М.Аҡмулла
…Сыуаҡ көҙгө иртәләрҙең береһендә тәбиғәт хозурлығын тойоп, күреп ҡайтыр өсөн урман яғына киттем. Ағастар һуңғы япраҡтарын ҡоя, аҙыраҡ моңһоу ҙа булып китте. Ә көн шундай матур, баш осонда ниндәйҙер ҡоштар үҙҙәренең йырын һуҙа, нисек шуға һоҡланмайһың инде. Күпмелер йөрөгәс, өйгә табан боролдом. Тик шунда ниндәйҙер бер илаһи көс мине үҙенә буйһондороп, урман эсенә алып инде. Урман эсе тып-тын, шуға бер аҙ шомло ла булып китте. Ләкин йөрәгем дә, аяҡтарым да мине тыңламаны. Мин һаман алға бара бирҙем. Шул ваҡыт күҙемә ниндәйҙер бер ап-аҡ нур сағылып үтте – шып туҡтаным.
Алда матур ғына аҡлан күренде, ҡап уртаһында, кескәй генә усаҡ янында, кемдер бар ине. Ул аҙ ғына алға эйелгән дә нимәлер эшләй, үҙе әкрен
генә ниҙер көйләй. Мин иғтибар менән тыңлай башланым һәм үҙ ҡолағыма үҙем ышанмай туҡтап ҡалдым, ул беҙгә таныш “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән шиғырҙы көйләп ултыра ине. Һәм, үҙем дә һиҙмәҫтән, уға ҡушылдым:
Шунда ул минең яҡҡа боролоп ҡараны. Мин ергә ултыра төштөм: алдымда ап-аҡ һаҡаллы, осҡон сәсеп торған ҡарашлы, беҙ шиғырҙарын яратып уҡыған Аҡмулла олатай ине. Ул миңә ҡарап яғымлы йылмайҙы ла үҙенең янына саҡырып алды.
– Һаумы, улым. Һин был шиғырҙы ҡайҙан беләһең? – тип һораны.
– Һаумы, олатай, уны кем белмәһен инде. Беҙ уны мәктәптә ятланыҡ һәм матур итеп һөйләнек. Был шиғыр беҙгә бик оҡшай, сөнки унда һәр кешегә тырышып уҡырға, киләсәктә ысын кеше булыу өсөн белем алырға кәрәк тиелгән. Наҙандар беҙгә юлдаш була алмай, шулай бит, олатай?
– Эйе, улым. Мин ғүмерем буйы шуның өсөн көрәштем, яндым, көйҙөм. Шуға халыҡ миңә «Аҡмулла» тигән исем бирҙе лә инде. Һеҙ, бер яҡтан, бик бәхетле заманда йәшәйһегеҙ, ниндәй генә уҡыу әсбаптары, яңы техник йыһаздар юҡ. Үҙ телегеҙҙә уҡыйһығыҙ – ана шулай телегеҙҙе, ерегеҙҙе яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ һәм һаҡлағыҙ. Икенсенән, төрлө милләт халҡы менән аралашып дуҫ йәшәгеҙ, һуғыштарға, үҙ-ара талаштарға юл ҡуймағыҙ. Һәм бер ҡасан да уҡыуҙы, белем алыуҙы икенсе планға ҡалдырмағыҙ, китаптарҙы яратығыҙ, уҡығыҙ – яҡшыһынан үрнәк, насарынан һабаҡ алығыҙ. Был, улым, минең һеҙгә аманатым.
– Ярай, олатай, мин уны башҡаларға ла еткерермен, сөнки
– Улым, әйт әле, мин алып барған был көрәште (уҡыу, белем алыу) бөгөнгө көндә дауам итеүселәр бармы?
– Бар, бар. Был яҡтан күңелең тыныс булһын. Бына мин үҙеңә бер шундай шәхес тураһында һөйләр инем. Олатай, һин бер ҡайҙа ла китмә, ошонда ғына ултырып тор, йәме. Мин хәҙер йүгереп кенә планшетымды алып киләм һәм беҙ икәүләп уның тураһында фильм ҡарарбыҙ.
– Ярай улайһа. Һине көтөп торормон. Улым, әгәр ҙә беҙгә яңынан осрашырға тура килмәһә, әйткәндәремде онотма. Мин һиңә ышанам, сөнки бик изге күңелле егетһең.
Йүгерә-атлай урмандан сығырға ашыҡтым. Тик йыраҡ китә алманым, артымда ниндәйҙер тауыш ишетелде, һәм мин боролоп ҡараным. Унда ике кеше, ҡулдарындағы ҡанлы бысаҡтарын ташлап, ашыға-ашыға ҡуйы ағаслыҡ араһына инеп китте. Мин бөтә көсөмә: “Олата-й-й”, – тип ҡысҡырҙым һәм уянып киттем.
Бына шулай арҙаҡлы шәхесебеҙ Аҡмулла олатай ғүмере буйы халҡы өсөн тырышҡан, көрәшкән һәм ошо юлда шәһит киткән.
Миңә бик ауыр ине, ләкин бирешмәнем. Әле уға биргән һүҙемде үтәйһем бар ине. Мәғрифәтсебеҙҙең ошо юлын дауам итеүселәр булған һәм булыр тип уйлайым. Улар араһында 42 йыл ғүмерен балаларға белем орлоҡтарын биреп, бөтә булмышы менән халҡына хеҙмәт итеүсе, ауылыбыҙҙың дәрәжәле кешеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре Йәүҙәт Сабир улы Усмановтың да булыуы менән бик тә ғорурланам мин.
Уның уҡытыусы, директор урынбаҫары вазифаларын ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуын әле лә һағынып иҫкә алалар. Ул педагог һәм уйлап табыу эштәре өсөн юғары исемдәр һәм орден-миҙалдар алыуға өлгәшә. Ә грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел.
Йәүҙәт Сабир улы 1924 йылдың 15 сентябрендә Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылында донъяға килә. Юғары синыфтарҙа уҡыған саҡтарҙа уҡ физика, математика, химия дәрестәрендә, лаборатор эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Уҡырға теләге бик көслө булһа ла, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр заманда йәш егеткә уҡырға китергә тура килмәй. Ул тәүҙә “1 Май” колхозында хисапсы, һуңыраҡ өлкән хисапсы булып эшләй.
Йәүҙәт Сабир улы педагогик эшмәкәрлеген 1949 йылда тыуған мәктәбендә математика уҡытыусыһы сифатында башлай. 1950 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының математика-физика факультетына ситтән тороп уҡырға инә, 1955 йылдан мәктәптә физика уҡыта.
Йәүҙәт Сабир улы уҡыусылары менән “Йәш техник” түңәрәге ойоштора. Балалар физиканы тәрән өйрәнһен өсөн төрлө мәсьәләләр, ҡыҙыҡлы һорауҙар, миҫалдар әҙерләй. Түңәрәктең байтаҡ ағзалары төрлө күргәҙмәләрҙә ҡулдан яһалған моделдәре менән ҡатнаша, лауреат исеменә лайыҡ була. Улар экзаменатор “ВУЗ” тигән прибор уйлап таба, ул бик күп йылдар тоғро хеҙмәт итә (ВУЗ – Вахитов, Усманов, Зарипов тигәнде аңлата). Ә “Теорема Пифагора” тигәне Мәскәүҙә күргәҙмәлә күрһәтелә һәм ыңғай баһалана. Был эштәр тураһында “Физика в школе” журналында яҙып сығалар.
Уның уҡыусылары араһында танылған шәхестәр ҙә бар: профессор Әбүзәр Кәрәм улы Ғәлләмов (УГНТУ-ның элекке ректоры Айрат Минһаж улы Шаммазовтың уҡытыусыһы), Зәйнетдинов А.Н. – Силәбе политехника университеты профессоры, Алмаз Мөжәүир улы Солтанов – Октябрьскийҙағы “АМК Горизонт” фирмаһы директоры.
Дүрт тиҫтәнән ашыу ғүмерен уҡытыуға – балаларға белем биреүгә бағышлаған, бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, маҡтау ҡағыҙҙарына, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән почетлы исемдәргә лайыҡ булған ауылдашым менән таныштырыу оло теләгем ине. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо мәктәптә эшләй, уҡыусыларына физика фәндәре буйынса аң-белем бирә, үҙ эшенә тоғро ҡала.
Йәүҙәт Сабир улы һәм Әсмә Ғәли ҡыҙы биш балаға – алма кеүек 5 ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Шулар араһынан ҡыҙҙары Ләйлә атаһы юлынан китә, тормош иптәше Геннадий Николаевич Абдуллин менән башта Иҫке Гусев, ә унан һуң Иҫке Ҡорос урта мәктәбендә балаларға математика һәм физкультура дәрестәренән белем бирәләр. Ләйлә Йәүҙәт ҡыҙы бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Икенсе ҡыҙҙары Флүзә тормош иптәше Әмирзаһит менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Әлфиә һәм Азат та уның юлына тоғро ҡала: Әлфиә математика, ә Азат физика бүлеген тамамлап, ғаилә традицияһын дауам итә. Әлеге ваҡытта улар араһында 20 уҡытыусы, 2 физика-математика фәндәре профессоры һәм башҡа бик күп тармаҡ эшсәндәре бар. Беҙ улар менән бик ғорурланабыҙ. 20 уҡытыусының бөгөнгө көнгә дөйөм хеҙмәт стажы – 500-ҙән ашыу йыл.
Бына шундай кешеләребеҙ бул-ғанда, Аҡмуллаларыбыҙ күңел түрен-
дә йәшәгәндә, беҙгә бер нисек тә юғалып ҡалырға, наҙанлыҡ менән йәнәшә атларға ярамай. Һәм мин, киләсәк быуындың бер вәкиле, үҙебеҙҙең телебеҙ, тыуған еребеҙ менән ғорурланып йәшәүсе, аң-белемгә ынтылыусы, башҡаларҙы ла ошоға инандырыусы, илебеҙгә кәрәкле, йәмғиәтебеҙгә файҙалы, эҙләнеүсән кешеләр булып үҫербеҙ, тип ышандыра алам. Һүҙемде Аҡмулланың шиғыр юлдары менән тамамлағым килә: