+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
21 Июнь 2018, 19:08

Туймазыла «Кыҙыл таң» гәзитенең юбилейы уҙҙы

Туймазы татар драма театрында “Ҡыҙыл таң” гәзите-нең 100 йыллығына бағышланған мәҙәни сара үтте. Байрамға гәзитте яратып уҡыған ҡунаҡтар йыйылды.

Туймазы татар драма театрында “Ҡыҙыл таң” гәзите-нең 100 йыллығына бағышланған мәҙәни сара үтте. Байрамға гәзитте яратып уҡыған ҡунаҡтар йыйылды.

Сара башында алып барыусылар ҙур хөрмәт менән Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновты сәхнәгә саҡырҙы. Ул “Ҡыҙыл таң” гәзите хеҙмәткәрҙәренә ихлас теләктәрен еткерҙе.

Кисәгә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов, Фәнир Ғәлимов, Илнур Ғәзизов, Альбина Имаева, Туймазы театры артистары Айрат Солтанов, Данил Нуриханов, Марат Хәсәнов, Айнур Ғайсаров, Лира Сөләймәнова, Динара Вәхитова, “Сәфәр” үрнәк хореография ансамбле йәм өҫтәне.

Читайте нас: