+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
15 Ноябрь 2017, 18:38

Кеше яҙмыштары – күңел һағыштары

Минең был яҙмам золом ҡорбанына эләгеүсе Ғабдрафиҡ бабай Яҡупов тураһында. Шәжәрә буйынса II быуында Йосоп ҡарт тора.

Минең был яҙмам золом ҡорбанына эләгеүсе Ғабдрафиҡ бабай Яҡупов тураһында. Шәжәрә буйынса II быуында Йосоп ҡарт тора. Йосоп ҡарттың Ишмөхәмәт, Яҡуп тигән улдары була. Яҡуптың Ғабдрафиҡ, Ғәбделмән, Әптрәхим тигән малайҙары була. Бер туған Ғабдрафиҡ менән Ғәбделмән бер туған апалы-һеңлеле Мәрхәбә менән Мәлләфәгә өйләнә (Мәлләфә минең ҡәйнәм).

Ғабдрафиҡ заманында бик уҡымышлы кеше була. 1914 йылдың 1 мартында муллалыҡҡа уҡып, документ алып ҡайта. Шунан һуң ауыл мәсетендә мөғәллимлек итә башлай. Ауыл кешеләренә Ҡөръән, никах уҡый, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡуша, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға хәстәрләй. Ул мулла ғына булып йөрөмәй, ил тарихын да өйрәтә, стенаһында ил картаһы ла ҡаҙаҡлап ҡуйылған була, өҫтәлендә глобус тора. Ғабдрафиҡтың өҫтәлендә әйләнеп ултыра торған шар бар икән, тип кешеләр уны күрергә инер
булған.

Ул мәғрифәтсе-шағир Аҡмулла менән дә дуҫ булған. Ғабдрафиҡ менән Ғәбделмән тырыш, уңған булғандар. Үҙ ерҙәрендә арыш, һоло, тары, бойҙай сәскәндәр. Дүрт һыйырҙары, һарыҡтары, ер эшкәртеү өсөн бер нисә баш аттары булған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар бер ваҡытта ла хеҙмәтсе тотмаған. Ер эшкәрткәндә, ашлыҡ һуҡҡанда күршеләрен, туғандарын саҡыр-
ған. Ярҙамға сит кеше саҡырылһа, бер ваҡытта ла буш итмәгәндәр, ашлыҡ менән түләгәндәр.

Ғабдрафиҡ менән Ғәбделмәндең ғаиләләре тырышып донъя көткән. Мәрхәбә менән Мәлләфә һыйырҙарын һауып, ҡышҡылыҡҡа май, ҡорот эшләгән, бейәләрен һауып, ҡымыҙ бешкән.

Илдә буталсыҡ башланғас, Ғәбделмән ағаларынан айырылып башҡа сығып, ихатаға йорт һалып инә. Ғәбделмәнде колхоз
хисапсылар курсына уҡырға ебәрә. Уны уңышлы тамамлап ҡайтып, һуғышҡа киткәнсе Ҡаңны-Төркәйҙең “Сын-таш” колхозында бухгалтер булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа, уға һуғыштан әйләнеп ҡайтырға насип булмай.

Ғабдрафиҡ бабайыбыҙ мин мулла ғына түгел, телде, әҙәбиәтте, донъя картаһын аңлатыуҙы ла алып барам, мине һөргөнгә алып китмәҫтәр әле, тип уйлаһа ла, бай, мулла, кулак тип, ғаиләһе менән Себергә һөрәләр. Шулай итеп, улар ҙа золом ҡорбандары була. Өйҙәренән ҡыуып сығарып, бар әйберҙәрен тартып алалар һәм ярлыларға өләшеп бирәләр.

Һөргөндә күпмелер ваҡыттан һуң тикшереүҙәр үткәс, аҡланып, тыуған яҡтарына ҡайтырға рөхсәт алалар.

Келәт-аяҡ ауылына ҡайтып, бәләкәй генә иҫке йортта йәшәйҙәр. Бабайыбыҙ ат ҡараусыһы булып колхозға эшкә инә, әбейебеҙ бейә һауып, ҡымыҙ бешә.

Тыуған яҡтарына ҡайтып, һөйөнөшөп кенә йәшәп ятҡанда, 1939 йылдың август айының бер төнөндә погонлы һалдаттар килеп бабайыбыҙҙы тағы ла алып китә. Ауыл халҡы бер ғәйепһеҙ кешене алып киткәндәренә тағы ла аптырай. Бының сәбәбен был ғаиләнең колхозда тырышып эшләүҙәренән көнләшеп нахаҡ ғәйеп, ялған һүҙ арҡаһында булыуын аңлайҙар.

Мәрхәбә әбейебеҙ ҡабат Ҡаңны-Төркәйгә һауынсы булып ҡайта. Бер туған Закир ағаһында тора. Фермала тырышып эшләп, иген ала. Уны аҡсаға әйләндереп, үҙенең йортон һатып ала. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем шул йортта йәшәй.

Ғабдрафиҡ бабайыбыҙҙан башта хаттар килеп тора. Бер аҙҙан уның бер иптәшенән хат килеп төшә. “Ғабдрафиҡ ныҡ ауырый, аслыҡтан тора алмай. Посылка ебәрегеҙ!” – тип яҙылған була ул хатта. Мәрхәбә әбейебеҙ һәйбәт итеп әҙерләп посылка һала. Күп тә үтмәй, тағы шундай үтенес менән хат килеп төшә. Бөтә туғандар был хәлдән шикләнә. Посылка һалмаҫҡа тигән ҡарарға киләләр. Ялған хаттыр, кемдер берәйһе үҙенә һорап яталыр, тип уйлайҙар. Был хәл 1943 йылдың мартында була.

Шулай итеп, типһә тимер өҙөр-
лөк, эшсән, сабыр, аҡыллы баба-йыбыҙ “кулак” мөһөрө тағылып хәбәрһеҙ юғала, ялған көрәштең ҡорбаны була.

Кемдең бай, мулла булыуын урындағы властар билдәләй. Шуға күрә был исем байҙарға ғына түгел, урта хәллеләргә, хатта ярлыларға ла эләгә.

Башҡортостанда 50 мең кешене ялған ғәйеп табып ҡулға алалар. Уларҙы бер ниндәй судһыҙ атып үлтерәләр, һөргөнгә ебәрәләр. Һөргөндә һәр кем тырышып эшләгән, землянкаларҙа үҙ яйҙарын үҙҙәре күргән. Аҙаҡ бергә ойошоп, урмандан ағас ҡырҡып, бәләкәй генә булһа ла өйҙәр һалып инеп, бер нисә ғаилә бергә йәшәгән.

И.Сталин үлгәндән һуң, 1953 йылдан башлап, төрлө тикшереү-ҙәрҙән һуң бабайыбыҙҙың исеме аҡланды. Был хаҡта гәзит биттәрендә мәҡәләләр баҫылып сыҡты.

Читайте нас: