+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
30 Октябрь 2017, 18:51

“Туған телһеҙ беҙ – йырһыҙ, моңһоҙ бер маңҡорт...”

30 августа "Аҡ тирмә" милли- мәҙәни үҙәге башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу һәм туған телдә уҡытыу уңайынан килеп тыуған сетерекле хәл буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе.

30 августа "Аҡ тирмә" милли- мәҙәни үҙәге башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу һәм туған телдә уҡытыу уңайынан килеп тыуған сетерекле хәл буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Йыйында күренекле йәмәғәт ойошмалары, юристар, сәйәсмәндәр, халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙар, мәктәп директорҙары, ғалимдар, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ аңы, күңел ҡушыуы буйынса кем был проблемаға битараф ҡала алмаған һәр кем килгәйне.

Бөгөн халҡыбыҙ телебеҙгә юғалыу ҡурҡынысы янаған һынылыш осоро кисерә. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында күмәкләп, бергә тупланып, ҙур көс була алдыҡ, республикабыҙ үҙаллылыҡ яуланы. Суверенитет һүнеп барған мәҙәниәтебеҙҙе, онотолоп барған телебеҙҙе тергеҙергә һәм үҫтерергә мөмкинлек бирҙе. Әммә хәҙер шарттар ҡырҡа үҙгәрҙе. Тел мәсьәләһе тағы ла киҫкенерәк булып ҡалҡып сыҡты. Яңы уҡыу йылы етди һынау менән башлана: яҡлап сыға алабыҙмы башҡорт телен, юҡмы? Туған телдәрҙе генә түгел, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ла мәғариф өлкәһендәге етәкселек ата-әсәләр ихтыярына ҡалдырҙы.

Ултырышта һүҙ тап ошо турала барҙы.

Төп доклад менән ойошма етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты-ның мәғариф эштәре баш белгесе Рәйсә Күзбәкова сығыш яһаны. Ул башҡорт теленең, Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, дәүләт теле булыуын һәм мәктәптәрҙә уҡыу пландарын төҙөгәндә тәү сиратта ошонан сығып эш итергә кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

Сығыш яһаусы ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт теле сәғәт-
тәре кәмеүе йәһәтенән борсолоу
белдерҙе. Докладсы фекеренсә, туған башҡорт телен өйрәнеүгә бәйле хәүефле хәл өсөн күп осраҡта «Аҡ тирмә» үҙәге ағзалары ла, шулай уҡ министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа яуаплы вазифа-ларҙа эшләгән башҡорт милләтле етәкселәр ҙә яуаплы.

Рәйсә Күзбәкова башҡорт халҡы исеменән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышына дәүләт телдәре тураһында закон ҡабул итеү, шулай уҡ Башҡортостандың «Мәғариф тураһында»ғы законына тейешле төҙәтмәләр индереү үтенесе менән мөрәжәғәт итергә тигән тәҡдим индерҙе. «Башҡортостанда, Татарстандағы кеүек үк, дәүләт телдәре тураһында закон булырға тейеш. Шул рәүешле беҙ башҡорт телен генә түгел, республикалағы башҡа халыҡтарҙың телдәренә лә ярҙам итербеҙ», – тип билдәләне докладсы.

Рәйсә Күзбәкова коллегаларын ата-әсәләр менән тығыҙыраҡ эшләргә саҡырҙы. «Үҙебеҙгә лә халыҡ менән бергә эшләргә кәрәк. Туған телдәрҙе, башҡорт телен уҡытыу яҡлы булған ата-әсәләрҙе берләштереп, республика ата-әсә-ләр комитетын төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Был комитет менән берлек-тә туған телдең роле, башҡорт телен белеүҙең мөһимлеге тураһында лекциялар, әңгәмәләр үткәреү, киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләр баҫтырыу зарур», – тип билдәләне «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рә-йесе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылы-шының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, яҙыусы, уҡытыусы ветеран Мәрйәм Бураҡаева, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡортостан татарҙары конгресы рәйесе Римма Үтәшева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡалар докладсының төп фекерҙәрен яҡлап сыҡты.

Ҡәҙим Аралбаев үҙенең сығы-шында: “Башҡорт теле – ул бөйөк Урал батыр теле, ҡаһарман һәм сә-сән Салауат Юлаев теле. Башҡорт халҡының юлбашсыһы һәм донъя кимәлендәге ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди теле. Туған телһеҙ беҙ – йырһыҙ, моңһоҙ бер маңҡорт, тарихи хәтерен юйған әҙәм генә ни бары. Туған телебеҙ бөтһә, халҡыбыҙ ҙа бөтә – шуны онотмайыҡ, аңһыҙлыҡ күрһәтмәйек, милләттәштәр!” – тип залда ултырыусыларға мөрәжәғәт итте.

Читайте нас: