2019 йылда Башҡортостан халҡы республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк. 2016 йылдың июлендә РФ президенты В. Путин «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыу уңайынан байрам саралары ойоштороу тураһындағы» Указға ҡул ҡуйҙы.
«Деловой мир Башҡортостана» гә-зите редакцияһы, республикабыҙҙың
юбилейына арнап, «Сто достижений Башкортостана» тигән русса китап әҙерләй. Беҙ унда республикабыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхестәр, шулай уҡ ситтә йәшәүсе башҡорттар һәм бүтән милләт вәкилдәре хаҡында бәйән итмәксебеҙ. Уларҙың Башҡортостандың, Рәсәй өлкәләренең иҡтисади, көнкүреш, мәҙәни үҫешенә индергән өлөшө сағыласаҡ был китапта. Шулай уҡ телебеҙҙе, милли рухиәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлаусы арҙаҡлы кешеләргә лә айырым иғтибар бирелә.
Һөнәренә, йәшәгән урынына, милләтенә ҡарамаҫтан – һәр кем! Беҙ ошо юлдарҙы уҡыусыларҙы проектта ҡатнашырға лайыҡлы ата-әсәйҙәрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, дуҫ-тарығыҙҙы, һөнәрҙәштәрегеҙҙе, та-ныштарығыҙҙы марафонға ҡушы-лырға өндәүегеҙҙе һорайбыҙ. Был шәхестәр табип, педагог, инженер, төҙөүсе, нефтсе, шахтёр, фермер, эшҡыуар, һуғыш ветераны, ҡала –ҡасабаларыбыҙҙың почётлы азаматы, етәксе, депутат һ.б булыуы мөмкин.
Дуҫтар! Беҙҙең оло марафоныбыҙҙа ихлас ҡатнашырһығыҙ һәм үҙегеҙҙең барлыҡ туғандарығыҙҙы, дуҫ-таныштарығыҙҙы ла йәлеп итерһегеҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Редакциябыҙға китапҡа инергә лайыҡлы шәхестәрҙең исем-шәрифтәрен һәм телефон һандарын биреүегеҙҙе үтенәбеҙ. Марафонда иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы беҙҙең редакцияның махсус бүләктәре көтә!
Бынан тыш, һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙгә, яҡын кешеләрегеҙгә бынамын тигән сюрприз эшләй алаһығыҙ. Бының өсөн уларҙың данлы тормошо һәм фиҙакәр хеҙмәт юлы тураһында мәҡәлә яҙып китапҡа индереү ҙә етә.
«Сто достижений 100 летию Башкортостана» китабы бүләк форматында, ялтырап торған яҡшы сифатлы ҡағыҙҙа сығасаҡ, ул бик матур иллюстрацияланасаҡ. Баҫмаға халыҡ-ара стандарт китап номеры – ISBN биреләсәк. Китаптың бер өлөшө проектта ҡатнашҡан предприятиеларға таратыласаҡ. Шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар, РФ төбәктәре етәкселәре, ҡала-өлкәләр башлыҡтары был китапты аласаҡ. Рәсәйҙең билдәле китапханаларына, китап палаталарына ебәреләсәк. Рәсәй һәм халыҡ-ара китап йәрминкәләрендә, күргәҙмәләрҙә юғары форумдарҙа лайыҡлы урын биләйәсәк. Китап Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә Рәсәй һәм сит дәүләттәр делегацияларына тапшырыласаҡ.
«Сто достижений 100 летию Башкортостана» китабына инергә лайыҡлы кешеләрҙең телефондарын һәм тәҡдимдәрегеҙҙе проекттың етәксеһе – «Деловой Мир Башҡортостана» гәзитенең баш мөхәррире Резида Әҙһәм ҡыҙы Биҡҡоловаға еткерә алаһығыҙ.
289-52-96, 8-987-492-56-14.
e-mail: [email protected]