+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
23 Октябрь 2017, 14:24

Йөҙ йыл элек булған ваҡиғалар

Һандар һәм иҫтәлекле көндәр тылсымы: Яңы йыл, Еңеү көнө, күп һанлы төрлө иҫтәлекле ваҡиғалар... Шул иҫәптән 1917 йыл – бер аҙ онотолған булһа ла, беҙҙең өсөн мөһим, түңәрәк, бөйөк һәм ҡот осҡос дата.

Һандар һәм иҫтәлекле көндәр тылсымы: Яңы йыл,

Еңеү көнө, күп һанлы төрлө иҫтәлекле ваҡиғалар... Шул иҫәптән 1917 йыл – бер аҙ онотолған булһа ла, беҙҙең

өсөн мөһим, түңәрәк, бөйөк

һәм ҡот осҡос дата.


Машиналар һәм

сәйәсмәндәр һуғышы

...Беренсе донъя һуғышы бара, уны “машиналар һуғышы” тип тә атай-ҙар. Унда беҙ, Рәсәй халҡы, европалылар, американдар һәм, негрҙарҙы һәм алыҫ австралиялыларҙы индереп, башҡалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Сәйәсмәндәр кәмендә 50 млн. кешене йәлеп итте.

1917 йылда “Ваҡытлы хөкүмәт хәбәрҙәре”ндә Рәсәй дәүләтенә тоғро хеҙмәткә ант тексы баҫылып сыға, мосолмандар өсөн уның махсус төрө була һәм ул бына нисек тамамлана: “Ошо антымды изге Ҡөръәнде үбеп нығытам һәм ҡултамғам менән беркетәм”. Һуғыш алдынан Рәсәйҙең регуляр армияһында хеҙмәт иткән төрки-мосолман халҡы вәкилдәре (башҡорт, татар, мишәр һәм типтәрҙәр) байтаҡ иҫәпләнә: түбән дәрәжәлә – 38 мең, офицерҙар (штабс-капитан, поручиктар, подпоручиктар һәм прапорщиктар, полковниктар, подполковниктар капитандар, генералдар) өс йөҙләп кеше. Беренсе донъя һуғышының биш йылы дауамында армияға, тарихсылар фекере буйынса, миллионға яҡын төрки һалдат саҡырыла.

Был һуғышта немецтар берен-
се тапҡыр күптән түгел уйлап
табылған танктарҙы күпләп ҡуллана. Быға тиклем автомобил-дәрҙе лә күргәне булмаған һал-даттарҙың был ғифриттарҙы күреү менән ҡото оса. Тағы ла бер яңылыҡ – авиация һәм ағыулы газ. Тарихсылар яҙа: был һуғыш түгел, был – һуйыш-ҡырылыш. 1917 йылда йәп-йәш килеш һуғышҡа ингән Сәлих олатайым (һуғыш аҙағында барыһын да, хатта үҫмерҙәрҙе лә алалар) һуңыраҡ ҡатыны – өләсәйемә һөйләй: кешеләрҙе яңы ҡоралдан ҡыйраталар, улар салғы менән сапҡан кеүек ҡырыла, иҫән ҡалғандары һуңынан мәйеттәр ме-нән тулы яу ҡырында илап ултыра.

Һуғышыусы донъя тарҡала. Был ҡурҡыныс ваҡиғалар биш йыл дауам итә – 1914 йылдан 1918 йылғаса һуҙыла.

“Һуғыш ҡыры!”

Күптән түгел, Беренсе донъя һуғышының йөҙ йыллығына, ике музей барлыҡҡа килде. Береһе – Петербург эргәһендәге Батша ауылында (Царское Село), икенсеһе Францияла. Беҙ дуҫтарым менән шунда булдыҡ.

Бөйөк һуғыш музейына Париждан ярты сәғәтлек юл. Был урын осраҡлы һайланмаған, әлбиттә: бында “Марна эргәһендәге алыш” тип исемләнгән атаҡлы һуғыш булған.

Мин Марнаны күрҙем. Ҙур булмаған, матур йылға. Беҙҙең Ағиҙелгә оҡшаш. Аҡҡоштар, өйрәктәр йөҙә. Йылға буйында спорт юлдары һалынған, иртән бик күптәр йүгерергә сыға, киске яҡта һауа һулайҙар, сәләмәтлектәрен ҡайғырталар. Ҡайһы берәүҙәр хәҙер бик һирәк телевизор ҡарауын, көндәлек яңылыҡтарҙан күрһәтелгән һуғыш-ҡан ҡойош күренештәре менән кәйефтәрен ҡырырға теләмәүен белдерә.

Символик образ тураһында һүҙ барһа, һуғыш минең өсөн йә Триумфаль арка, йә торба рәүешендә кәүҙәләнә. Архитекторҙар Франция музейын бер үк ваҡытта тантаналы ла, бөйөк тә итеп яһаған. Алыҫтан уҡ ер өҫтөндә эленеп торған ҙур яҫы тартма күҙгә ташлана. Машина ҡуйыу майҙансығынан бина аҫтындағы күләгәле урынға килеп сығаһың һәм көтмәгәндә тоноҡ гөрөлдәү һәм алыҫтан шартлау тауышы ишетелә. Тирә яғыңа ҡарана башлайһың: тояҡ тауышы атыш менән алышына. Артыҡ көслө лә, ҡурҡыныс та түгел, әммә сәйер. Спектакль тип уйлап ҡуйҙым мин. Беҙҙе лифтта залға менеп, кассаға еткәнсе үк шул рәүешле һуғыш мөхитенә йәлеп иттеләр.

Ҡалған бер нисә сәғәт бик тиҙ үтте. Бөтә маршрутты иҫкә төшөрөү ҡатлаулы. Айырым залдар юҡ, бер күренеш икенсеһе менән алышына, иҙәндә, стеналарҙа, түшәмдә ниндәйҙер ваҡиғалар бара, карталар, тәбиғәт күренештәре, ҡала, вокзалдар күренеп ҡала; бар ерҙә ысын фотоһүрәттәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ҡорал, ҙур-ҙур макеттар.

Эрц-герцог Фердинандты үлте-реү мәленән башлап – ҡалалар һәм барлыҡ ҡитғалар буйынса һуғышҡа күтәрелергә саҡырыу-өндәүгә тиклем, барыһы ла ысын кеүек. Славян, француз, итальян ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәрен һуғышҡа оҙата: күҙҙәрендә сараһыҙлыҡ, әммә ирендәрендә йылмайыу, ирҙәре лә һуғыштың тиҙҙән тамамланасағы-на, еңәсәктәренә ышана, кәйефтәре көр. Барыһы ла еңәсәк.

Көтмәгәндә соҡорҙан сығып килгән танкка барып төртөләһең, залда уның тубы ғына күренә. Һиҫкәнеп, артҡа сигенәһең, ирекһеҙҙән өҫкә күҙ ташлайһың, ә унда һоро-йәшел
самолёт беҙҙең өҫкә килә, уны ҡанаттары өсөн “этажерка” тип атайҙар. Башҡа кешеләргә эйәреп тар ғына ишеккә боролаһың. Унан ҙур залға килеп сығаһың. Беҙ траншеяла: баш ҡалҡытмалы түгел, өҫтә утҡа тоталар. Алыш ахырынаса шунда ҡалабыҙ, тынлыҡ урынлашҡас ҡына сығабыҙ. Эргәлә һалдаттарҙың үле кәүҙәләре, ботаҡ-тары һынған ағастар.

Күпме ҡорал! “Максим”ға оҡшаш пулемёт ҡына таныш. Форма буйынса махсус автомобилдәр – юл дилижанстарын хәтерләтә, шул иҫәптән күгәрсен оялары менән: күгәрсендәр – күсмә элемтә сараһы. Һуғышҡа ингән илдәрҙең ҙур линкорҙары, макеттарҙа кескәй өлөштәре лә сағылдырылған рубкалар, капитан баҫмалары, палуба ҡоралы... Фото һәм видео күренештәрҙә – немец, инглиз, Америка һалдаттары кейемдәре (матроскаларҙың фасондары төрлө-төрлө, американдарҙы-ҡы иң ҡулайы), диңгеҙселәрҙең йөҙҙәре, шартлау, корабтарҙың төпкә китеүе...

Артабан – ер, пехота, балсыҡ тултырылған тоҡсайҙар менән нығытылған блиндаждар, траншеялар, бысраҡ, санитар машиналары. Госпиталдәр, оҙон аҡ алъяпҡыстар кейгән шәфҡәт туташтары, операция бүлмәһендәге кәштәләрҙә – ырғаҡтар, ҡырғыстар, борғостар, протездар – аяҡ-ҡулдарын юғалтыусылар өсөн. Ҡыр кухнялары, фирма стакандары. Һәм, ниһайәт, бар ерҙә алышыусы кешеләр. Тәбиғи үлсәмдәге скульптуралар, һуғышыусы илдәр армияларының тотош отрядтары, һәр ҡайһыһы айырым быяла бинала. Ҡайһы берҙәре быяла эсенән сығып килә йәки сыҡҡан, улары аҡ һәйкәлдәргә әүерелгән.

Һуғыш яңылыҡтарын бик йыш хәрби ваҡиғалар театры тип атайҙар, юғиһә театрҙан бында фа-жиғәле күренештәр генә барҙыр, бәл-ки. Марналағы интерактив музей тәҡдим иткән күренештәр – спектакль түгел. Меңләгән документ, кинохроника, инновациялы компьютер технологиялары – үткәндәрҙе тергеҙеү өсөн барыһы ла урынлы.

“Алла бармы?” –

күргәҙмәләрҙең береһе шулай атала. Фотоһүрәт: ерләү командаһы мәйеттәрҙе йыя. Һәм: “Алла бармы?” – 300000 ир-ат Верден янында был һорауға яуапты бик тиҙ тапты”, – тип яҙылған.

Рәсәй Сербияны яҡлап сыға һәм һуғышҡа йәлеп ителә, был шуның һөҙөмтәһе. Үлтерелгәндәр һәм яраларҙан һәләк булғандар – 643614 кеше. Яраланғандар, контузия алғандар һәм газ менән ағыуланғандар – 2754202. Әсир төшөүселәр һәм хәбәрһеҙ юғалғандар (һуңғылары иҫәбендә үлтерелгәндәре күп) 3638271. Союздаштар ҙа байтаҡ юғалтыу кисергән. Был барыһы ла кешелек донъяһының ижтимағи (бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ), шәфҡәтле (беҙ кеше ашаусы канибалдар түгел) йәмғиәт булыуын кире ҡағырға һәләтле.

Һуғыш музейы, әлбиттә, Эрмитаж да, Лувр да, Версаль да түгел. Улар тарихты, сәнғәтте сағылдыра, ә бында – ысынбарлыҡ. Туптар камиллаштырыла, һалдаттар өсөн уңайлы-
раҡ форма тегелә, әммә тотош алған-
да беҙ телевизорҙан күрергә күнек-кән ҡайнар нөктәләрҙән килгән яңылыҡтар был: йөҙ йыл элек тә һуғышта үлтергәндәр һәм үлгәндәр.

Дуҫтарым бында юҡҡа ғына килмәне. Улар яңы музейға ейән-сәрҙәрен алып килергә ваҡыт түгелме тип уйға ҡалды. Ҡарарҙа-ры: әле иртәрәк.

Нимә әйтергә була? Өләсәйем һәм уның замандаштары әйткәнсә: “Һуғыш ҡына була күрмәһен”. Бөгөн һуғыш йорттарын ҡыйратҡан кешеләрҙе Аллаһы Тәғәлә ҡыҙғанһа ине.

Музейға беҙ күреү, танышыу, та-
нып белеү өсөн йөрөйбөҙ; әммә тәрәнгәрәк тә китергә була – кисерергә. Тормош ҡатлаулы, шуға күрә беҙ, нигеҙҙә, кисерергә яратмайбыҙ, ниңә уны тағы ла ҡатлауландырырға. Икенсе донъя һуғышы музейына бармаҫ инем мин. Сталинград, Тоцкий лагерҙары, Освенцим, Берлин, Бабьи Яр тураһында белгәндәрем дә еткән. Париждағы был музейға ла икенсегә бармаясаҡмын. Беренсеһе хаҡында үкенмәйем. Унан сығып китеү еңел түгел, тормош тәжрибәһе был, ауыр йөк, унан арынырға ла уйламайым.


Р.S. Петербургтағы Һуғыш даны палатаһына барып булманы. Уның Николай I заманында уҡ ойошторолоуын уҡып белдем: Рәсәй империяһының, уның ҡаһармандарының Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуына бағышланған күргәҙмә был. Әммә империя тарҡала, музей әле генә барлыҡҡа килә һәм “Рәсәй Бөйөк һуғышта” тип атала. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың берәйһе унда булып ҡайтҡан йәки барырға йыйына икән, тәьҫораттарын ур-таҡлашһын ине. Бәлки ҡайһы берәүҙәрҙең ғаилә архивында беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарының хаттары, фотолары һаҡланғандыр. Мәҫәлән, РФ Президенты матбуғат хеҙмәте һәм “Парламентская газета” (5 сентябрь һанында) хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Американың атаҡлы режиссёры Оливер Стоун менән әңгәмәһендә олатайы Спиридон Путиндың Бе-
ренсе донъя һуғышында ҡат-нашыуын һәм окоп алыштары ваҡытында уға Австрия һалдаты килеп йәбешеүен хәтерләүен һөйләй. Әммә Президенттың олатайы беренсе булып атырға өлгөрә, австриялы ҡолай. Унан һуң ул һалдаттың иҫән булыуын күреп ҡала, шыуышып барып, дошмандың яраһын бәйләй. Президент Путин һыҙыҡ өҫтөнә алғанса, олатаһы һуңынан дошмандың уға мылтығын төбәүен күрмәһә, беренсе булып атырға йыйынмауын белдерә. Бынан тыш, ҡаршы яҡтағы һалдаттарҙың да ябай эшселәр булыуы тураһында һөйләй.
Читайте нас: