+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
5 Апрель 2018, 18:50

Ғүмер буйы осоп етмәҫ, йондоҙмо һин, Мөхәббәт...

Ғаилә ҡороу – кеше яҙмышындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Ғүмер юлын үткәндә ир-аттың да, ҡатын-ҡыҙҙың да сабырлығы, аҡылы етһә генә тормош карабы – ғаиләне ел-дауылдарҙан һаҡлап алып ҡалырға мөмкин.

Ғаилә ҡороу – кеше яҙмышындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Ғүмер юлын үткәндә ир-аттың да, ҡатын-ҡыҙҙың да сабырлығы, аҡылы етһә генә тормош карабы – ғаиләне ел-дауылдарҙан һаҡлап алып ҡалырға мөмкин.

Ҡырҡ йыл буйына бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, үҙ-ара аңлашып һәм ярҙам итешеп ғүмер кисергән парҙар өсөн ҡыҙыл яҡут туй – көтөп алған оло байрам. Оҙон тормош юлын бергәләп үтеү – ҙур бәхет, бер үк ваҡытта бөйөк хеҙмәт тә. Эйе, әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. Әммә һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүсе ғаиләләрҙе бәхетле тип нисек әйтмәйһең инде?! Матур ғаилә – ил күрке, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, ҡасандыр ғүмер-ғүмергә бергә булырға ант итешеп, ярты быуатҡа яҡын тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәгән был татыу ғаиләләргә ил күрке тип әйтмәү мөмкин түгел.

Беҙҙең районда ла өлкәндәргә ихтирам һәм хәстәрлек менән ҡараған, ата-баба йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған, бала тәрбиәләүгә етди иғтибар биргән ғаиләләр булыуы ҡыуаныслы. Йомаҙыбаш ауылында йәшәүсе Татьяна һәм Фәүис Хәбировтар – тап шундайҙар иҫә-бенән. Татьяна Александровна һәм Фәүис Нурлығаян улы үҙҙәренең ихласлығы, берҙәмлеге, эшһөйәрлеге менән күптәрҙе һоҡландыра. Фәүис ағай тыумышы менән Йомаҙыбаш ауылынан. Дәүжән һәм Нурлығаян Хәбировтарҙың улы. Мәктәптә һигеҙ класс тамамлағандан һуң Дүртөйлө яҡтарына шофёрлыҡҡа уҡырға китә. Татьяна ханым Баҙғыя ауылында тыуып үҫә. Ольга һәм Александр Матвеевтарҙың ҡыҙҙары. Татьяна 10 класты тамамлағандан һуң Октябрьский ҡалаһына тегеүсе һөнәрен үҙләштерергә юл ала.

Алыҫ 1978 йылда танышалар йәш йөрәктәр. 14 июндә никах уҡытып, шул уҡ йылдың 6 октябрендә туй уйнаталар. Сабыр холоҡло, кешелекле, йәштәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ Хәбировтар өс балаһына – Гөлназ, Илшат, Алһыуға ғүмер бүләк итә. Игелекле ата-әсә үҙ балаларын да аҡыллы, ҡайғыртыусан, иғтибарлы итеп тәрбиәләп, тейешле белем бирә. Хәҙерге көндә ҡыҙҙары Гөлназ тормош иптәше менән Шаранда йәшәп, дүрт бала тәрбиәләй. Улдары Илшат, кәләше менән Октябрьский ҡалаһында көн күреп, өс бала үҫтерә. Ә кесе ҡыҙҙары Алһыу тормош иптәше менән Туймазыла йәшәй, улар ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.

Ғәҙәттә, ата-әсәләр, балаларын башлы-күҙле итер алдынан Аллаһы Тәғәләнән: «Үҙҙәренә насип йәрҙәр булһа ярар ине», – тип һорай. Кейәүҙәре лә, килендәре Гөлназ да балаларына тиң парҙар булды.

Ә Татьяна менән Фәүис Хәбиров-тар пар күгәрсендәй гөрләшеп, бер-береһенең йән йылыһын тойоп, ейәндәр шатлығына ҡыуанып, татыу ғүмер кисерә.

1980 йылдарҙа йәш ғаилә Үзбәкстан яғына юллана. Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә тарта, кире Йомаҙыбаш яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Фәүис Нурлығаян улы ауылда төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә, Шаран ит комбинатында эшләй, Татьяна Александровна ғүмерен һауынсы хеҙмәте менән бәйләй, бөгөн ул хаҡлы ялда. Татьяна һәм Фәүис Хәбировтарҙың үткән тормошо тынғыһыҙ хеҙмәт, балалар тәрбиәләү менән бәйле.

Бала балаһы балдан татлы тигән фекер менән Хәбировтар ҙа килешә. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешә улар. Күңелгә ятҡан эшең, яратҡан кешеләрең янда булғанда, ысынлап та, ғаиләле тормоштоң утыҙы ла, алтмышы ла бер тында үткәндәй тойолалыр. Ҡырҡ йыл яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын үтеү – үҙе бер батырлыҡ. Тап ошондай парҙар йәштәр өсөн сабырлыҡтың, тоғролоҡтоң, рух ныҡлығының өлгөһө булып тора. Йылдар үтһә лә, күңел ҡартайыуҙы белмәй тиҙәр бит, ҡыҙыл яҡут туйҙарын билдәләүсе парҙар бөгөн дә бербереһенә яғымлы, наҙлы, мөхәббәтле ҡараштарын йәлләмәй. Матур ғаилә әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ихаталарында бер сүп күрмәҫһең, бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек.

Хәбировтарҙың йортонан кеше өҙөлмәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килһә, өйҙәре гөжләп торған умартаны хәтерләтә. Бәхетле ғүмер кисерә улар.

– Бергә-бергә оҙаҡ ғүмер итеүҙең сере – бер-береңде ихтирам итеүҙә, кисерә белеүҙә. Тормошта бит төрлө хәлдәр була. Шундай саҡта сабыр итергә кәрәк. Беҙ һынауҙарҙы намыҫ менән үткәрергә тырыштыҡ. Үҙебеҙҙе бәхетле тип һанайбыҙ, Аллаға шөкөр! – ти күҙҙәрендә бәхет нуры сағылған бәхетле пар.

Эйе, йылдар ауырлығына бирешмәү, кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы тәүәккәллек менән йырып сығыу, балаларын үҫтереп кеше итеү был ғаиләгә еңел булмағандыр. Әммә ауыр минуттарҙа бер-береһенә ҡарата ихтирам, һөйөү, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, һын-маҫҡа ярҙам иткән уларға.

Тормош һуҡмағынан ҡырҡ йыл бергә атлаусы был ғаилә бөтәһенә лә ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Илебеҙҙең күрке булырҙай шундай ғаиләләр күберәк булһын ине.

Бер яҡтан ҡарағанда, бөгөнгө геройҙарым – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан – тормошта үҙ урынын тапҡан, лайыҡлы балалар үҫтергән, йәшлектәге һөйөүен һаҡлап ҡала белгән һоҡланғыс пар. Һәр кем шулай ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәһә ине ул...

Читайте нас: