+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
20 Декабрь 2017, 12:57

Көсөбөҙ – берҙәмлектә!

4 ноябрь – дәүләт байрамы. Ул тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм уларҙың мәҙәниәтен берләштергән илдә йәшәйбеҙ.

4 ноябрь – дәүләт байрамы. Ул тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм уларҙың мәҙәниәтен берләштергән илдә йәшәйбеҙ.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең берләшеүе, бер үк ер, тарих, Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара миһырбанлыҡ, аңлашыусанлыҡ кеүек төшөнсәләр-ҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул. Берҙәмлек тойғоһо, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ, уның киләсәктә сәскә атыуына бар тырышлыҡты һалыу беҙҙе берләштерә. Оло байрам айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан ойошторолған Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған ҙур сара үтте. Һәм, әлбиттә, беҙҙең Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә был саранан ситтә ҡалманы. Беҙ Мең ырыуы башҡорттарының ҡул эш-тәре һәм аш-һыуҙары күргәҙмәһен ойошторҙоҡ.

Байрам “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда митингынан башланып китте. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов йыйылған халыҡты сәләмләп, байрам менән ҡотланы.

“Ниндәй генә байрамды алһаң да, ул кәйефтәрҙе күтәреп ебәрә. Әммә бөгөнгө байрам ҙур әһәмиәткә эйә – халыҡтар берҙәмлеге көнө был. Сөнки беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә! Ватаныбыҙҙың ҡеүәтләнеүе, сәскә атыуы, дәүләтебеҙҙең нығыныуы хаҡына илебеҙ халыҡтарының берләшеүен асыҡ сағылдыра. Рә-сәй халҡын берләштереүсе рухи ҡиммәттәргә таяныу, Ватаныбыҙ
тарихына ихтирам, илебеҙ мән-фәғәтенә хеҙмәт итеү ауырлыҡтар-ҙы еңеп һәм алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығырға ярҙам итә. Бөгөн беҙҙең төбәк илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль өлкәне юғары кимәлгә күтәреү, именлектә, берҙәмлектә эшләү һәм йәшәү өсөн барыһын да эшләй,” – тине Рөстәм Зәки улы.

Тантаналы саранан һуң йыйылыусылар халыҡ шөғөлдәре, балаларҙың “Беҙ дуҫлыҡ менән көслө” рәсем конкурсы күргәҙмәһе менән танышты, “Дуҫлыҡ ағасы”на таҫмалар бәйләне.

Байрам концерты Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле Урал Иҙелбаевтың “Легенда” әҫәре буйынса эшләнгән “Дуҫлыҡ ағасы” тигән музыкаль-хореографик компози-цияһы менән башланып китте. Шулай уҡ тамашала үҙешмәкәр коллективтар, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бейеү театрының “Сәрби” эстрада-фольклор төркөмө, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореографик колледж уҡыусылары, “Кобзарь” украин халыҡ йырҙары хоры, “Шатлыҡ” бейеү ансамбле, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө коллективтары сығыш яһаны.

Читайте нас: