“Талантлы әсәй-2018” конкурсында ҡатнашыусылар сәхнәгә күтәрелде. Ошо исем өсөн көс һынашырға теләк белдергән 10 бәйгесе араһында уҡытыусылар һәм балалар баҡ-салары тәрбиәселәре бар. Уларға дүрт этапта үҙ таланттарын асырға кәрәк ине. Көслө зат вәкилдәренән торған жюри мәрәйҙәрҙе ғәҙел һәм дөрөҫ ҡуйыу өсөн ҡулдарына ҡәләм алды.
Беренсе һынау – “Визитка”. Бында үҙең менән таныштырып китергә кәрәк ине.
Беренсе булып Ғафури мәктәбе уҡытыусыһы А. Ғәйнуллина сығыш яһаны. Сәхнәгә ул үҙенең 3 ҡыҙы менән сыҡты. Ҡыҙҙар әсәләренең һәр эштә уңған булыуын, уны ныҡ яратыуҙарын һәм ихтирам итеүҙәрен бәйән итте. Таныштырыу барышында ғаилә фотохроникаһы күрһәтелде.
Ҡаран мәктәбе уҡытыусыһы
Р. Мәүлетова яҙмышынан ҡәнәғәт булыуын, күп яҡшылыҡтар кү-реүен әйтте. Тамашасылар уның ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләнеүе, уларҙың нимә менән мауығыуҙары тураһында белде.
А. Ғайсина Сабай мәктәбендә белем бирә. 3 ҡыҙ үҫтерә. Кистәрен ғаиләләре менән тамашалар күрһәтәләр икән.
Е. Самсонова үҙен иң бәхетле әсәй тип иҫәпләй. Өс ул тәрбиәләй. Ҡояшлы Тажикстанда тыуып үҫкән ханым өсөн Башҡортостан икенсе Ватанына әйләнгән. Бөгөн ул Ғафури балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Улдары сәхнәлә әсәләренә шиғырҙар һәм йыр бағышланы.
– Тормошта төрлө роль башҡарҙым, әммә уларҙың иң ҙуры – әсәй булыу! – тип тамамланы үҙ сығышын бәйгесе.
А. Хәлитова ла ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған – Бүздәк ауылының 5-се балалар баҡсаһында эшләй ул. Улдары менән бергә “Мама – главное слово в нашей судьбе” тигән йыр башҡарҙы.
С. Сәлимгәрәева Бүздәк 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә сит телдәр уҡыта. Ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Үҙе менән шиғыр юлдары аша таныштырҙы ул.
Ә. Арыҫланова Ҡаңны-Төркәй ауы-
лы балаларын грамматика һәм математика серҙәренә төшөндөрә. Уның презентацияһынан 3 ҡыҙы барлығын, эшләүҙән тыш уҡыуын дауам итеүен, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуын белде тамашасы.
Л. Муллайәнова Ахун ауылында йәшәй, балалар баҡсаһында эшләй, бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй.
– Ғүмерем алда әле, мине оҙон юлдар көтә. Һәр көнөгөҙ шатлыҡлы булһын! – тип теләне ул залда ултырыусыларға.
Р. Үлмәҫҡолова Уртаҡкүл мәктә-
бендә эшләй. Уның менән ғаилә албомындағы фотолар аша таныштыҡ. Ҡыҙҙары уға ярҙам итте.
Р. Шайморатова Ташлыкүл мәк-тәбендә эшләй. Ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән әсә ул.
Икенсе турҙа әсәйҙәр ижади һәләттәрен асырға тейеш ине. Нигеҙҙә улар әсәй, мөхәббәт, бала саҡ тураһында йырҙар йырланы. Е. Самсонова юмористик композицияны оҫта башҡарыусы булараҡ, С. Сәлимгәрәеваның актёр-мим
ролендә һөйөү тураһында панто-мимаһы күптәрҙең күңеленә хуш килде.
“Дефиле” бәйгеһе сәхнә костюмдары күрһәтеүҙе һәм яҡлауҙы күҙ уңында тотто. А.Ғәйнуллина башҡорт милли кейеме, уның биҙәлеше хаҡында һөйләне. Р. Мәү-летова “Кокетка” тигән күлдәкте һайлаһа, А. Ғайсина зәңгәр күкте хәтерләткән күлдәктә сығыш яһаны. Е.Самсонова тамашасыларҙың йәнә күңелен күтәрҙе: яуыз һәм йыуан йорт идарасыһы образындағы ханым эт һәм ситлектә тутыйғош тотоп сыҡты. А.Хәлитова сәхнәгә улдары менән сыҡты, уның күлдәге ярҙамсыларының жилеттары менән бер төҫтә ине. С. Сәлимгәрәева тамашасылар алдында әле Ҡыҙыл башлыҡ, әле Бүре образында сығыш яһаны. А. Арыҫланова үҙ костюмын “Яҙғы кәйеф” тип атаған.
Л. Муллайәнова үҙенә һәм ҡыҙына целлофан тоҡсайҙарҙан бик матур күлдәк теккән. Р. Үлмәҫҡолова, иһә, үҙенә һәм ҡыҙына кәнфит ҡағыҙҙарынан теккән күлдәктәрен “Татлы фантазия” тип атаған. “Яҙ” – Р. Шайморатова яҙ менән ҡатын-ҡыҙҙың оҡшаш булыуын дәлилләү маҡсатында үҙ костюмын шулай атаған.
Йомғаҡлау этабында бәйгеселәр ойоштороу һәләтен күрһәтергә тейеш ине. Тамашасылар менән уйындар ойоштороп, кәйефтәрен күтәрҙе. Ҡайһы берҙәргә тәм-том да эләкте.
Барлыҡ этаптар үтелде. Ҡарар ҡабул итеү өсөн жюри ағзалары кәңәшләшкән ваҡытта үҙешмәкәр артистар сәхнәне йыр-бейеүгә күмде.
Бына тантаналы мәл етеүен белдереп, фанфаралар яңғыраны. “Талантлы әсәй-2018” район конкурсының 3-сө дәрәжә дипломы менән Регина Үлмәҫҡолова бүләкләнде, 2-се дәрәжә дипломына Светлана Сәлимгәрәева лайыҡ булды. Беренсе урын артислыҡ оҫталығы, үҙенсәлекле сығышы, заманса ҡарашлы, ҡыйыу булғаны өсөн Екатерина Самсоноваға бирелде.
Проектта ҡатнашыусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Конкурс гүзәл заттарҙың һөҙөм-тәле эшләй ҙә, рәхәтләнеп ял да итә белеүҙәрен йәнә бер тапҡыр раҫланы.