Тел – халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙǝтен, тарихын, аҡылын, донъяға ҡарашын меңдәрсǝ йылдар буйына туплап, һаҡлап, беҙҙең көндǝргǝ килтереп еткергǝн сикһеҙ хазина ул.
Мин ҡатнаш ғаилǝлǝ үҫтем. Əсәйем- башҡорт, атайым – татар. Ə олатайым – үзбǝк. Беҙҙең ғаилǝлǝ тел айырыу, тел тикшереү, миллǝт айырыу кеүек күренештǝр булманы. Шуның өсөн мин һǝр телде хөрмǝт итǝм. Тел өйрǝнеү бары белемде генǝ арттыра. Халыҡ мǝҡәлендǝгесǝ, үҙ күлдǝгең үҙеңǝ яҡын, тигǝн кеүек, туған тел ҡәҙерлерǝк, ғәзизерǝк.
Телгǝ мөхǝббǝтте күберǝк өлә-сәйемдән алғанмындыр. Эйе, минең өләсәйем, Əлфиә Хәйҙәрова, Фǝнис Яруллин, Кǝүсǝриә Шафиҡова, Рǝфис Мөхǝммǝтдиновтар кеүек көслө рухлы кеше. Мин уны бик яратам, ул иҫ киткес саф күңелле, кешелекле, иманлы кеше.
Өләсәйем Ҡатай ауылында тыуып үҫкǝн. Яҙмыш кескәй сағында уны ауыр сиргǝ дусар иткǝн. Йәштǝн үк инвалид. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мǝктǝптǝ тырышып уҡый. Иң ауыры уға ҡәлǝм тотоп яҙырға өйрǝнеү була. Лǝкин ныҡлы ихтыяр көсөнǝ эйә булғанлыҡтан, мǝктǝптǝн һуң да ул белем алыуын дауам итǝ, Өфө ҡалаһындағы китапхана техникумын тамамлай. Бар ғүмерен һайлаған һөнǝренǝ тоғро ҡалып, тыуған ауылында эшләй. Замандаштары уны иң яҡшы һүҙҙǝр менǝн генǝ иҫкǝ ала, булдыҡлылығына һоҡлана.
Ул үткǝргǝн саралар барыһы ла шǝхес тǝрбиәлǝүгǝ, тыуған ерҙе, туған телде яратыуға йүнǝлтелгǝн була. Сǝләмǝтлеге ныҡлы булмаһа ла, ауылдаштарының һорауы буйынса бер нисǝ йыл ауыл Советын етǝкләй. Ул саҡта ла ауылдағы төрлө миллǝт кешелǝре дуҫ йәшǝһен, эскеселек һаҙлығына батмаһын тип йән ата.
Уның хеҙмǝте юғары баһалана. Өләсәйемдең “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, ”Лениндың 100 йыллығы өсөн” кеүек бүлǝктǝре бар, күп кенǝ маҡтау ҡағыҙҙары һǝм төрлө гәзит-журналдарҙа уның тураһында мǝҡәлǝлǝр баҫылып сыға. “Шул бүлǝктǝр араһында иң ҡәҙерлеһе – ауылдаштарымдың рǝхмǝте, йылы һүҙе”, – ти ул.
Бына шундай ул өләсәйем. Ул миңә кескәйҙән туған телемдǝ төрлө китаптар уҡый, йырҙар йырлай. Ҡәҙерле кешемдең биргǝн фǝһемле кәңǝштǝре миңә бөгөн дǝ бик кәрǝк. «Ҡыҙым, телһеҙ кеше-илһеҙ кеше, туған телеңдǝн биҙмǝ, уны ярат», – тип өйрǝтǝ ул. Бǝлки, шуға күрǝлер ҙǝ уҡытыусым үткǝргǝн барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашырға тырышам. Шиғырҙар яратам, ижадҡа ынтылам.
Беҙ ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Компьютер, интернет селтǝре, кǝрǝҙле телефон донъяны солғап алған. Эсенǝ инһǝң, сыҡҡы ла килмәй. Бына шулар, минең фекеремсǝ, беҙҙе телдǝн, имандан алыҫлаштыра кеүек. Əҙǝби әҫәрҙәр уҡырға ваҡыт та ҡалмай, ǝ бит китап донъяһы – үҙенǝ бер мөғжизә. Ниндәй матур фекерҙǝр, оло тǝрбиә ята һǝр яҙыусы ижадында!
Ҡулымда Роберт Миңнуллиндың шиғырҙар йыйынтығы. Шағир:
«Туған телем –
Әсәм теле!» –
Тиер ǝле
Балалар.
«Туған телем –
Балам теле!» –
Тиер микǝн
Әсәләр?
Күрǝһегеҙ, шағир ҙа борсола. Туған телде һаҡлау – ул үҙебеҙҙе һаҡлау, яҡлау тигǝн һүҙ. Телебеҙҙе һатһаҡ, үҙебеҙҙе лǝ һатып алмаҫтармы һуң? Был һорауҙар миңә өләсәйем тарафынан бирелде. Ə бит уға яуап табыу бөгөнгө осорҙа бик ауыр икǝн. Татар ауылында йәшǝп тә, йәштǝштǝрем күберǝк русса һөйлǝшǝ, хатта өләсәләре лǝ шул телдǝ «һуҡалай». Был йǝһǝттǝн бǝхетлемен, өләсәйем менǝн саф татарса, туған телемдǝ аралашам. Уның күңелен төшөргөм килмәй, үҙемǝ лǝ шулай оҡшай. Эсемдǝн генǝ: «Шундай тǝрбиәңǝ рǝхмǝт һиңә, өләсәйем», – тимен.
Яҡташыбыҙ, Баҡалы районында тыуып-үҫкǝн яҙыусы Заһит Фǝйзи «Бөркөттǝр яғы» тигǝн китабында ла тел тураһында бик матур фекер ǝйтǝ: «…ата-бабаң тормошон күреп, уның телен, йолаларын белеп үҫǝһең. Бындай кешелǝр бай рухлы, иманлы була».
Беҙ Рǝсǝй тип аталған ҙур дǝүлǝттǝ йәшәйбеҙ. Мостай Кǝрим ǝйткǝнсǝ, Башҡортостаныбыҙ уның бер япрағы. Унда йәшǝүсе миллǝттǝр һанап бөткөһөҙ. Улар бөгөнгө көндǝ дуҫ-татыу йәшәй. Ə бит Əнғәм Атнабаев һүҙҙǝре менǝн ǝйтһǝк:
Донъялар бик тыныс түгел,
Борсоп ҡына тора яҙмышы.
Əле унда, ǝле тегендǝрǝк
Ишетелǝ шартлау тауышы.
Бына шундай һуғыш афǝте беҙгǝ килмǝһен өсөн, беҙ берҙǝм булырға, һǝр миллǝт үҙенең ғөрөф-ғәҙǝттǝренǝ тоғро ҡалып, башҡа миллǝттǝр менǝн дуҫ, татыу йәшǝргǝ тейештер.
Ə минең телем, татар теле, ул дуҫлыҡ теле булды һǝм булып ҡаласаҡ та. Уны фашистар ҙа, тотҡонлоҡ та еңǝ алманы. Мин ышанам, һǝр татар балаһы үҙенең телен һатмаҫ. Телен һатмаған кеше илен дǝ һатмай. Вил Ҡазыхановтың шиғырындағы кеүек:
И родной тел, и красивый,
Мамам, папамдың теле,
Мог я узнать күп нǝмǝне
Һин родной тел арҡылы, –
тип һөйлǝшергǝ ҡалмаһаҡ ине...