+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
24 Ғинуар 2018, 12:03

Моң байрамы илһам таратты

Туймазы ҡалаһында һәүәҫкәр ҡурайсыларҙың 2-се асыҡ “Тылсымлы ҡурай моңо” фестивале үтте.

Туймазы ҡалаһында һәүәҫкәр ҡурайсыларҙың 2-се асыҡ “Тылсымлы ҡурай моңо” фестивале үтте. Фестивалдә барлығы 45 ҡурайсы, 8 ансамбль ҡатнашты, улар республиканың төрлө район һәм ҡалаһынан килгәйне. Ҡурайсылар араһында бәйге түбәндәгесә барҙы: 12 йәшкә тиклемге йәш ҡурайсылар, 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге уйнаусылар, 16 йәштән һәм өлкән йәштәге ҡурайсылар.

Ике көн дауамында барған был сара ваҡытында Туймазы ҡалаһы ысын мәғәнәһендә моңға сорналды, халыҡ серле тауыштан илһам алды тип әйтергә мөмкин. Ысынлап та, 2-се йыл ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, был фестиваль билдәлелек яулай. Һәүәҫкәр ҡурайсылар, алыҫ тип тормай, ашҡынып килеп, Туймазы тамашасыһын ҡыуандырып, баһалама ағзаларын таң ҡалдырып таралыша. Быйылғы алыш шуныһы менән үҙенсәлекле булды – моң байрамында ҡатнашыусылар быға тиклем ишетелмәгән оҙон көйҙәрҙе алып килгән.

– Туймазыларға ҙур рәхмәтемде еткерәм, – тине баһалама рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов. – Сөнки “Оҙон көй” йыр конкурсын күтәреп алып, төбәк-ара кимәленә сығарҙығыҙ, әле “Тылсымлы ҡурай моңо” фестивале йәнә һеҙҙә үтә. Был бик оло мәртәбәгә лайыҡ. Һәүәҫкәр ҡурайсылар араһында йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Улар бығаса ишетелмәгән көйҙө, моңдо өйрәнә икән, тимәк, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге бар тигән һүҙ, – тип тамамланы һүҙен Башҡортостандың халыҡ артисы, тулҡынланып.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры А. Әлибәков, тамашасыларҙы сәләмләп, Туймазы районының муниципаль район Хакимиәт башлығы урынбаҫары С. По-
доприхинға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе А. Рәх-мәтуллин, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы В. Йылҡыбаев, Туймазы ҡалаһы музыка мәктәбе директоры, беренсе республика Ҡурай байрамы еңеүсеһе Р. Әбсәләмов, республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Э.Әхмәтйәновалар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, төрлө номинацияларҙа ҡурайсыларға дипломдар, рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Бер бала ла, ҡурайсы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы: һәр йәш категорияһы буйынса гран-при һәм номинанттар билдәләнде. Бөрйән районынан килгән 80 йәшлек Дәүләтбай Рәхмәтуллин (фотола уңда) иң өлкән йәштәге ҡурайсылар араһында еңеүсе тип табылһа, кесе йәштәге сығыш яһаусыларҙан иһә 12 йәшлек Туймазы егете Радмир Ғүмәров гран-приға эйә булды. Дәртле лә, батыр ҙа ҡурайсы егеттәр араһында был серле моң ҡоралында уйнаусы ҡыҙҙар ҙа бар ине. Туймазы музыка мәктәбендә шөғөлләнеүсе Рената Ҡаһарманова дипломант исемен алып ҡыуанды. 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ансамблдәре араһында Туймазы өлгөлө “Хазина” ансамбле (етәксеһе Р.Әбсәләмов) 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Һәр бүләкләүҙән һуң моңло ла, дәртле лә йыр-бейеүҙәрҙән торған (“Сәфәр” өлгөлө балалар бейеү коллективы, “Арлекино”, “Грация”, “Вдохновение” хореография коллективтары) сағыу сығыштар һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә ҡурайҙы тергеҙеүҙе, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен һаҡлау һәм талантлы ҡурайсыларҙы асыҡлау, балаларҙы, йәштәрҙе сәнғәттең был төрөнә ылыҡтырыуҙы күҙ уңында тотҡан был мәртәбәле сара юғары кимәлдә үтте. Икенсе йыл ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, уға ныҡлы нигеҙ һалынды тип билдәләне килгән ҡунаҡтар. тамашасылар ҙа киләһе көндәргә дәрт-дарман, илһам алып таралды моң байрамынан.

Читайте нас: