+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Ғинуар 2018, 18:49

Матурлыҡ тыуҙырған Фатима

Өлкәндәр тураһында яҙа башлайым да, күңелгә бер фекер килә: “Эх, уларҙың йәшлек йылдары хәҙерге заманға эләккән булһа”.

Өлкәндәр тураһында яҙа башлайым да, күңелгә бер фекер килә: “Эх, уларҙың йәшлек йылдары хәҙерге заманға эләккән булһа”.

Уларҙың барыһының да тормоштары игеҙәктәр кеүек, бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған, улар инде быуат сигенә килеп еткәндәр. Ҡайһы береһенә – 90, ҡайһыһына 95 йәш.

...95 йәшен билдәләп үтеүсе Фатима Фәттәх ҡыҙы Ниғмәтуллина Исламбахты ауылында ишле, 7 балалы ғаиләлә тыуып үҫә. 5 синыф белемле йәш кенә ҡыҙ башҡа балалар кеүек үк тыуған колхозында хеҙмәт итә.

– Тормошҡа сыҡҡансы магазинда ла һаттым, балалар баҡсаһында ла эшләнем. Иртәнге яҡта магазинда һатһам, төштән һуң ҡараңғы төнгә тиклем баҫыуҙа эшләй инек. Нисек кенә ауыр булмаһын (ул ваҡытта кемгә еңел булғандыр), тормоштан йәм табып йәшәнек. Аулаҡ өйҙәр, киске уйындар. Гармунға ҡушылып йырлай, бейей инек, – тип иҫкә ала үҙ йәшлеген Фатима апай.

Сәйфи Рәхмәтулла улы менән ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Сәйфи ағай тегеү цехы етәксеһе булып хеҙмәт итә. Фатима ханым да, декрет ялынан сыҡҡандан һуң, шунда тегеүсе булып эшкә урынлаша. Алтын ҡуллы ханымдың иңенән эш төшмәй.

– Һөйөнөп эшләнем, – ти ул. Кешеләрҙе матурланым. Бөтә райондан киләләр ине. Ниндәй генә фасон ҡушһалар ҙа, тегеп бирҙем. Иренмәнем, тырышып, бөтә күңелемде биреп эшләнем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фатима апай бик йәшләй яңғыҙ ҡала.

– Тормош рәтләнде тигәндә генә Сәйфием фани донъянан китте. 50 йәшемдә, шулай итеп, тол ҡалдым. Эшем, балаларым менән йыуанып йәшәнем. Тормошомдоң бар йәме улар булды.

Бөгөн Фатима апай ҡыҙы Флариә менән ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә.

– Аллаға шөкөр, балаларым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Вил улым да, Флариә ҡыҙым да йәмғиәттә оло урын алып торҙолар, ҙур кеше булдылар. Хөкүмәткә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәһем килә, бөгөн дә ололап, хөрмәтләп торалар. Байрам һайын ҡотлау-бүләктәренән ҡалдырмайҙар. Беҙгә, өлкәндәргә, күп кәрәк түгел, кес кенә иғтибар ҙа ҙур шатлыҡ, – тип белдерҙе Фатима инәй. – Илдәр тыныс булһын, һуғыштар булмаһын. Ейән-бүләсәләремә аслыҡ-яланғаслыҡ афәтен күрергә яҙмаһын.

Фатима апайҙы оло байрамы менән ҡотларға райондың ветерандар советы рәйесе Нуриәхмәт Маннапов, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ынйы Шафиҡова, Йәрмәкәй ауыл советы ауыл биләмәһе белгесе Римма Зарипова килде. Улар юбилярға сәләмәтлек, тыныс тормош, оҙон ғүмер теләне, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Эйе, кеше күңелендә яҡты йондоҙ ҡабыҙыр өсөн күп кәрәкмәй. Хатта кес кенә иғтибар ҙа уның өсөн мөғжизәгә тиң. Иҫәнлек-һаулыҡ, 100 йәшегеҙҙе лә яҡындарығыҙ араһында, ҡәҙер-хөрмәттә ҡаршы-лауығыҙҙы теләйбеҙ.

Читайте нас: