-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
25 Ғинуар 2018, 18:05

Әсәйем-һөйөклөм!

Әсәй! Ниндәй генә телдә әйтмә, ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы, берҙәй матур, тылсымлы яңғырай. Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ был! Шул һүҙ менән баланың теле асыла.

Әсәй! Ниндәй генә телдә әйтмә, ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы, берҙәй матур, тылсымлы яңғырай. Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ был! Шул һүҙ менән баланың теле асыла.

һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе – әсәй. әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мөләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмай. әсә йөрәге – иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мөхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй, һүрелмәй. Ошо яҙып үткән юлдарымды беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәүсе Фиҙәлиә Ҡаранаеваға бағышлайым. Уның күҙҙәре иң матуры, һүҙе – иң наҙлыһы, ҡулы иң йомшағы, кәңәше иң дөрөҫө…

«Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы – йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бейек, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер», – тип яҙған Сабир Шәрипов та.

Әсәйебеҙ бер ваҡытта ла эшһеҙ тормай. ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны бар ерҙә лә ихтирам итәләр. Күп йылдар ул Матросов совхозының үҙәк ашханаһында, артабан «Тамсылар» балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләне. үҙенең тәмле ризыҡтары менән беҙҙе генә түгел, ә кесеһен дә, олоһон да ҡыуандырҙы. Әсәйем тәмле итеп ҡоймағын да ҡоя, бәлештәрен дә бешерә, күпереп торған икмәк тә һала, ейәндәренә йылы бейәләйҙәрен дә, ойоҡтарын да бәйләй, гөлөн дә үҫтерә. Хәҙер әсәйебеҙ хаҡлы ялда.

Әсәйем өйҙә булмаһа инде, өй ҙә ҡотһоҙ, аш та тәмһеҙ, ҡайнар сәй ҙә һалҡын бөркөп торғандай. Ул ҡайтып инеү менән өй ҙә йәмләнә, йәнләнә. Әсәй – өй йылыһын, уның ҡотон һаҡлаусы изге йән. һаҡлаусы тигәндә инде, Фиҙәлиә әсәйебеҙҙең дә, беҙҙең дә иң ҙур һаҡлаусыбыҙ, яҡлаусыбыҙ – ул әсәйебеҙҙең әсәһе, беҙҙең Хажияфа өләсәйебеҙ. Уға быйыл 92 йәш булды. Үҙенең шундай матур йәшенә ҡарамай, һаман да беҙ тип тырыша. Өләсәйебеҙ –
беҙҙең алтыныбыҙ, байлығыбыҙ. Беҙ инде һеңлем менән сикһеҙ бәхетлебеҙ.

Хәҙер килеп шуға төшөндөк: әсәйҙәрҙең әсәй булыуын, уларҙың һәр көнө оло ҡаһарманлыҡҡа тиң икәнлеген үҙең әсәй булғас ҡына аңлайһың. Беҙ әсәйебеҙгә шул тиклем рәхмәтлебеҙ. Уның өйрәткән эштәре, әйткән һүҙҙәре, биргән кәңәштәре – былар бөтәһе лә бер нимәгә лә тиң түгел. Әсәй, барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәт һиңә!

Читайте нас: