+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
25 Ғинуар 2018, 17:50

«Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Декабрҙә Башҡортостанда «Минең телем – дуҫлыҡ теле» исемле акцияға старт бирелде.

Декабрҙә Башҡортостанда «Минең телем – дуҫлыҡ теле» исемле акцияға старт бирелде. Акция бер юлы бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә үтте. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре.

Сара республикала йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәре тураһында шиғыр һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы, унда теләгән һәр кем ҡатнаша алды, йәш сикләүе булманы. Был саранан беҙҙең район да ситтә ҡалманы. Уны асыу тантанаһы Үҙәк китапханала үтте. Был мәртәбәле сарала районыбыҙҙа йәшәгән шағирҙар, яҙыусылар, музыканттар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.

Тамашасылар алдында үҙҙәренең тыуған ил, туған тел тураһындағы шиғырҙары менән урындағы ша-ғирҙар Флүр Әбдрәҡипов, Рәхилә Биглова, Зыя Латыпов, Андрей Красноженов сығыш яһаны. Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең “Тауҙар” шиғырын районыбыҙҙың күренекле шағиры Нурлан Ғәниев уҡыны. Ә сараның иң йәш ҡатнашыусыһы Алмира Таһирова башҡарыуында Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Был акция бик фәһемле, ваҡытлы ойошторолдо.

Читайте нас: