+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
21 Июнь 2018, 18:39

Баланың... үҙ өлөшө

Бөгөн йәш ғаиләләр үҙҙәренең йәшәү урындары булмау сәбәпле, ҡуртымға алынған йортта йәки фатирҙа йәшәргә мәжбүр.

Бөгөн йәш ғаиләләр үҙҙәренең йәшәү урындары булмау сәбәпле, ҡуртымға алынған йортта йәки фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Республикала йәш ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән ниндәй программалар бар икән? Әйҙәгеҙ, шуларға байҡау яһайыҡ.

Башҡортостанда был йәһәттән федераль һәм төбәк программалары эшләй. Илдә 2025 йылға тиклем “Рәсәй Федерацияһы граждандарын һәр кем алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” (“Обеспечение доступным и комфортным жильем и коммунальными услугами граждан РФ”) программаһы сиктәрендә “Йәш ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итеү” проекты эшләй. Әлеге проектта ҡатнашыусыларға, балаһыҙ булған осраҡта, торлаҡ хаҡының 30 процент һәм балалары булғандарға – 35 процент күләмендә социаль түләмдәр ҡаралған. Ул аҡсаны тик ипотека бурысын ҡаплауға, торлаҡ һатып алырға йәки үҙ йортоңдо төҙөү өсөн генә тоторға мөмкин. Программала ҡатнашыу өсөн ирле-ҡатынлыларҙың (йәки яңғыҙ ата-әсәнең) йәше 35-тән үтмәҫкә тейеш. Ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәптә торорға һәм уларҙың ҡулында торлаҡтың ҡалған хаҡын түләрлек аҡсаның булыуы мөһим.

Программа буйынса сиратҡа тороу өсөн ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының шәхесте раҫлаусы документтары күсермәһе, күсемһеҙ милекте теркәүсе дәүләт реестрынан һәр береһе исеменә алынған күсермә, хакимиәттән ғаилә ағзаларының берәүһенә торлаҡ бина майҙанында иҫәпләнгән норма билдәләнгән белешмә, торлаҡтың кадастр паспорты, йәшәү урыны буйынса теркәлеү белешмәһе, ғаилә хәле тураһында белешмә, ғаилә ағзаһының һәр береһе исеменә йорт кенәгәһенән һәм шәхси счеттарынан выписка, һәр баланың тыуыу тураһындағы һәм ғаилә хәле тураһында таныҡлыҡтар күсермәһен урындағы хакимиәттең йәштәр менән эшләү бүлегенә йәки муниципаль мөлкәт менән идара итеүсе комитетҡа тапшырырға кәрәк.

Төбәк программалары.

Республика Башлығы Указына ярашлы, ғаиләлә беренсе бала тыуғанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноу өсөн 300 мең күләмдә аҡса бүленә. Был программала ҡатнашыу шарттары:

  • бала 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем донъяға килергә тейеш;

  • ғариза биреүсе ғаилә Башҡор-тостан биләмәһендә даими йәшәүсе Рәсәй Федерацияһы граждандары булырға тейеш. Баланың республиканан ситтә тыуыуы программала ҡатнашырға шулай уҡ хоҡуҡ бирә;

  • ата-әсәнең (йәки берәүһенең) йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш;

  • ғаилә торлаҡ шарттарын яҡ-шыртыуға мохтаж тип табылған булырға тейеш;

  • ғаиләнең торлаҡтың ҡалған хаҡын түләй алырлыҡ аҡсаһы булырға тейеш.

Бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны алыу өсөн документтарҙы урындағы күп функциональ үҙәктәр аша йәки тура БР дәүләт төҙөлөш һәм архитектура буйынса комитетына тапшырырға кәрәк. Улар исемлегенә социаль түләү бүлеүҙе һорап яҙылға нғариза, шәхесте раҫлаған документ һәм баланың тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәләре, никах-ҡа инеү тураһындағы таныҡлыҡ, ЗАГС-тан баланың тыуыуы тура-һында бирелгән медицина белеш-мәһе күсермәһе, урындағы хакимиәт-тән ғаиләнең торлаҡ шарттары яҡшыртыу талап ителә, тигән белешмә, шәхси мәғлүмәттәрҙе эш-кәртеүгә ризалыҡ биргән ҡағыҙҙар инә. Әгәр ҙә социаль түләмде ипотеканы ҡаплауға тотонорға уйлағанда шулай уҡ кредит йәки займ килешеүенең күсермәһен, торлаҡ һатыу-һатып алыу килешеүенең күсермәһен, Росреестрҙан торлаҡҡа хоҡуҡты аныҡлаған выписканы, шәхси йорт төҙөгән осраҡта төҙөлөш подряды килешеүе күсермәһен, кредиторҙан төп һәм проценттар буйынса ҡалған бурыс күрһәтелгән белешмә инә.

(“Киске Өфө” гәзитенән алынды.)
Читайте нас: