-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
22 Июнь 2018, 13:21

Бөйөк байрам – Еңеү көнө

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантананы ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев асты.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантананы ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев асты.

Ул ветерандарға ихлас теләктәрен еткерҙе: “Рәсәй өсөн ошо ваҡиғанан да изге һәм тантаналыраҡ көн булалмай. 45-тең еңеү майы беҙҙән алыҫлашһа ла, Тыуған илебеҙҙең азатлығын яулап алған халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк.

Бөгөн Октябрьскийҙа 36 һуғыш ветераны йәшәй. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар тормошҡа мөкиббән, киләсәккә өмөт менән баға. Бөгөн һәр ҡала кешеһенең бурысы – беҙҙең арала йәшәгән ветерандарҙы, тыл эшсәндәрен, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү, бар мәрхүм фронтовиктарҙың яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәү. Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында һәләк булған һәр кемгә, бөгөнгө байрамды күрә алмаған ветерандарға мәңгелек дан! Һуғыш йылдарында тылда хеҙмәт иткән, армияны тәьмин иткән, дошманды ҡыйратыу өсөн бөтә көсөн һалған кешеләргә баш эйәбеҙ. Ҡәҙерле октябрьскийлылар! Еңеүсе халыҡтың бөйөк данына лайыҡ булайыҡ. Бәхет, игелек, тыныслыҡ теләйем!”

Тантанаға йыйылыусыларҙы Октябрьский ҡалаһы хәрби комиссары Ришат Тажетдинов ҡотланы: “Ветерандарҙың, тыл эшсәндәренең батырлығы һәм ныҡлығы алдында баш эйәбеҙ. Тыныс ил хаҡына, ирек һәм башҡа халыҡтарҙың азатлығы өсөн ҡыйыу алышҡан һәр кемгә ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һуғыш ғүмерҙәрен өҙгән, яу ҡырында башын һалған кешеләрҙе иҫкә алабыҙ. Һәләк булған батырҙарға мәңгелек дан! Үлемһеҙ батырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Ветерандарға хөрмәтебеҙҙе сағылдырыусы тәрән рәхмәт һүҙҙәре юҡтыр ул доньяла. Был көндө төп теләк – тыныслыҡ! Баш осонда һәр саҡ аяҙ күк йөҙө, яҡты ҡояш булһын! Еңеү көнөндә сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет теләйем, күңелдәрҙә һәр саҡ Еңеү маршы яңғыраһын!”

“Һалдат уйҙары” мемориалына сәскәләр һалғандан һуң, Еңеү көнөн байрам итеү “Нефтсе” мәҙәниәт һәм ял паркында дауам итте. Майҙандағы кеүек, паркта ла халыҡ күп ине. Ҡала халҡы ғаиләләре, балалары менән килгән. Кескәй ҡыҙ бала ҡулындағы зәңгәр шарҙы күккә осорҙо ла, һаҡаулап: “Әл дә еңгәнбеҙ әле!” – тине. Эргәһендә торған кешеләрҙең күңелдәре тулды, бер апайҙың күҙҙәренән йәш тамды. “Нефтсе” стадионында бик күркәм байрам концерты булды, йәйге эстарадала тынлы оркестр уйнаны, паркта аттракциондар, буфет, хатта поход кухняһы эшләне. Байрам күңелле үтте!

Читайте нас: