– Конкурс, беренсеһе кеүек үк, ҡатнашыусылар һәм тамашасылар күңе-лендә матур эҙ ҡалдырыр тип өмөтләнәбеҙ, – тине мәҙәни саралар ойоштороусы Еле-
на Савельева.
Ул – был сараны ла ойоштороусы. Әлбиттә, район мәҙәниәт һарайы, Йәрмәкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе һәм фекерҙәштәре – “Шевле” (“Ажаған”) фольклор коллективы ағзалары ярҙамында. Унда ижад менән дүрт Елена – Васильева, Артемьева, Исаева һәм Савельева үҙе, ике Валентина – Фонина һәм Михайлова, Людмила Павлова, Әлфиә Байкова һәм Светлана Филиппова шөғөлләнә. Коллектив бер нисә йыл элек ойошҡан, шуныһы үҙенсәлекле, ул яңы ағзалар менән тулыланған. Тимәк, кешеләр халыҡ мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына.