Валерий сценарийҙарҙы үҙе яҙа, режиссёр, алып барыусы сифатында ла сығыш яһай. Йыш ҡына авторҙың фильмдарында үҙе яҙған шиғырҙар һәм йырҙар яңғырай. Ул 2007 йылғы Бөтә Рәсәй "Рәсәй. Ҙур һәм күп милләтле" сценарийҙар конкурсы лауреаты. "Ҡасыуға һәләт" китабы авторы. Уның ҡаҙаныштары иҫәбендә документаль, үҙенең сценарийы буйынса төшөрөлгән "Аҡ болан мүге" нәфис фильмы ла бар (проекттың етәксеһе режиссёр һәм актёр Владимир Меньшов). 2014 йылда "Аҡ болан мүге" Мәскәү халыҡ-ара кино фестивалендә тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды, 2015 йылда ХХI Лос-Анджелес кино фестивале баһалама ағзалары тарафынан билдәләнгән, төрлө кинофорумдарында 70-тән артыҡ бүләккә эйә булған, шулай уҡ "Оскар"ға тәҡдим ителгән.
Октябрьскийҙа беҙ яңы документаль "Һүҙ Бородино икмәге тураһында" фильмын ҡараныҡ.
...Икмәкте монастырҙа бешерәләр. Бородино алышында һәләк булған генерал Тучковтың тол ҡатыны етәкселегендә башҡарыла был эш. Ул ире һәләк булған урында бәләкәй сиркәү төҙөтә. Был сүпрәһеҙ, ҡайнар һыуға баҫып бешерелгән икмәкте монастырҙа уйлап табалар һәм бөгөн дә әҙерләйҙәр. Әпәй өҫтөнә монахинялар Бородино янынан йыйып киптергән үләндәрҙе һибә. Революциянан һуң аҙыҡ-түлек мәсьәләләре менән шөғөлләнгән нарком Анастас Микоян был икмәкте сәнәғәткә кертергә була. Бешереү ысулын үҙгәртәләр – сүпрәгә баҫа башлайҙар, өҫтөнә кориандр орлоғо һибәләр, ул эре йәҙрәне хәтерләтә. Фильмды ҡарағандан һуң күптәр яратып өлгөргән икмәк тураһында фекер алышыу булды. Белгестәр Мәскәүҙә, Һамарҙа ысын "Бородино" икмәге һатылыуын, Октябрьскийҙа иһә уның тәме башҡа төрлө булыуын әйтте.
Фильмдың сюжетын һөйләп биреү ауыр түгел, әммә ундағы мөхит, кешеләрҙең һәләтен тасуирлап биреү мөмкин түгел, сөнки документтарға нигеҙләнгән фильм асылда ҡатмарлы конструкция менән айырыла, ҡыҫҡа, шуға күрә йөкмәткеле лә. Ғөмүмән, беҙ экран ваҡыты менән кисергән егерме минутлыҡ ғүмер был. Сөнки "Көҙгө имән урманы" – кино, тормош, мөхәббәт тураһындағы тарих. Күптән түгел "Культура" каналы буйынса 60-сы йылдарҙа төшөрөлгән "Яратырға..." фильмы булды, уны режиссёрҙың үлеме айҡанлы күрһәттеләр, күрәһең. Фильм дүрт новелланан тора, береһе – "Көҙгө имән урманы" – Юрий Казаков һөйләгәндәре буйынса төшөрөлгән. Төп ҡатын-ҡыҙ ролен йәш, иҫ киткес Светлана Светличная башҡара. Ул ваҡытта фильмды кинотеатрҙарҙа һәм телевидениела күмәк күрһәтергә рөхсәт итмәйҙәр. Ошо ғүмер дауамында Светлана үҙенең ысынбарлыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙы – Марина Литвинованы уйнауын белмәй. Ул инглиз теленән тәржемәсе, Лингвистика университеты профессоры, арҙаҡлы Шекспир әҫәрҙәре белгесе, Британия бэкондар йәмғиәтенең берҙән-бер ғәмәлдәге ҡатын-ҡыҙ ағзаһы. Ул ҡеүәтле әҙәби "ауыл прозаһы" ағымына нигеҙ һалыусы булараҡ танылған совет яҙыусыһы Юрий Казаковты ярата. "Көҙгө имән урманы" – уларҙың мөхәббәт тарихы. Үкенескә, Юрий Казаков эсә, уны шул һәләкәткә еткерә. "Яратырға..." фильмы режиссёры ла, актёрҙар ҙа был хаҡта белмәй.
Был тарихты осраҡлы рәүештә Валерий Бакиров эҙләп таба. Ул студент сағынан уҡ Марина Литвинованың ҡыҙы менән дуҫ була, күптән түгел генә һүҙ эйәрә һүҙ сығып, был ваҡиға асыҡлана. Валерий был мәғлүмәтте Израилгә, үлер алдынан һуңғы бер нисә йылын шунда үткәргән режиссёр Михаил Каликка ебәрә һәм ул был хәбәрҙе алырға өлгөргәндер, тип ышана. Хайран ҡалған Светлана Светличная (ул беҙгә күберәк "Бриллиантовая рука" фильмы буйынса таныш) үҙенең ҡаһарманы менән Мәскәү ихатаһында осраша. "Көҙгө имән урманы"... Ике арҙаҡлы ҡатын, ғалимә һәм актриса, ике ҡатмарлы яҙмыш. Ҡыҫҡаһы, Валерий Бакиров тетрәндергес документаль фильм төшөргән. Яҙмыш ошо сюжет ише бүләктәр әҙерләп, ысын оҫтаға ярҙам итә.
Шуға өҫтәп, беҙ "Илселек тыҡырыҡтары тынлығы" фильмын тамаша ҡылдыҡ. Һүҙ Һамар ҡалаһы тураһында бара, һуғыш йылдарында ул СССР-ҙың запас баш ҡалаһы була. Фашистар Мәскәүгә яҡынлашҡас, советтар заманында Куйбышев тип аталған был ҡалаға барлыҡ илселектәр күсерелә. Уларҙы боронғо йорттарға урынлаштыралар. Аҡһаҡалдар төрлө ваҡиғаларҙы хәтерләй. Мәҫәлән, Перл Харборҙы бомбаға тотоуҙары мәғлүм булғас, Америка дипломаттарының япондар менән һуғышыуын. Тарихи һарайҙарҙың алтын менән биҙәлгән йоҡо бүлмәләрендә йоҡлап китә алмауҙарын – ҡандала бимазалай. Шведтарҙың уңышлы урынлашыуы тураһында – уларҙың бинаһы бик таҙа һәм уңайлы була, башҡалар уларҙан көнләшә. Дипломаттар ҙа ябай халыҡ.
Үткәндәрҙе хәтерләткән боронғо йорттар теҙелеп киткән урамдар әле лә һаҡланған. Әммә уларҙың күбеһе ташландыҡ хәлдә, һүтеләсәк. Тәрән тарихлы бик күп ҡалаға хас күңелһеҙ күренеш был.
"Йотоп"та хәҙер күп нимәне ҡарарға була, ләкин һүҙ яҡшы кино тураһында барһа, иң мөһиме, экран ҙурлығын күҙҙә тотоуым. ВНИИГИС-тың Ғилми советы залы – кинотеатр түгел, ләкин телевизор һәм компьютер экранынан ҙурыраҡ. Был бик яҡшы. Режиссёрҙың эргәлә ултырыуы ла, тамашанан һуң аралашыу мөмкинлеге лә яҡшы. Етмәһә, ул яҡташ, Октябрьскийҙан. Һигеҙенсе мәктәпте тамамлаған, "Октябрьский нефтяник" редакцияһында эшләгән, Мәскәүҙә Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыған. Хәҙер яҙа ла, төшөрә лә, сәйәхәт тә итә – ил гиҙә, тарихты айҡай, кеше күңеленең аулаҡ мөйөштәренә күҙ һала.
Валерий Бакиров фильмдары менән генә уртаҡлашып ҡалманы. Ижад кешеһе тирәһендә үҙенсәлекле мөхит тыуа, тын алыуы рәхәт, һөйләшәһе, йылмаяһы, уйлағы килә. Ул илһамландыра. Ошо һәләте өсөн – рәхмәт уға.