+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
13 Март 2018, 16:25

Башҡортса флешмоб

Туймазылылар " йәшәһен башҡорт теле" тип аталған республика йәмәғәт сараһында ҡатнашты

Туймазылылар " йәшәһен башҡорт теле" тип аталған республика йәмәғәт сараһында ҡатнашты

Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы – әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тиелә.

Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.

“Халыҡтың теле – уның тор-мошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.

Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.

“Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында
тора!” тип әйткән рус яҙыусыһы К.Ушинский.

Үткән аҙнала Туймазы ҡала майҙанына 240-лап мәктәп уҡыусылары йыйылды. Улар башҡорт телендә шиғырҙар уҡыны, йырланы.

Халыҡ-ара туған-тел көнөнә
бағышланған сара республика-быҙҙағы дәүләт телдәренең береһе – башҡорт телен пропагандалау маҡсатын күҙ уңында тотто. Район Хакимиәте мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Айһылыу Ситдиҡова билдәлеүенсә, бындай саралар "Рәсәй милләте-нең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһында халыҡтарҙың этно-мәҙәниәтен үҫтереү" тип аталған дәүләт прог-раммаһын үтәү маҡсатында ойош-торолоуҙы раҫланы.

Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу ул.

Байрам Рәшит Шәкүр ижад иткән «Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын бергәләп башҡарыу менән тамамланды.

Читайте нас: