+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
30 Июль 2018, 12:51

Благоварҙа – һабантуй

Һабантуй – район кимәлендә үткән иң ҙур байрамдарҙың береһе. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы бөгөн төрлө милләттәрҙе берләштереп тора.

Һабантуй – район кимәлендә үткән иң ҙур байрамдарҙың береһе. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы бөгөн төрлө милләттәрҙе берләштереп тора. Сараны һәр кем көтөп ала, һәр кем ихлас ҡатнаша. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға, ялан батырҙарына, малсыларға – ғөмүмән агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлауға арналған был байрам беҙҙең районда 2 июндә үтте.

Быға тиклем ямғырҙар йонсотһа ла, был көн шундай матур булды. Байрамса кейенгән халыҡ һабантуй яланына ағылды. Унда тирмәләр, сауҙа нөктәләре менән гөрләп торған, байрам төҫө алған йәнле тормош ҡайнай ине.

Сараға килгән ҡунаҡтарҙы, хеҙ-мәт алдынғыларын шарҙар тотҡан балалар һәм район мәҙәниәт һарайы артистары ҡаршыланы.

Музыкаль-театрлаштырылған тамашанан һуң һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығы Ю. Коземасловҡа бирелде. Юрий Александрович һабантуйҙың бөтә халыҡтарҙың да яратҡан байрамына әйләнеүен, райондағы яҡшы үҙгәрештәр һәм алда торған маҡсаттар тураһында һөйләне, ауыл хужалығына тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғыларына бүләктәр тапшырҙы.

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө-нән һуң майҙанда бер-бер артлы спорт ярыштары башланды. Төрлө уйындар уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән майҙанда халыҡтың ҡайнап тороуы ял итергә, күңел асырға, үҙҙәренең сослоғон, етеҙлеген, һәләтен күр-һәтергә теләгәндәрҙең күплегенә бәйле ине. Ә инде мауыҡтырғыс халыҡ бәйгеләренә тамаша ҡылырға теләгән һәр кем уйындар ойошторолған майҙанға ашыҡты.

Халыҡ уйындары – тоҡ кейеп йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, ҡалаҡ менән йомортҡа килтереү, сүлмәк ватыу, һәр ваҡыттағыса, ҡыҙыҡ һәм күңелле барҙы. Йылғырҙар һырғауылға менде. Милли көрәш һабантуйҙың иң сағыу күренеше. Көрәш бәйгеһендә ҡатнашыусылар һаны быйыл күп булды. Тамашасылар келәмгә сыҡҡан малайҙарҙы һәм өлкәндәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтте.

Быйыл һабантуйҙа яуаплылығы сикләнгән “Благоварпластмасс” ойошмаһында эшләгән вьетнамдар ҙа ҡатнашты. Улар халыҡҡа үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәренән өҙөк-тәр күрһәтте, милли аштарын тәҡдим итте.

Һабантуй яланын йыр-моңға күмгән бай йөкмәткеле концерт байрамдың күрке булды. Байрам концертында Мәҙәниәт һарайы һәм районыбыҙҙың иң яҡшы халыҡ бейеүҙәре, вокал ансамблдәре, һәүәҫкәр йырсылар ҡатнашты. Йыр артынан йыр, бейеүҙе бейеү алмаштырған был концертты тамашасылар берсә моңланып, берсә дәртләнеп ҡараны.

Ҡыҫҡаһы, дәрте, һәләте булған һәр кем үҙенә оҡшаған уйында, спорт ярышында көсөн һынап ҡараны, приздар яуланы. Балалар үҙҙәре өсөн ойошторолған уйындарҙа, майҙансыҡтарҙа күңел асты.

Мәҙәни программа бик йөкмәткеле, сағыу ине.

Читайте нас: