илебеҙҙең иң ҙур байрамы – Еңеү көнөнә бағышлана
9 майға арналған тантаналы саралар райондың бөтә ауыл биләмәләрендә үтте.
Спартак ауылы халҡы ауыл хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанға ағылды. Бында махсус Еңеү байрамына ауыл үҫеше һәм именлегенә ҙур өлөш индергән Аркадий Елисеевич Гордиенко, Ислам Сафа улы Хажипов, Георгий Павлович Петряковҡа мемориаль таҡталар асыуҙы тура килтерҙеләр.
Ислам Хажипов менән Георгий Петряков – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ислам Сафа улы 1943 йылда, ә Георгий Павлович беренсе көндәренән үк ингән. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, һуғышҡа 1941 йылдың июлендә ул әсирлеккә эләгә, һуңынан “Бухенвальд” концлагеры төрмәләрендә фашистарға ҡаршы хәрәкәт етәкселәренең береһе була.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа һәм артабан икеһе лә ауыл хужалығы тармағында эшләгән. Петряков токарь һәм автомеханик, ә Хажипов 1959-1984 йылдарҙа “Спартак” совхозының баш инженеры булған. Республикала иң яҡшы ремонт-трактор мастерскойҙары, парк булдырыу, һуғышта һәләк булғандарға һәйкәл ҡуйыу – уның ҡаҙаныштары.
Аркадий Гордиенко 27 йыл дауамында совхоздың алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Уның хужалығы барлыҡ өлкәләрҙә лә уңышҡа ирешә һәм миллионлыҡ килем ала, ә ауылдары райондың иң төҙөк торлаҡ пункттарының береһе була. Юлдар төҙөлә, сәнәғәт, социаль-мәҙәни төҙөлөштәр, ике ҡатлы йорттар һалына. 80-се йылдар башында уҡ ауыл халҡына зәңгәр яғыулыҡ килә.
Геройҙарыбыҙ ғаиләләре, спартаклылар теләген ауыл ерлеге хакимиәте тулыһынса хупланы һәм, Еңеү көнө алдынан халыҡ йыйылып, мемориаль таҡталар асылды. Тантанаға илдең төрлө төбәктәренән уларҙың туғандары һәм балалары ҡайтты.
Байрам, шулай уҡ был ваҡиға айҡанлы халыҡты район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, БДУ-ның рекреация-сәләмәтләндереү комплексы директоры Василий Бабенко, Спартак ауылының православие сиркәүе етәксеһе – дин әһеле Евгений ҡотланы.
Аркадий Гордиенко һәм Ислам Хажиповтың ниндәй кешеләр булыуы тураһында йыйылыусыларға элекке ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Рәсим Саҙиҡов һөйләне. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән педагогия хеҙмәте ветераны Шәүҡәт Иҡсанов үҙенең фронтовик атаһымиҫалында еңеүселәрҙең үҙ-үҙҙә-рен нисек ҡорбан итеүҙәре һәм уларҙың батырлыҡтары менән таныштырҙы. Хеҙмәт ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре өсөн ауылдың ветерандар советы рәйесе Нәфисә Сокова һәм сәнғәт етәксеһе Алексей Артикуленко етәкселегендә үҙешмәкәр сәнғәт ағзалары тарафынан әҙәби-музыкаль композиция әҙерләнгән ине. Унан Үлемһеҙ полк тантанаһында ҡатнашыусылар һуғышта һәләк булғандар хаҡына ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һәм веноктар һалды.
– Һалдат ике тапҡыр үлә: беренсеһе – фронтта, икенсеһе – уны онотҡандан һуң, – тине “Пионерск” йәмғиәте директоры Иван Иванов. Ул да башҡалар менән бер рәттән мемориаль таҡталарҙы маҡтаулы асыу хоҡуғына эйә булды. – Яҡташтарыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү ҙур әһәмиәткә эйә: беҙ уларҙы онотмаһаҡ, улар беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бик аҙ ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Спартак ауылындағы митинг әлеге сараның геройы, бөгөнгө көндә берҙән бер иҫән ветеран Владимир Аникеевич Моцныйҙан башҡа үтте. Тик ул күңеле менән беҙҙең янда ине. Һәм барыһы ла уға сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләне.
Мансур АРСЛАНОВ
фотолары.