+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
21 Декабрь 2017, 14:02

Радмир Ғүмәров – Башҡортостан Башлығы стипендияһы эйәһе

Республикала ошо исемгә лайыҡ булған йөҙләгән уҡыусы араһында Туймазынан ҡурайсы егет тә бар!

Республикала ошо исемгә лайыҡ булған йөҙләгән уҡыусы араһында Туймазынан ҡурайсы егет тә бар!
Ошо көндәрҙә Баш-ҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ бул-ған һәләтле 100 мәктәп балаһының исемдәре бил-дәле булды. Яҡшы уҡыған, спортта, ижадта юғары күрһәткестәргә ирешкән өсөн улар ай һайын 700 һум стипендия аласаҡ. 1-се ин-тернат-мәктәптең 12 йәшлек уҡыусыһы Радмир Ғүмәров (фотола) – республиканың бер йөҙ һәләтле уҡыусыһының береһе.
Был дәрәжәле бүләк – уның музыка өлкәһендәге уңыштары һөҙөмтәһе: бына дүртенсе йыл инде ул Туймазы музыка мәк-тәбендә ҡурай сәнғәтен үҙләштерә.
Тәү ҡарашҡа был аҙ һүҙле, оялсан баланы Бөтә Рәсәй йәки республика бәйгеләре лауреаты һәм дипломанты тип һис тә уйламаҫһың. Әммә уның бер ҡосаҡ дипломдары, маҡтау ҡағыҙҙары киреһен раҫлай.
– Сәхнәлә был үҫмер бөтөнләй икенсе, – ти Туймазы музыка мәктә-бе директоры Рәмзин Әпсәләмов. – Оялсанлығы әллә ҡайҙа юғала, тамашасыларҙы тылсымлы донъяға әйҙәй башлаһа, ул үҙе шул моңдан яралғандай тойола.
Сәхнәгә ҡурҡмай сығыуының серен һораһаң, Радмир шаяртып, яратҡан күлдәгемде сығыш яһаған көндө генә кейәм, ул ярҙам итәлер, ти.
Оҫталыҡ ғәйәт ҙур тырышлыҡ – музыка мәктәбендә һәм өйҙә туҡтауһыҙ уйнау, даими күнегеүҙәр, арымай-талмай шөғөлләнеү һөҙөм-тәһе ул.
Йәш һәләт эйәһенең репертуары, нигеҙҙә, халыҡ әҫәрҙәренән туплана, бәйгеләрҙә уларҙы Радмир яңғыҙы ла, ҡурайсыларҙың “Хазина” халыҡ ансамбленә (етәксеһе Рәмзин Әпсәләмов) ҡушылып та уйнай.
Күптән түгел Радмир тағын бер халыҡ уйын ҡоралы – ҡубыҙҙа уйнарға өйрәнә башлаған һәм “Сәфәр” хореография бейеү ансамбленә йөрөргә хыяллана. Ижад байтаҡ ваҡыт талап итеүгә ҡарамаҫтан, һәләтле үҫмерҙең көндәлеген фәҡәт яҡшы билдәләр генә биҙәй. Афарин, Радмир!
Читайте нас: