+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
14 Май 2018, 16:53

Һигеҙ меңдән ашыу кеше диктант яҙҙы

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл һигеҙ меңдән ашыу кеше «Башҡорт теле буйынса региональ диктант»та ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл һигеҙ меңдән ашыу кеше «Башҡорт теле буйынса региональ диктант»та ҡатнашты. Был акция дүртенсе тапҡыр үтте һәм ул йылдан-йыл башҡортса дөрөҫ яҙыу буйынса тағы ла күберәк үҙ белемен тикшереп ҡарарға теләүселәрҙе йыя.

«Башҡорт дәүләт университеты-ның ике ҙур аудиторияһы ла тулы булыуы мине ҡыуандырҙы, – ти акцияның дәртләндереүсеһе Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл башҡорт теле буйынса диктантты Башҡортостан һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр генә яҙманы, беҙгә Төркиә, Болгария һәм Польша халҡы ла ҡушылды».

Башҡорт дәүләт университетының Көнсығыш илдәрен һәм башҡорт телен өйрәнеү кафедраһы мөдире Гөлфирә Абдуллина һүҙҙәренсә, теләгән һәр кем донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән университет сайтындағы шәхси кабинетҡа инеп, Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» әҫәренән өҙөктө тыңлай алды. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов уҡыны.

«Элемтә менән өҙөклөк булғандар диктанттың видеояҙмаһын алдан алды, әммә уны Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да ғына ҡабыҙҙы», – тип асыҡлыҡ индерҙе ойоштороусылар.

Ойоштороусы Рәшиҙә Мәһәҙиева билдәләүенсә, текст фәлсәфәүи һәм патриотик рухта булды.

«Башҡорт теле буйынса региональ диктант»ты Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафи-ҡова ла яҙҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда акцияға 7742 кеше ҡушылды.

Читайте нас: