Байрамды район хакимиәте башлығы Илшат Райманов асты. Сәләмләү сығышында ул былай тине:
– Райондың тыуған көнө – Йәрмәкәйҙе яратып, уның именлеге хаҡына башҡарылған эштәр – бөтә район халҡының ҡаҙанышы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа,
проблемалар ҙа етерлек. Ҡайһы бер ғаиләләрҙең хәле яҡшынан түгел. Проблемаларҙың береһе – социаль йәтимлек. хәүефле ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр бар. Беҙҙә был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн байтаҡ сара ҡабул ителгән. Район хакимиәте ҡарамағында ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы эшләй, ғаиләгә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәгенең район бүлексәһе бар. Бөгөн, тематик йылдарҙы асҡанда, сит кеше ҡайғыһына битараф булмаған һәр кемгә рәхмәт әйтәһем килә. 2018 йыл һәр ғаилә өсөн бәхетле булһын, Йәрмәкәй ере һәм, әлбиттә, туған Башҡортостан сәскә атһын.
Унан һуң ҡотлауҙар өсөн һүҙ район ветерандар советы рәйесе Шамил Ғәлимовҡа бирелде.
Байрам концерты бөтәһе өсөн бүләк булды. Тамашасыларҙы барабансы ҡыҙҙар, “Беҙ булмаһаҡ, кем?” (Иҫке Турай мәктәбе) һәм “Нектаринки” (Йәрмәкәй мәктәбе) КВН командалары, яратҡан “Ми-ләшкәй”, “Сөмбөл”, “Гөлрус”, “Йәрмәкәй”, “Зангари” ансамблдәре ҡыуандырҙы. “Быуат” триоһы, полиция хеҙмәткәрҙәре, йырсылар Алһыу Йыһаншина, Алексей Артикуленко, Айҙар Шәфиғуллин, Мәжитовтар һәм Ғәбделғәлиевтар дуэттары сығыштары айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды. Ә кисә аҙағында Мәҙәниәт һарайы солистары башҡарыуында “Ветер перемен” йыры яңғыраны.