+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
22 Июнь 2018, 13:29

Радмир Баянов иҫтәлегенә волейбол турниры

Кешегә ғүмер тик бер генә бирелә. Кемдер 90-100 йәшкә еткәнсе йәшәһә лә, үҙе үлгәс, исеме билдәһеҙлеккә дусар була, ә бәғзеләр фани донъяла аҙ торһа ла, кешеләр хәтерендә мәңгелеккә юл ала.

Кешегә ғүмер тик бер генә бирелә. Кемдер 90-100 йәшкә еткәнсе йәшәһә лә, үҙе үлгәс, исеме билдәһеҙлеккә дусар була, ә бәғзеләр фани донъяла аҙ торһа ла, кешеләр хәтерендә мәңгелеккә юл ала.
Баҡалы районының Яңы Ҡатай ауылында тыуып үҫкән Радмир Баяновтың да ғүмерен күҙ асып йомған арала йондоҙ атылыу менән сағыштырып булыр кеүек... Эйе, спорт күгендә матур балҡыған яҡты йондоҙ булды ул.Мәктәптә уҡыған сағында уҡ мәктәп, ауыл һәм район даны өсөн төрлө кимәлдәге волейбол ярыштарында ҡатнашыусы әүҙем спортсмен булараҡ күптәргә таныш ине...Ҡыҫҡа ғына(21 йыл) ғүмерендә ул уҡыусылар араһында үткәрелгән волейбол буйынса район спартакиадаһының 3 тапҡыр чемпионы, райондың ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән спартакиаданың 2 тапҡыр чемпионы, Өфө ҡалаһында үткәрелгән пляж волейболы чемпионатының бронза призеры, колледждар араһында Башҡортостан чемпионатының көмөш призеры, Өфө колледждары араһында волейбол уйындарының 2 тапҡыр еңеүсеһе булыуға иреште.
2014 йылда, Ҡатай урта мәктәбен тамамлағас, Өфөләге автотранспорт колледжына уҡырға инә һәм бында ла һынатмай егет. Тренеры Александр Павлов (ул да килгәйне) әйтеүенсә, уҡырға килгәс тә, Р.Баянов колледждың йыйылма командаһы составына индерелә. Һуңғы йылдарҙа был состав уҡыу йортоноң иң көслө командаһына әүерелә. Радмир шул команданың яҡты йондоҙо, команданың йәне булып китә. Уңыштарына һөйөнә, уңышһыҙлыҡтарҙа үҙ ғәйебен танып, ысын күңелдән ҡайғыра белә. Уҡытыусыларының, студенттарҙың күңелендә һәр саҡ көлөп-йылмайып йөрөгән алсаҡ егет булып һаҡлана.
Радмир Баянов иҫтәлегенә бағышланған тәүге асыҡ турнир мәктәптең спорт залында үткәрелде. Уны тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре преподавателе Фәвил Ғабдуллин асты.Турнир хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы гимны яңғыраны. Флаг күтәреү хоҡуғы турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе, Иҫке Ҡатай волейбол командаһының капитаны Азамат Ғабдуллинға һәм Радмир яңы ғына тамамлаған Өфө автотранспорт колледжы командаһы капитаны, уның дуҫы Булат Ғәлиевҡа бирелде. Флаг артынса Р.Баяновтың миҙалдары тағылған спорт формаһы ла күтәрелгәс, күптәрҙең күҙҙәренә йәш эркелде.
Артабан Фәвил Фәнис улы трибунаға Баҡалы районының данлыҡлы спортсыһы, ауыр атлетика буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй һәм донъя чемпионы Павел Лобановты саҡырҙы. Ул ғүмере бер нисә ай элек кенә өҙөлгән Радмирҙың ата-әсәһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Егеттең һоҡланғыс спортсмен булыуы, күп тапҡырҙар район намыҫын яҡлап сығыш яһауы һәм спорт майҙансығында бирелеп китеп уйнауын билдәләне. ПавелЛеонидович Р.Баянов хөрмәтенә залға бер минут тынлыҡ иғлан итте.
Класс етәксеһе А. Ғәбделғәлиева Р.Баяновтың ҡыҫҡаса биографияһына туҡталды. Уның иптәштәре менән дуҫ-татыу булыуы, уларҙы тәрән ихтирам итеүе тураһында һөйләне.Сабыр холҡо, кешелеклелеге менән иптәштәре араһында абруйлы булыуы тураһында әйтте.”Яҙмышты алдан күреп булмай. Радмирға матур хыялдарын тормошҡа ашырырға яҙмаған, күрәһең, әммә беҙ уны онотмабыҙ. Уның рухы беҙҙең күңелдәрҙә яҡты нур булып ҡаласаҡ”, -- тип һүҙен йомғаҡланы Әлфирә Рүфәт ҡыҙы.
Радмирҙың әсәһе Валентина Михайловна турнирҙа ҡатнашыусы командаларға, уны ойошторорға ярҙам итеүселәргә, тамашасыларға рәхмәт белдерҙе, еңеүҙәр теләне. Ғаиләһе һәм ойоштороу комитеты исеменән килгән һәр кемгә иҫтәлекле вымпелдар таратты.Уның макетын Лилиә Латипова әҙерләгәйне.
Ф. Ғабдуллин һүҙҙе ярыштарҙың баш судъяһы, ошо мәктәптең элекке физкультура уҡытыусыһы, Радмирҙың тренеры Урал Исламовҡа бирҙе.Ул да уның ысын волейболсы булып ошо спорт залында үҫеүен, яҡшы иптәш, тырыш егет икәнлеген күҙ йәштәре аша иҫкә алды. Һүҙен дауам итеп, уйын тәртибен аңлатты.
Сараға шулай уҡ Саҡмағош районының Почетлы гражданы, Ҡалмашбаш ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азат Рамазанов та ғаиләһе менән килгәйне. Уларҙың улы Рәсәйҙең спорт мастеры Алик Рамазанов та 5 йыл элек кенә Калининград ҡалаһында диңгеҙ пехотаһында сроклы армия хеҙмәтен үтәгән саҡта фажиғәле һәләк булған. А.Рамазанов та улы иҫтәлегенә һәр йыл һайын республика кимәлендә үҙе үткәргән волейбол ярыштарында Радмирҙың да 2 тапҡыр ҡатнашыуы һәм “Иң яҡшы уйынсы” номинацияһында бүләкләнеүе тураһында хәбәр итте.”Радмир беҙҙең күңелдәрҙә ниндәй булған, шулай һаҡланыр. Ә бөгөн беҙ ғаиләбеҙ менән, ошо турнирҙы хуплап һәм Радмирҙың ата-әсәһенә теләктәшлек белдереп, иң яҡшы уйынсыға бүләк һәм кубок алып килдек.Уйынсыларға уңыштар теләйем.Әйҙә, иң көслөләр еңһен!”-тип сығышын тамамланы.
Был ҙур сараға Радмирҙың дуҫтары, класташтары, курсташтары, туғандары, күршеләре һәм спорт яратыусылар йыйылғайны. Район администрацияһының спорт һәм йәштәр комитеттары вәкилдәре, билдәле спортсылар һәм район телевидениеһы хеҙмәткәрҙәренең килеүе лә сараның бәҫен күтәрҙе. Мәктәп ул көндө гөрләп торҙо. Баҡалы, Иҫке Ҡорос, Иҫке Маты, Иҫке Ҡатай, Яңы Ҡатай ауылдарынан тыш,Бүздәк, Илеш райондарынан, Дүртөйлө ҡалаһынан һәм Өфөнөң Радмир уҡыған автотранспорт колледжынан барлығы 9 команда оҫталыҡта сәмләнеп ярышты. Судъя вазифаһын У. Исламов, Ф. Күсемов, А. Ғабдуллин ғәҙел башҡарҙылар.
Көсөргәнешле уйында Бүздәк командаһы, Өфө спортсыларын еңеп, 3-сө урынға сыҡты. Иҫке Ҡатай егеттәре, баҡалыларҙы 2-се урынға ҡалдырып, ҙур кубокка эйә булыу бәхетенә ирештеләр,сөнки уны Радмирҙың тыуған ауылында ҡалдырыу команда өсөн намыҫ эше ине!
Был команданың еңеүе осраҡлы түгел. Сөнки составында Радмир Баянов булған тап ошо команда Ҡатай мәктәбе тарихында, район еңеүсеһе булып, республика кимәлендә тәүге тапҡыр ҡатнашты, ә 2012-2013 уҡыу йылында республика чемпионатында вице-чемпион булды. Был еңеүҙәр тренерҙар У. Исламовтың, Д. Ғәлиндың һәм ул ваҡыттағы мәктәп директоры Ф. Ғабдуллиндың һәм команданың уртаҡ еңеүе ине. Улар шәхси өлгөләре менән дә (йыш ҡына үҙҙәре лә уҡыусылар менән уйнаны) балаларға үрнәк булды, төрлө ауылдарға, хатта күрше-тирә райондарға ла, ваҡыттары һәм юл өсөн һәм башҡа сығымдар менән иҫәпләшмәйенсә, шәхси транспорттарында балаларҙы иптәштәрсә матчтарға, волейбол һәм футбол ярыштарына йөрөттө. Хеҙмәт бушҡа булманы: шул йылдарҙа тотош бер быуын көслө волейболсылар ғына түгел, армспорт менән шөғөлләнеүселәр, көрәшселәр, футболистар, еңел атлеттар үҫеп сыҡты.Ул егеттәр бөгөн дә уҡыған һәм эшләгән ерҙәрендә спорт менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итеп, хәҙер инде ауылға ялға ҡайтҡан саҡтарында мәктәп уҡыусыларын өйрәтәләр. Радмир ҙа шундай егеттәрҙең береһе булды.
Турнирҙа еңеүселәргә һәм призлы урындар яулаусыларға ҡиммәтле бүләктәр, кубоктар тапшырылды. “Иң яҡшы уйынсы” номинацияһында еңеүсе Иҫке Ҡатай командаһынан Азамат Ғабдуллинға, Баҡалынан-Владимир Романовҡа, Бүздәктән Ильсур Хажиевҡа кубок тапшырылды. Уйынсылар өсөн ашханала тәмле аш-һыу әҙерләнгәйне. Радмирҙың ата-әсәһе Валентина Михайловна, Ришат Әсләх улы, апаһы Юлиә Баяновтар төп иғәнәселәр булды. Уларҙан тыш, Азамат Ғабдуллин етәкләгән ойоштороу комитеты турнирҙа ҡатнашасаҡ Иҫке һәм Яңы Ҡатай командаларына, Илеш районының Ҡәҙер ауылы командаларына турнир үткәреү һәм спонсорлыҡ итеү тәҡдимен яһағас, бер кем дә ҡаршы килмәне, һәр кем хәленән килгәнсә өлөшөн индерҙе.Сөнки командалар географияһы ни тиклем киң булмаһын, улар Радмирҙың дуҫтары, ҡасандыр волейбол майҙансығында осрашҡан егеттәр, уны ихтирам иткән спортсылар ине.
2012 йылда Азамат Ғабдуллин инициативаһы менән башланып, инде традицияға әйләнгән волейбол буйынса “Ҡатай кубогы” киләсәктә “Радмир Баянов иҫтәлегенә асыҡ турнир” исеме аҫтында үтәсәк. Был ҡарарҙы егеттәр дуҫтарын ерләгән көндө үк уны һуңғы юлға оҙатырға килгән халыҡҡа иғлан иткәйнеләр, һүҙҙәрендә торҙолар. Афарин, егеттәр!
Тәүге турнир бик матур һәм ойошҡан төҫтә үтте. Киләсәктә лә ул дауам итер, спорт һөйөүселәрҙе тағы ла берләштерер. Турнирҙы башлап ебәреүселәр Радмир Баяновтың һәм үҙҙәренең лайыҡлы үрнәгендә яңы быуын йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуҙа үҙ өлөшөн индерер әле. Был изге эштә спонсорҙар ҙа табылыр,тип ышанғы килә.Сөнки спорт рухи һәм физик яҡтан сәләмәт быуын тәрбиәләй, ә был бөгөн-заман талабы.
Читайте нас: