+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
14 Май 2018, 16:44

Мең ырыуы йыйыны

Апрелдә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап Мең ырыуы башҡорттарының “Мең ере – мең берлеге” тигән III йыйыны үтте.

Апрелдә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап Мең ырыуы башҡорттарының “Мең ере – мең берлеге” тигән III йыйыны үтте.

Меңлеләр – башҡорт халҡының иң ҙур ырыуҙарының береһе (100 меңдән ашыу кеше). Улар башҡорттарҙың көньяҡ-көнбайыш төркөмөнә инә һәм Дим, Өршәк йылғалары буйында йәшәй. Әлеге ваҡытта мең ырыуы вәкилдәре Иглин, Шишмә, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Ауырғазы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Бишбүләк райондары һәм күрше Татарстандың бер нисә районы территорияларында көн күрә.

Беҙҙең район делегацияһын Һарайлы, Иҫке Усман, Ямаҡай, Языков ауылдарынан 10 кеше тәшкил итте.

Сарала филология фәндәре докторҙары Рәшит Шәкүр, Розалия Солтангәрәева, Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюсер, телепроекттар авторы Салауат Хәмиҙуллин, ауыл хужалығы докторы, профессор Ғарифулла Яппаров кеүек ырыуҙаштарыбыҙҙың ҡатнашыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.

Был йыйын күп кенә мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә ярҙам итте.

Иғтибар үҙәгендә милләт һәм мәҙәниәт, телде, башҡорт мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу һәм уны үҫтереү, экология, ер мәсьәләләре булды.

Съездың көн тәртибендә Мең башҡорттары хәрәкәтен тағы ла йәнләндереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Сөнки хәҙер күптәр килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн тап ырыуҙар хәрәкәтендәге билдәле зыялыларға мөрәжәғәт итә.

Йыйында “Мең ырыуы берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһының яңы идараһы һайланды, уставы ҡабул ителде, флагы һәм гербы раҫланды. Идара рәйесе итеп бер тауыштан А. Тимербулатов һайланды. Беҙҙең райондан Өйҙрәкбаш урта мәктәбе директоры Рәйсә Төхфәтуллина был ойошма ағзаһы буласаҡ.

ҡорҙа резолюция ла ҡабул ителде. Шуныһы ҡыуаныслы: районыбыҙҙа башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙа һөйләшеүҙәр алып барған беренсе парламентарий Ҡәнзәфәр бейгә Благовар районы үҙәге Языков ауылында һәйкәл ҡуйыу ҡаралған.

Йыйында айырым ырыу һәм ғаиләләрҙең шәжәрәләре менән таныштырыу, китаптар, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо.

Йыйылған халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды.

Мең йыйынында билдәләнгән маҡсаттарҙы барлау киләсәк быуын, башҡорт халҡы һәм, ғөмүмән, республикала йәшәгән халыҡтар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Читайте нас: