-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
13 Март 2018, 16:34

Рухи байлыҡ туплай торған осрашыуҙар

Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Журналистар берекмәһе ағзаһы

Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Журналистар берекмәһе ағзаһы, хеҙмәт ветераны, М. Аҡмулла, З. Биишева, Р. Ғарипов премиялары лауреаты, “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры Ләлә Биишева, шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең журналистар берекмәһе ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар берекмәһе ағзаһы, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина менән осрашыу үтте.

Сарала журналист, телепроекттар авторы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин да ҡатнашты. Байрам халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның юбилейына арналды. Осрашыуға райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар саҡырылғайны.

Өфө ҡунаҡтары тарихи-мәҙәни үҙәк, уның эшмәкәрлеге менән танышты.

Осрашыуға килгәндә, байрам матур һәм йәнле үтте. Тәүҙә ҡунаҡтар Сәрүәр Суринаның Зәйнәб Биишеваға арнап төшөрөлгән “Ерҙәге яҡтылыҡ” тигән документаль фильмын ҡараны. Унда әҙибәнең яҙмышы, китаптары, халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙәре тураһында бәйән ителә. “Эшләрҙәй саҡта, күңел күтәрер өсөн бирһәләр, шатланыр инем, хәҙер ни минең әллә ни иҫ китмәй. Әммә рәхмәт!” – ти ул, халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙәренә ҡарата мөнәсәбәтен белдереп. Был фильмды ҡарап, Зәйнәб апайҙың үҙе менән осрашҡандай булдыҡ. Йырсы Айһылыу Ҡарасурина Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған йыр башҡарҙы.

З. Биишеваның туғаны Ләлә Биишева ла үҙенең әҙибә тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Яҙыу-сының уҡыусыға бик билдәле булмаған яҡтары тураһында һөйләне. Уҡытыусыларҙың һорау-ҙарына яуап бирҙе. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу торошо менән ҡыҙыҡһынды. Уҡы-тыусыларға әҙибәнең һәм үҙенең китаптарын бүләк итте.

Лариса Абдуллинаның сығышын да бик ҡыҙыҡһынып тыңланы уҡытыусылар. Ул З. Биишеваның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле тураһындә һөйләне һәм әҙибәнең төрки донъяһында беренсе булып трилогия яҙыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шағирә башҡорт халҡына, телебеҙгә, Мең ырыуы башҡорттары башлығы Ҡәнзәфәр бейгә арнап яҙған шиғырҙарын уҡыны.

Салауат Ишмөхәмәт улының сығышы ла бер кемде битараф ҡалдырманы. Факттарға, документаль сығанаҡтарға таянып, башҡорттар тарихы тураһында һүҙ алып барҙы ул. “Башҡорт ырыуҙары тарихы”ның “Дыуан”, “Мең”, “Ҡаңлы” исемле томдары менән таныштырҙы һәм был китаптарҙы тарихи-мәҙәни үҙәккә бүләк итте. Өс сәғәт буйы барған кисәнән ҡунаҡтар ҙа, йыйылыусылар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалды. Ошондай талантлы яҙыусылар, журналистар менән аралашыу бик кәрәк.

Читайте нас: