Яңы урында булыу һәр саҡ ҡыҙыҡ, мажара. Иҫке питомниктан мультимедиалы паркка тиклем – быйыл көҙ Балалар-үҫмерҙәр ижад йорто уҡыусыларының сәйәхәт даирәһе был.
Беренсеһе Октябрьскийҙа, икен-сеһе Өфөлә урынлашҡан. Ҡалаға һыйынып ултырған Московкалағы питомник үҙ ғүмерендә күп кенә кешене ҡабул иткән, әммә бындай йәш һәм тиктормаҫтарҙы – моғайын, тәү тапҡырҙыр. Улар бында нимәлер һайлап һәм һатып алыу өсөн түгел, ижад маҡсатында килгән. Уларҙың бурысы – иң сағыу үҫемлектәрҙе, тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрөү, ҡыҙыҡ ракурстар табыу һәм эштәрен Республика көнөнә бағышланған "Мөғжизәле тыуған төйәк, ер байлығы хазинаһы" йыйыны сиктәрендә үткән фотобәйгегә ебәреү. Шулай булғас, был ябай сәфәр генә түгел, көсөргәнешле эш тә булған. Һуңынан был фотолар Балалар-үҫмерҙәр ижад йорто йыйыны күркенә әүерелде. Ҡунаҡтар дендропаркты һанлы быуын тип йөрөтөлгән үҫмерҙәр күҙлегенән күрҙе. Фотоһүрәттәре йөкмәткеле, матур, алсаҡ килеп сыҡҡан – уйҙырма донъяның кеше мейеһенә һәм психикаһына тиҫкәре йоғонтоһо тураһында нимә генә һөйләһәләр ҙә.
Балалар-үҫмерҙәр ижад йортонда был йыйын 12-се йыл рәттән уҙа. Йыйын – аралашыу, танышыу, төрлө ярыштар, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, фекер алышыу һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү ул. Алып барыусы Нәжибә Ильясова 2017 йылғы йыйында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән таныштырып үтте. Балалар янына ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Фәррәхов килде. 2017 йыл – республикала һәм илебеҙҙә Экология йылы, ҡыҙҙар һәм малайҙар беренсе тапҡыр декоратив үҫемлектәр питомнигын ҡараны, Шамил Ғизәр улы уға нигеҙ һалыусылар, ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне. Альберт Мирза улының тормош иптәше – Сәфинә Рахманҡулова ижад йорто коллективына иренең шәхесенә, уның хеҙмәт емеше – дендропаркка ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, ҡала урамдарында, скверҙарҙағы үҫентеләрҙе һаҡларға өндәне. Ул ижад йортона ике сантиметрлы "сирәмдән" торған кес кенә газонға оҡшаш тартмасыҡ бүләк итте. Егерме йылдан һуң был тотош сауыр урманына әүереләсәк. Ваҡыт һәм бик күп хеҙмәт талап итә был.
Был Пионерҙар йортона, хәҙер иһә Балалар-үҫмерҙәр ижад йортона нисә быуын октябрьскийлылар йөрөгән!
Бында шул уҡ стеналар, шул уҡ залдар, шул уҡ ижад мөхите, тик бәйге-ләр генә башҡа. Зирәктәр турнирын дүрт бүлек әҙерләгән (нигеҙ белеме
һәм үҫеш, театр һәм музыка, ҡуллан-ма ижад һәм экология, ғәҙәттән тыш мәғариф). Дүрт команда үҙ ырыу атамаһын ҡысҡырҙы. Бөрйән ырыуы: ораны – "байсунғар", изге ағасы – имән, ҡошо – бөркөт, тамғаһы – уҡ рәүешендә. Айлы ырыуы: ораны – "салауат", ағасы – тирәк, ҡошо – аҡҡош, тамғаһы – ярым ай. Тамъян ырыуы: ораны – "тутыя", ағасы – нарат, ҡошо – ыласын, тамғаһы – даға. Мең ырыуы: ораны – "алас", ағасы – ҡайын, ҡошо – ҡарсыға, тамғаһы – ҡош ҡабырғаһы. Боронғо тарихи атрибуттар тураһындағы белемдәр менән ҡоралланып, ҡыҙҙар һәм егеттәр республика тәбиғи парктары тураһындағы белемдәрен дә күрһәтергә тейеш ине: Ҡандракүл, Асылыкүл, Ирәмәл, Мораҙым тар-лауығы. Бурыстары – өс минут эсен-дә ошо биремдәрҙе үтә. Сетерекле һо-рауҙар күп булһа ла, командаларҙың әҙерлеге юғары кимәлдә ине. Жюри алдынғы командаларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы, ә еңеүсе диплом һәм күсмә "Алтын бал ҡорто-2017" кубогы менән иң етеҙ һәм теүәл Айлы ырыуы бүләкләнде.
Бәйге – етди, яуаплы эш. Ҡала һәм республика бәйгеләре лауреаты Радмила Исламованың (18-се мәктәп, "Апайым өсөн сәскә" йыры), халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты – Заһиҙа Бәхтиәрова ("Шишмә буйында" башҡорт бейеүе), ҡала һәм республика бәйгеләре лауреаты – "Стэлс" вокал ансамбле ("Взгляните на эту Землю с высоты" йыры) сығыштары был байрамға тағы ла бер йәм өҫтәне.
киңлек һәм ваҡытҡа сәйәхәт
Өфөлә күптән түгел "Рәсәй – минең тарихым" тип аталған мультимедиалы тарихи парк асылған. Балалар-үҫмерҙәр ижад йорто йыйынында әүҙем ҡатнашыусылар һәм уларҙың етәкселәре ошо мөғжизә донъяһына сәфәр менән бүләкләнде. Әйтергә кәрәк, ҡалала беренселәрҙән! Әлбит-тә, ярты көндә экспозицияның видео-
проекция коллажын һәм стендтар-ҙағы бер өлөшөн генә ҡарай алдылар.
Әммә шул да көслө тәьҫир ҡалдырҙы.
Шулай булмай ни: арҙаҡлы ваҡиғаларҙың компьютер ярҙа-мындағы реконструкциялары, ҡош бейеклегенән йәки эстән тарихи урындарҙы күреү мөмкинлеге. Иң мөһиме – үҙеңде шунда ҡатнашыусы итеп тойоу. Төймәгә баҫаһың – һинең алда ысынбарлыҡта бер ҡасан да булмаясаҡ донъя. Ҡыҫҡаһы, хыял тормошҡа аша, осҡос келәм дә кәрәкмәй. Балалар быны уйын проекты кеүек ҡабул итә, әммә ысынбарлыҡта бында етди мәғариф программаһы күҙаллана, бик күп мәғлүмәт.
Бындай парктар Рәсәйҙең башҡа ҙур ҡалаларында ла асыла, әммә Өфөләгенең үҙенсәлеге шунда: Рәсәй тарихы Башҡортостандыҡы менән үрелеп бара. Уҡыусыларға бигерәк тә Өфө кремленең ЗД-күсермәһе, төбәгебеҙҙең тәбиғи байлыҡтары тураһындағы тылсымлы мультимедиа китабы оҡшаны. Дөрөҫөн әйткәндә, өлкәндәр ҙә ҡәнәғәт. Тимәк, мультимедиапаркка юл асыҡ. Киңлек һәм ваҡыт эсендә сәйәхәт итәсәкбеҙ.