Сәйәхәтебеҙ Келәшкә барып еткәс тә, бөйөк шәхестең исемен йөрөткән мәктәпте ҡарауҙан башланды. Әллә ҡайҙан күренеп, матурлығы менән арбаған бинаға ингәс тә, уның балҡышының эске рухи мөхиттән килеүен аңлайһың. Балаларҙың, уҡытыусыларҙың йөҙөнән бөркө-лөп торған нурға сорналып, коллективтың берҙәм, дуҫ, көслө булыуын тояһың. Бына ошондай рух ныҡлығы менән ҡаршы алды Мостай Кәрим исемендәге мәктәп Благовар ҡунаҡтарын.
Мәктәп директоры Альбина Ҡаһарманова уҡыу йорто менән таныштырҙы. Бында Мостай Кәрим-гә арнап музей ойошторолған. Ә кабинеттар ошо ауылдан сыҡҡан күренекле кешеләр исемен йөрөтә икән.
Мәғрифәтсе, фәлсәфәсе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәржемәсе, мәҙрәсә мөғәллиме, “Ғәлиә” мәҙ-рәсәһен ойоштороусы һәм ректоры Зыя Камали, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева, Рәсәй Геройы хәрби летчик генерал Риф Сәхәбетдинов исемдәрен йөрөтә кабинеттар. Уларҙың һәр береһенә уҡыусылар араһынан экскурсоводтар билгеләп ҡуйылған.
Альбина Мәжит ҡыҙы үҙе етәкселек иткән коллектив тураһында: “Уҡыусыларҙа ғорур-лыҡ, илһөйәрлек тойғолары уятырға, уларҙы яҙыусының мираҫын ҡәҙерләй һәм һаҡлай белгән шәхес итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ”, – ти.
Мәктәптән сыҡҡас мәҙәниәт йортона, китапханаға индек. Унда ла үҙ эштәрен белгән, мөләйем йөҙлө ханымдар эшләй. Һәр ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ. Мостай Кәримгә арналған мөйөш эшләнгән. Әйткәндәй, китапханасы Гөлфинә Ямалетдинова яҙыусының “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса видеофильм төшөрөп грант отҡан икән.
Сәйәхәтебеҙҙе, яҙыусының “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында һүрәт-ләнгән урамдар буйлап йөрөп, Мостай Кәрим Аллеяһын ҡарап, тамамлап ҡуйҙыҡ.