чемпионы, йүгереү буйынса 3 тапҡыр Башҡортостан рекорды ҡуйған, Башҡортостандың Аҡмулла исемендәге педагогия университетында физкультура кафедраһы етәксеһе, доцент, еңел атлетика буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы кәңәшсеһе;

Фәнил Ғабдуллин – боксёр;

Ирек Иҙиәтуллин – халыҡ-ара спорт мастеры;

Нурзия Багманова-Шведова – 100 км йүгереү буйынса донъя чемпионы, спорт мастеры;

Рәсим Нәсибуллин – рәссам, уҡытыусы, Башҡортостандың ат-ҡаҙанған рәссамы, РФ рәссамдар ойошмаһы ағзаһы, доцент;

Заман Мардамшин – “Маҡтау знагы” ордены менән бүләкләнгән уҡытыусы;

З. Ғилманова – “Халыҡ мәғарифы отличнигы”;

Н. Хәбибуллина – “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы ”, “Халыҡ мәғарифы отличнигы”, хеҙмәт ветераны;

РФ, РБ мәғариф алдынғылары:

Римма Халикова, Роза Кәли-муллина, Сәлимә Шакирова;

БАССР-ҙың һәм халыҡ мәға-
рифының атҡаҙанған уҡытыусы-лары:

Миннефәрҙиә Ғилманова, Рәшиҙә Әхмәтова, Рима Ғәтиәтуллина, Рафик Баһауетдинов, Ғимазетдин Камалетдинов.

Әбүзәр Мөхәммәтйәнов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төбәк-ара “Оҙон көй” конкурсы дипломанты.

Читайте нас: