+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
24 Ғинуар 2018, 12:02

Афарин, Валерия!

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының кесе залында Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһындағы хәйриә фонды гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының кесе залында Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһындағы хәйриә фонды гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Грант һәм премия алыусылар концерт менән сығыш яһаны.

Быйыл төбәктән дүрт йәш кеше үҙенең һәләте һәм тырышлығы менән грант яуланы. Улар араһында Туймазы музыка мәктәбе уҡыусыһы, йырсы Валерия Назарова (фотола) ла бар. Ул был сарала «Таштуғай» йыры менән сығыш яһаны. Валерияға артабан да ижади уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ! Боронғо йырҙарҙы яратыусылар, таратыусылар булғанда, халыҡ йыры мәңге яңғырар, онотолмаҫ! «Бына инде нисәнсе быуын XXI быуат классика музыкаһы йондоҙҙары үҙҙәре тураһында ғорурлыҡ менән «Владимир Спиваков фонды стипендиаты» тип яҙа, ә фондтың исеме Рәсәйҙә мәҙәниәт һәм мәрхәмәтлелек билдәһенә әйләнде. Был исемлеккә Башҡортостан Республикаһынан тағы күберәк таланттарҙың фамилияһы яҙылыу үтә мөһим» – тип билдәләне фонд директоры, билдәле Рәсәй кларнетсыһы Артур Нәзиуллин.

Аҡсалата бүләктән тыш, еңеүселәр ҡыҙыҡлы ижади проекттарҙа ҡат-нашыуға саҡырыу алды. Ул – 2018 йылдың апрелендә Өфөлә уҙасаҡ Владимир Спи-ваковтың Башҡортостандағы фонды ака-демияһы, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды менән ойошторолған «Мәскәү дуҫтарын йыя» XV халыҡ-ара фестивале, Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда Халыҡ-ара хәйриә фондының абонемент концерттары һәм башҡа мөһим бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара проекттары.

Читайте нас: