-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
16 Октябрь 2017, 16:15

Яңы китап донъя күрҙе

Ҡыҙғаныс, әммә матур әҙәбиәттең дәрәжәһе кәмей бара. Ләззәтләнеп, уй-хыялдарға сумып, китап уҡыуға ҡарағанда, Интернет селтәрен “гиҙеүҙе” хуп күрә замана кешеһе.

Ҡыҙғаныс, әммә матур әҙәбиәттең дәрәжәһе кәмей бара. Ләззәтләнеп, уй-хыялдарға сумып, китап уҡыуға ҡарағанда, Интернет селтәрен “гиҙеүҙе” хуп күрә замана кешеһе.

Әлфиә Шәйхисламова

Бәхеткә ҡаршы, был хәлде инҡар итеп, үткән аҙнала Туймазы ҡаланың үҙәк балалар китапханаһында төбәгебеҙ ҡәләм тирбәтеүселәре әҫәрҙәре тупланған “Гәлсәр шишмә” исемле китап туйы уҙҙы.


Был күркәм сараға райондың Хакимиәт вәкилдәре, туған тел уҡытыусылары, әҙәбиәт һөйөүселәр, “Алтын башаҡ” берләшмәһе ағзалары, баш ҡаланан бер төркөм яҙыусылар һәм журналистар саҡырылған ине.

– Һуңғы өс-дүрт йыл эсендә әҙәби берләшмәнең абруйы бермә-бер артты. Унда башҡорт, рус, татар телдәрендә ижад иткән 60-лап ағза йөрөй. Әҫәрҙәрҙең сифаты ла һиҙелеп яҡшырҙы. “Гәлсәр шишмә” йыйынтығының донъя күреүе – быға асыҡ бер дәлил. Унда республика кимәлендә танылған шәхестәрҙең дә, яңыраҡ ҡәләм тирбәтә башлаған авторҙарҙың да әҫәрҙәре тупланды. Тиҙҙән “Алтын башаҡ”тың киләһе йылда буласаҡ 85 йыллыҡ юбилейына әҙерлекте башлаясаҡбыҙ, китапты тағын да тулыландырып сығарырға иҫәпләйбеҙ. Ижади уңыштар барығыҙға ла! – тип байрамды асты район Хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илдар Сәлихов.

Тамашасы алдында Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Фәтих Сәйфран, Татарстан яҙыусылар союзы ағзаһы Наилә Миңнеханова, Туймазы драма театры артистары Римма Ключарева, Айрат Солтанов, бард йырҙары яҙыусы Николай Щепотьев, үҙәктәрҙе өҙөрлөк шиғри әҫәр авторҙары Хәкимйән Хәбибуллин, Лилиә Кашапова ижад емештәре менән бүлеште. Ҡандра ауылынан “Рябинушка”, “Дуҫтар” ансамблдәре башҡарыуында, Нәжиә Гәрәева яҙған “Башҡортостан” йыры күңелдәргә хуш килде. Ә алып барыусылар Людмила Войт менән Лилиә Лотфуллина йыйылған халыҡты “алтын башаҡ”сылар менән яҡынданыраҡ таныштырҙы, әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.

Китап туйы бының менән генә тамамланманы. “Ҡыҙыл таң” гәзите баш мөхәррире урынбаҫары, яҡташыбыҙ Резеда Нуретдинова, журналист, “Ленин юлы” гәзитендә эшләгән ваҡытта “Алтын башаҡ”ты етәкләгән Хәлисә Мөхәммәҙиева, яҙыусы-
лар Гөлнур Яҡупова, Тамара һәм Хисмәтул-ла Юлдашевтар, Айгиз Баймөхәмәтов Туймазы ерлегендә яңы китап сығыу уңайынан тамашасыға фекерҙәрен еткерҙе, әҫәрҙәрен уҡып, байрамға сағыу бер йәм өҫтәне.

Район Хакимиәтенең мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәләренә ҡарата иғтибары, район китапхана үҙәгенең сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙамы төбәгебеҙ ҡәләм тирбәтеүселәрен ҡанатландырып, илһамландырып, яңы үрҙәргә әйҙәне.

Читайте нас: