+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
8 Май 2018, 14:02

"Ҡурай даны" республика телевизион премияһы

«Ҡурай-ТВ» – башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йолаларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы.

«Ҡурай-ТВ» – башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йолаларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы.

Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә өр-яңы клиптар, сағыу тамашалар, тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар, телевидениеның алтын фондында һаҡланған ретро йырҙар, спектаклдәр һәм телесериалдар бара.

Рухты нығытҡан, йәшәү көсөн арттырған, дәрт-дарман өҫтәгән, милләт данына әүерелгән «Ҡурай» йыр-моң каналы 2018 йылдың 4 февралендә тарихта беренсе тапҡыр «Ҡурай даны» республика телепремияһын булдырҙы. Премияға «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», Эшлекле ханым», «Йыл меценаты», «Ҡул оҫтаһы», «Миһырбанлы ғаилә», «Ижади ғаилә», «Ҡәләм оҫтаһы», «Йыл йырсыһы», «Иң шәп клип төшөрөүсе» тигән номинациялар индерелде. Но-минанттарҙың исемдәрен баһалама ағзалары ҡараусыларҙың заявкалары буйынса, шулай уҡ геройҙарҙың ҡаҙаныштарына һәм һөнәри уңыштарына ҡарап билдәләне. Дәғүә итеүселәрҙе концерт барышында презентация формаһында әйтеп үттеләр:

«ЕР КЕШЕҺЕ»

Д. Юланов (Ейәнсура), Ф. Кәримов (Этнотур «Ирәндек»), У. Юлдыбаев (Әбйәлил), Р. Ғәйфуллин (Учалы), Р. Дәүләтбаев (Мәсетле), В. Ғөзәйерова (Салауат),
Д. Хәйбуллин (Көйөргәҙе).

«ҺӨНӘР ОҪТАҺЫ»

Р. Ғилемйәнова (Шишмә), К. Хәлиуллина (Илеш), Н. Ғабдуллин (Әб-йәлил), Г. Алдаҡаева (Әлшәй), Р. Шәм-сетдинов (Стәрлетамаҡ).

«ЭШЛЕКЛЕ ХАНЫМ»

Э. Ишморатова (Өфө), З. Хәкимова (Магнитогорск), А. Хисаметдинова (Өфө), О. Ямурова (Өфө), Л. Сабитова (Өфө), Г. Әлибаева (Өфө), Ә. Шәйнурова (Тәтешле).

«ЙЫЛ МЕЦЕНАТЫ»

А. Ахунов (Өфө), Д. Дәүләтов (Өфө), И. Әбделғужин (Сибай), И. Нәбиуллин (Баймаҡ), И. Мәҡсүтов (Ноябрьск), Р. Сөләймәнов (Санкт-Петербург), М. һәм К. Фазлетдиновтар (Өфө).

«ҠУЛ ОҪТАҺЫ»

А. Шәйәхмәтова (Өфө), Ә. Игебаев (Сибай), Г. Фәйзуллина (Учалы),
Л. Камалитдинова (Өфө), А. Степанов (Ғафури), З. Лира (Әбйәлил), С. Мостафин (Салауат).

«МИҺЫРБАНЛЫ ҒАИЛӘ»

Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар (Баймаҡ), Әлфинә һәм Кәрим Хәкимовтар (Балаҡатай), Зөлфирә һәм Сабир Ҡоҙашевтар (Ауырғазы), Гөлнара һәм Рәйес Тимербулатовтар (Ейәнсура), Рәйхана һәм Ғәни Суриндар (Хәйбулла).

«ИЖАДИ ҒАИЛӘ»

Гөлфинә һәм Ғайсар Йомағужиндар (Учалы), Луиза һәм Ғәлим Ҡунаҡбаевтар (Ейәнсура), Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтар (Баймаҡ), Гүзәл һәм Роберт Юлдашевтар (Өфө), Айгөл һәм Илфат Такаловтар (Йылайыр), Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтар (Өфө), Зөлфидә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар (Бишбүләк).

«ҠӘЛӘМ ОҪТАҺЫ»

М. Ҡаһарманова (Өфө), Ф. Абдуллина (Ҡырмыҫҡалы), Л. Абдуллина (Өфө), Г. Ҡыуатова (Өфө), А. Баймөхәмәтов (Өфө), М. Ҡунафин (Өфө), Л. Яҡ-шыбаева (Өфө), Ә. Үтәбаев (Өфө).

«ЙЫЛ ЙЫРСЫҺЫ»

А. Хөсәйенов (Өфө), А. Рәҡипов (Өфө), А. Муллагилдина (Өфө), З. Нурлы (Сибай), А. Иҡсанова (Өфө), Л. Ҡолошев (Нефтекама), И. Рамазанов (Өфө), Р. Ишбаев (Ишембай), А. Әминева (Өфө), Г. Вәлиева (Өфө).

«ИҢ ШӘП КЛИП ТӨШӨРӨҮСЕ»

Б. Ғәлимов (Баймаҡ), Т. Сәфиуллин (Силәбе), Т. Ғәниев (Өфө), Г. Игебаева (Хәйбулла), Т. Сәфәров (Өфө), Д. Мөхәмәтйәров (Нуриман), А. Ғәликәйева (Ейәнсура).


Проекттың киләһе туры – телевизион тур.

«Ҡурай-ТВ» каналы йыл дауамында номинанттар тураһында тапшырыу күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе тамашасы СМС-тауыштар ярҙамында билдәләйәсәк. Гала-концерт 2019 йылдың февралендә планлаштырыла. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ.

Читайте нас: