+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
21 Июнь 2018, 18:45

Ямаҡайҙа Енеү байрамы

Бөйөклөгөн бер ни менән дә тиңләштереп булмай торған Еңеү көнөн һәр йөрәк тулҡынланып көтәлер ул. Ана бит, быйыл да ауыл халҡы берҙәм булып, Ямаҡай ауыл советы ҡаршыһындағы майҙанға йыйылған.

Бөйөклөгөн бер ни менән дә тиңләштереп булмай торған Еңеү көнөн һәр йөрәк тулҡынланып көтәлер ул. Ана бит, быйыл да ауыл халҡы берҙәм булып, Ямаҡай ауыл советы ҡаршыһындағы майҙанға йыйылған. Ҡулдарына шарҙар, сәскәләр тотҡан балаларға, аҡ яулыҡлы апайҙар, түбәтәй кейгән бабайҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел!

Тантананың иң хөрмәтле ҡунаҡтары, әлбиттә, тыл һәм хеҙмәт ветерандары. Әммә сәстәренә сал ҡунған өлкәндәрҙең генә сафтары йылдан-йыл һирәгәйә шул – быйыл байрамға килергә ауылда бер генә лә һуғыш ветераны ҡалмаған.

Оло йәштәгеләрҙең, майҙанда осрашҡандан һуң, бер-береһе менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, хәтирәләр, һуғыш иҫтәлектәрен барлағанда күҙҙәрендә ғорур-лыҡ, һағыш йәштәре ялтырай.

Байрам сараһында ҡатна-шыусыларҙы ауыл хакимиәте башлығы Ә. Хәсәйенов, мөхтәрәм ҡунағыбыҙ, район хакимиәте вәкиле Р. Саҙретдинова, ветерандар советы рәйесе Ә. Байков, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе С. Батыраев сәләмләп, һәр кемгә оҙон ғүмер, тыныс, имен көндәр теләне.

Ватан азатлығы өсөн яу ҡырында баштарын һалған яугирҙәрҙе бер минут тын-лыҡ менән иҫкә алғандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды.

Айһылыу Ҡарасурина етәк-ләгән ауыл мәҙәниәт йорто коллективы тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы менән үрелеп барған тантана, иҫтәлек өсөн бергәләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.

Читайте нас: