+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
19 Апрель 2018, 12:42

60 йыл бергә

Ғаилә – ул оло таянысыбыҙ, ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй.

Ғаилә – ул оло таянысыбыҙ, ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Нисек кенә булмаһын, кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, рухи көс, дәрт-дарман йыя, күңелен бушатып, йән йәрәхәттәрен дауалай. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө. Татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш булһа ла, 60 йыл бергә йәшәүселәр бик һирәк.

Бейек Уҫаҡ ауылында ла 60 йыл бергә ғүмер иткән матур ғаилә йәшәй – Фәнүзә һәм Әнәф Ирназаровтар улар. Тигеҙ ғүмер итеп ҡартайыуға ни етә! Быйыл бергә йәшәүҙәренә 20 февралдә 60 йыл да тулды. Нисек танышыуҙары, өйләнешеүҙәре тураһында һорағас, ғаилә башлығы: "Саҡмағош ауылының Трактор урамында йәшәп ятыусы иң сибәр ҡыҙҙы ҡармаҡҡа эләктерҙем, – тип мәрәкәләне. – Өйләнешеп, йәшәп алдыҡ та киттек, шөкөр, матур, татыу булдыҡ, – тип дауам итте һүҙен Әнәф ағай, – 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙек, барыһы ла башлы-күҙле булды, һәйбәт йәшәйҙәр, балалар үҫтерҙеләр, үҙҙәре лә олатай-өләсәй бөгөн. Беҙҙең 6 ейән-ейәнсәребеҙ, 3 бүлә-бүләсәбеҙ бар. Уларҙың ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәйбеҙ," – тиҙәр шатланып, олатай менән өләсәй. Икеһенең дә хәтере бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына улар. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, ҡош-ҡорт аҫрап, 40-лап умарта тотоп, бәрәңге һәм башҡа төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәйҙәр. – Оҙайлы ғүмер йылдарында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды инде, әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, – ти 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк Фәнүзә апай. Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмаған. Бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата ла тик изгелек кенә. Шуға ла ауылдаштары араһында абруйлы ғаилә булып иҫәпләнә улар. Әнәф ағай дин юлында, халыҡ араһында иман нуры тарата. Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Ирназаровтар ғаиләһенә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!

Читайте нас: