+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
30 Октябрь 2017, 19:21

Ҡыуаныслы үҙгәрештәр

“Федераль маҡсатлы 2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсаттарында Шаранбаш-Кенәз ауылының бөтә урамдарында һыу үткәреү селтәрен алмаштырасаҡтар.

Һыу булһа – тормош та була...

“Федераль маҡсатлы 2014 – 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсаттарында Шаранбаш-Кенәз ауылының бөтә урамдарында һыу үткәреү селтәрен алмаштырасаҡтар.

– Яңы полиэтилен торбалар һалыу, янғын һүндереү гидранттары һәм һыу алыу колонкалары, ауыл ситендәге урамдарҙа һыйышлыҡтар, насос һәм башҡа йыһаздар ҡуйыу өсөн федераль ҡаҙнанан 13 млн. 300 мең һум аҡса бүленде. Иҫке һыу үткәреү селтәре ныҡ туҙған һәм был кешеләргә күп мәшәҡәт тыуҙырҙы. Эштәрҙе башҡарыу-ға тендерҙы “Плутос” йәмғиәте (Өфө ҡалаһы) отто, Шаранбаш-Кенәз ауылында һыу үткәргес һуҙыу 2017-2018 йылдарҙа дауам итәсәк. әлеге ваҡытта эшселәр Шаран районына килде һәм ошо көндәрҙә эшкә тотондо.

Шаран районы ауылдарының береһендә федераль маҡсат-лы программаны тормошҡа
ашырыу БР Хөкүмәте, Башҡор-тостан Республикаһы Башлығы, муниципаль район Хакимиәте һәм Мичурин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы В. Корочкин ярҙамы һөҙөмтәһендә мөмкин булды, – тине муниципаль район Хакимиәтенең төҙөлөш һәм архитектура бүлеге белгесе Р. Хәбиров.

Читайте нас: