-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
19 Апрель 2018, 12:50

Мәргәнлек һәм күмәклек рухы

Октябрьский ҡалаһында илебеҙ орден-миҙалдары менән билдәләнгән кешеләр байтаҡ.

Октябрьский ҡалаһында илебеҙ орден-миҙалдары менән билдәләнгән кешеләр байтаҡ. Ә бына сит дәүләт бүләгенә эйә булыу – һирәк күренеш. Әсғәт Мөхсиновтың, бәлки, ҡалала берҙән-бер кешелер ул, Ҡытайҙың Дуҫлыҡ миҙалы бар. Уны Мао Цзе Дундың ярҙамсыһы – Джи Эн Лай тапшырған.

Ҡытай һәм совет

халыҡтары дуҫлығы

1950 йылда Әсғәт Сөләймән улын әрмегә алалар, бер йыл дивизия мәктәбендә уҡый. Ул сержант дәрәжәһенә эйә була. Зенит ҡоралы командиры итеп тәғәйенләнә. Ул ваҡытта Ҡытай япон милитаристарына ҡаршы һуғыштан саҡ арынып килгән була. Совет ғәскәрҙәренең һуғышсан расчеттары континентта ғына түгел, тауҙар ҡаплаған утрауҙа ла урынлаша, уларҙың түбәһендә нығытылған постар тора. Иҫ киткес матур урындар, әммә бөтә иғтибар хеҙмәткә йүнәлтелә. Дежур тороу посына диңгеҙ аша баралар, унан һуң арҡан буйлап ҡаяға күтәреләләр. Ә илдә был ваҡытта етди үҙгәрештәр бара, Ҡытай халыҡ республикаһы ойошоуға килтергән революция тамамлана.

Ҡыҙыл әрмеселәр һуғышсан әҙерлек шарттарында йәшәй. Зенитсылар өсөн иң мөһиме – һауаны һаҡлау, шуға күрә бурыстар аныҡ һуғыш шарттарына мөмкин тиклем яҡынайтыла. Самолетҡа осона сәп беркетелгән трос тоташтырыла, ул һауаға күтәрелә, артиллериясылар “объектты” атып төшөрөргә тейеш була. Бөтә дивизия “дошманға” төбәп атыуҙы төп бурысы тип һанай. Бына самолёт оса, снарядтар яуа. Сәп бәләкәй, шуға күрә эргәһенә үк тейҙереүселәргә зачёт бара. Шул саҡ – тап үҙәккә! Кем?! Әсғәт Мөхсинов командаһы. Булмаҫ, осраҡлыҡ ҡыналыр! Шундай шау-шыу ҡуба, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы командующийы: “Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайбыҙ, ләкин беренсе еңеү көсөн юғалтмай”, – ти. Самолёт ҡабат һауаға күтәрелә, зениткалар сират буйынса сәпкә ата. Булғас була бит – уға был юлы ла тейҙерәләр! Быныһында ла Мөхсинов!

Ошо ваҡиғаны һөйләгәндә Әсғәт Сөләймән улының күҙҙәре осҡонланып яна, шатлыҡ миҙгелен ҡат-ҡат кисерә. Ул ваҡытта үҙе лә ғәжәпләнә: “Ысынмы был? Әллә осраҡ ҡынамы?” Командаһының шәп эшләүен ләззәтләнеп иҫкә ала, егеттәрҙең – уңған-булғандары!

Мөхсинов һәм уның ике төбәүсеһе “Алдынғы артиллериясы” билдә-һе менән бүләкләнә. Тантана Офицерҙар йортонда үтә, Алыҫ Көнсығыш хәрби округы командующийы ҡотлай. Ошо ваҡиғала ҡатнашҡан Джи Эн Лай Әсғәткә Ҡытайҙың Дуҫлыҡ миҙалын тапшыра. Һәм тағы ла – йәш зенитсы һәм уның буласаҡ ҡатыны өсөн бүләк. “Ҡытай һәм совет халҡы дуҫлығы” тигән яҙыулы шаҡтай ҙур әрйә була был. Эсендә бихисап күп ҡыҙыҡлы әйберҙәр. “Өйләнгәс, – тип иҫкә ала Әсғәт Сөләймән улы, – уны кәләшемә бүләк иттем. Ҡыҙғанысҡа, ул әйберҙәрҙең береһе лә һаҡланмаған, бары ҡағыҙы һәм миҙал ғына иҫән”.

Тормош ҡәғиҙәһе

Мөхсинов Ҡытайҙа өс йыл хеҙмәт итә. Хеҙмәт дәүерендә үҙ ҡоралын ентекле үҙләштерә. Пушка үҙе командирға беркетелгән, уны беренсе һәм икенсе төбәүсе хеҙмәтләндерә, өсөнсөһө – йүнәлеш
биреүсе, шофёр менән бергә – ун кеше. Теге ваҡытта күптәрҙең хәтерендә ҡалған еңеү арыу-талыуһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе була. “Тыныслыҡ һаҡлаһаң, уңышҡа ирешәсәкһең, – ти Мөхсинов. – Төбәгәндә тулҡынланһаң – бер ваҡытта ла тейҙерә алмайһың. Был осраҡта тыныслыҡ һаҡлау өсөн алдан әҙерләнергә кәрәк, эште минән башҡа кеше эшләмәйәсәген аңлау зарур. Мин ҡорал, егеттәрем, яҡындарым, туғандарым өсөн яуап биреүемде аңланым. Был хаҡта һәр саҡ уйланаһың, ә инде хәүеф янаған мәлдә, яуаплы аҙым яһағанда һин быға әҙер булаһың. Атайым әйтә торғайны: яҡшы эшлә – яҡшы йәшәрһең. Хеҙмәтемдең тәүге көнөнән үк мин ошо ҡәғиҙәгә бойһондом. Тыныс тормошта ла был минең өсөн мөһим булды. Фиҙаҡәр, кешелекле булырға кәрәк. Минең юлымда осраған етәкселәр ҙә шундайҙар иҫәбенән ине – нефть сәнәғәте министры Шашин миңә, йәш белгескә, ихтирамлы мөнәсәбәттә булды. Унан һуң министрлыҡты Мальцев етәкләне, мин ул ваҡытта “Туймазынефть” нефть-газ сығарыу идаралығы начальнигы инем, уның менән Өфөлә, республика нефтселәре кәңәшмәгә йыйылғас әңгәмәләштек. Минең кеүек бәләкәй кешене үҙ тиңендәй күреп һөйләшкән обком секретары Шакиров та шундай ине. Туймазы промыслы директоры Василий Иванович Кривошеевты мин үҙемдең остазым тип әйтер инем. Ул фронтовик, Сталинградты яҡлаған, иҫ киткес инженер һәм етәксе. Уның ярҙамы менән мин ябай эшсенән цех начальнигы вазифаһына тиклем үрләнем”.

Тормоштағы урының

һәм танылыу

Мөхсиновтың хеҙмәт юлы нефть-газ сығарыу идаралығының, асылда, үҙ эшкәртеү заводтары булған замандарға тура килә: нефть сығарыу менән генә сикләнмәйҙәр, бензин да етештерәләр. Тәүлек һайын ике мең тонна бензин! Бындай янғын хәүефе ҙур булған ҡатлаулы сәнәғәткә квалификациялы кешеләр талап ителә. Мөхсинов уңышлы эшләй: оператор, 5-се нефть әҙерләү ҡоролмаһында технолог, йыһаздар һәм нефть ҡыуҙырыу цехы өлкән инженеры, 1-се нефть әҙерләү ҡоролмаһы начальнигы, һәм ниһайәт, технология сылбырын тамамлаусы мөһим быуын – нефть әҙерләү һәм ҡыуҙырыу цехы начальнигы. Һуңыраҡ нефть-газ сығарыу идаралығында – өлкән технолог, нефть әҙерләү һәм ҡыуҙырыу ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡороуҙы күҙҙә тота. Рационализатор булараҡ, был хужалыҡты камиллаштырыуға ҙур өлөш ин-дерә. Ул хәҙер ҙә нефть әҙерләү һәм ҡыуҙырыу системаһындағы эштәр торошо менән таныш, эш барышын яҡшыртыуға ынтылыу ғәҙәте тормошҡа ашырырлыҡ яңы ҡарарҙар ҡабул итергә булыша.

– Хәҙер Октябрьский нефт-селәре бензин етештермәй, уның ҡарауы, төрлө нефть-газ сығарыу идаралыҡтарынан нефть әҙерләү менән шөғөлләнә. Тимәк, хәҙерге етәксе Азамат Әхмәҙиевтың эше еңелдән түгел. Бөтөнләй башҡа система, ҡоролмаларҙы барып күрәһе ине. Азамат Урал улы миңә 50 йылдарҙа идаралыҡты етәкләгән Анатолий Михайлович Ждановты хәтерләтә. Ул беҙгә килгәндә мин ябай эшсе генә инем әле, ул бар нимәне һорашты, ҡыҙыҡһынды, эш нескәлектәренә төшөндө. Иғтибарлы, тыйнаҡ кеше ине. Һуңынан Мәскәүгә китте, уны СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Былтыр нефть әҙерләү һәм ҡыуҙырыу цехы юбилейын – 55 йыллығын билдәләне, шулай уҡ “Туймазынефть” нефть-газ сығарыу идаралығы һәм “Башнефь” юбилейҙары үтте. Тантаналы сараларға пенсионерҙарҙы саҡырыуҙары бик ҙур ҡыуаныс булды, ул барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде. НГДУ начальнигы Минғолов – зирәк, һәләтле етәксе. идаралыҡтың камиллашыуы, заман талаптарына теүәл килеүе мөһим. Шамил Григорьевич беҙгә, ветерандарға ярҙам күрһәтә. НГДУ профкомы рәйесе Ф. Латипов та байтаҡ эш башҡара. Нефть-газ сығарыу идаралығының ветерандар советын Р. Ғәниев етәкләй – ул минең күптәнге танышым, бергә эшләнек, рәйеслек вазифаһын уға тапшырҙым тип әйтергә була. Был кешеләр барыһы ла әүҙем эшләй һәм өлкән йәштәге нефтселәргә ярҙам итергә әҙер.

Ләкин техника эшсәнлеген камиллаштырыу мауыҡтырһа ла, етәксе булараҡ Әсғәт Сөләймән улы өсөн кешеләр менән эшләү беренсе урында тора. Йәш сағында һалдат-зенитсыларҙы төҙ атырға һәм командала эшләргә өйрәткән кеүек, ул цехта татыу хеҙмәт коллективы тәрбиәләргә тырыша. Мөхсиновҡа юғарылағы начальниктар ҙа, эшсәндәр ҙә ихтирам менән ҡарай. Танылыу ошо булалыр, тип уйлайым.

Әсғәт Сөләймән улының бер папка документы бар, ул уны: “Был минең бар ғүмерем”, – ти. Грамоталар, рәхмәт хаттары тупланған бындай папкалар ветерандарҙың һәр ҡайһыһында бар. Уларҙан бик йыш: “Бына былары күпме! Нимәгә кәрәк улар хәҙер? Бер нимәгә ярамай, бер кемгә кәрәкмәй!” – тигәнде ишетергә тура килә. Ә Мөхсинов өсөн был бүләктәр бик ҡәҙерле: уның тормош тарихы, үткәндәре, кисерештәре ул.

Әсғәт Сөләймән улы менән күптәнге таныштар беҙ, әммә уның Ҡытайҙа хеҙмәт итеүе тураһында белмәй инем. Уның ҡарауы, ҡа-ланың һуғыш ветерандары рәйесе М. Ғәлләмов бөтәһе тураһында ла белә. Мөхсинов тураһында яҙырға ла ул тәҡдим итте. “Йәш быуын Мөхсинов кеүектәрҙән үрнәк алырға тейеш, – ти Мәсғүт Мостафа улы. – Был кешеләр төп маҡсатына ирешкән, фиҙаҡәр ғүмер кисергән, улар менән Рәсәйебеҙ ҡаҡшамаҫ һәм ныҡ”.

Читайте нас: