-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
16 Октябрь 2017, 16:18

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Бала саҡ! Йәшлек миҙгелдәре! Матур хәтирәләргә бай булырға тейеш ваҡыт бит ул. Ә бына быуатҡа яҡын элек тыуғандар өсөн ул ҙур ғазаптар менән бәйле.

Бала саҡ! Йәшлек миҙгелдәре! Матур хәтирәләргә бай булырға тейеш ваҡыт бит ул. Ә бына быуатҡа яҡын элек тыуғандар өсөн ул ҙур ғазаптар менән бәйле. Улар уйнап үҫмәгән. Иртә таңдан ҡараңғы төнгәсә тылда хеҙмәт иткән: ҡырҙа эшләгән, урман киҫкән... Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһәләр ҙә уфтанмаған. Һәм бөгөн беҙ улар менән аралашыу бәхетенә эйә. Әгәр ҙә улар булмаһа, кем ул йылдарҙы иҫкә алыр, ысын дөрөҫлөктө һөйләр ине икән.

Әлеге ваҡытта районыбыҙҙа оло юбилейҙарын – 90 йәшен билдәләүсе 90-дан артыҡ кеше йәшәй. Шулай уҡ 100 йәшлектәр һәм быуат сиген уҙыусылар ҙа бишәү.

Ошо көндәрҙә Исламбахты ауылында ғүмер кисереүсе Мөкәрәмә Ғә-лимулла ҡыҙы Шәкүроваға 90 йәш
тулыу айҡанлы Кремлдән ҡотлау хаты ебәргәндәр. Хатты шәхсән тапшырырға хакимиәт вәкилдәре һәм райондың ветерандар советы рәйесе Нуриәхмәт Маннапов килде. Улар Мөкәрәмә апайға хатты, иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы һәм сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ теләне. Хатта илебеҙ Президенты үҙ иленә тоғро хеҙмәт иткәне өсөн ҙур рәхмәт белдергән.

Бөгөн Мөкәрәмә әбей яңғыҙы ғүмер кисерә, әммә ике ейәне, алты бүләсәһе өсөн шатланып йәшәй ул.

Юбилярҙың тормошонда иҫкә алырлыҡ ваҡиғалар күп. Үҙ ғүмерендә ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәгән дә, ниндәй генә ҡаршы-лыҡтарға осрамаған ул. 1927 йылда Бишбүләк районы Вәхит ауылында тыуған.

– Алты балалы, ябай колхозсы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килдем. Ағайым ғәрип, аяҡһыҙ. Атайым һуғышка киткән-дә бишәү инек, ул киткәс, тағы бер һеңлебеҙ тыуҙы. Атай һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Ағай ҙа һуғыш ваҡытында үлеп китте. Атай – ағайҙың, ағай атайҙың үлгәнен белмәйсә, китеп барҙылар, – тип һөйләй юбиляр.

– Нисә синыф белемегеҙ бар? Мәктәптән ҡала, тағын ҡайҙа ла булһа уҡынығыҙмы?

– 9 синыф бөтөрҙөм, башҡаса уҡый алманым. Атай ҙа булмағас, кесе туғандарҙы ҡарарға кәрәк ине. Рус телен белмәү ҙә ҡамасаулағандыр инде.

– Ҡайҙа, кем булып эшләнегеҙ?

– Көн-төн тимәй, ал-ял белмәй, ниндәй эш бар, барыһын да эшләнек: сәсеү ҙә сәстек, ер ҙә эшкәрттек. Икмәкте йыйып фронтҡа ебәрә инек, үҙебеҙгә ашау теймәне тиерлек. Әле бит мин үҙем генә түгел, туғандарым да бар. Улар менән дә бүлешә инек.

– Тормошҡа ҡасан сыҡ-тығыҙ?

– 1947 йылда бер белмәгән ке-шегә, районыбыҙҙың Туҡай ауылына кейәүгә бирҙеләр. Бөтәһе лә яҡшы ине кеүек, ҡыҙым тыуҙы, бейемем дә һәйбәт кеше ине, тик йәшлегем менән хаталанып, яратмаған кеше менән торғансы тип, әсәйемдәр янына ҡайтып киттем. Ике йыл ғына тороп ҡалдыҡ, ҡыҙыбыҙ биш айлыҡ ине. Биш-алты йыл ауылда һауынсы булып эшләнем.

– Беҙҙең яҡтарға, алыҫ саҡ-рымдарҙы яҡын итеп, нисек килеп сыҡтығыҙ?

– 1954 йылда Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылына буласаҡ ирем Ғайса Ғәбделхәйер улы Шәкүров килеп алып китте. Уның апаһы беҙҙең күршелә торған. Әсәләре мине күреп оҡшатҡан да, ҡайтып һөйләгән булған. Ул мине ағаһы менән килеп алды. Уның да икенсегә ғаилә ҡороуы ине, беренсеһе менән балалары булмағас айырылышҡан, беҙҙең дә уртаҡ балабыҙ тыуманы. 59 йыл бергә ғүмер иттек. Башта бригадир булып эшләне, унан һуң йылҡы ҡараусы итеп ҡуйҙылар, тырыш ине, ара-быҙҙан киткәненә лә өс йыл.

Әңгәмәгә Исламбахты ауылы ветерандар советы рәйесе Илдус Минажев та ҡушылды:

– Мөкәрәмә апай – игелекле, изге күңелле, мәрхәмәтле еңгә, тырыш һәм хәстәрлекле тормош иптәше булды. Ярҙам һорап килһәң, бер ҡасан да кире бороп сығарманы. Хеҙмәттә лә һәр ваҡыт алдынғылар иҫәбендә ине. Ауылда уны барыһы ла хөрмәт итә. Мөкәрәмә апай, һеҙҙе юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлап, шуны әйтәһе килә, сә-ләмәтлек, тыныс, ҡайғы-хәсрәтһеҙ оҙон ғүмер һеҙгә. Тағы оҙаҡ йылдар шулай беҙҙе һөйөндөрөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Эйе, тырыш булғас ауылдаштары ла бик ихтирам итә уны, һәр ваҡыт өлгө итеп ҡуя.

– Мөкәрәмә Ғәлимулловна, әйтегеҙ әле, оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?

– Беҙҙең осорғолар үлән менән туҡланып, нығып ҡалған, күрәһең, Был, беренсенән. Икенсенән, хәрә-кәтләнергә кәрәк. Мин сирләйем тип, ҡул ҡаушырып, тәҙрәнән генә ҡарап, моңайып ултырырға яратмайым. Ятып ҡына торһаң, мәңге был йәшкә тиклем йәшәп булмай. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигән бит халыҡ мәҡәле. Аҙ ғына булһа ла хәрәкәтләнергә, эште ташламаҫҡа кәрәк. Мин үҙем кешеләр менән уртаҡ тел табып йәшәнем, шуға күрә ҡартлыҡҡа бирешмәйем. Пенсияға сыҡҡандан һуң да биш-алты йыл эшләнем, сәләмәтлегем генә ҡаҡшап, эштән туҡтарға мәжбүр булдым, күҙҙәрем насарланды.

Был йәшкә тиклем йәшәрмен тип бер ҡасан да уйламаған инем, Алла-ға шөкөр. Ҡыҙым менән кейеүемә ҙур рәхмәт. Улар ҡайтып һәр ваҡыт ярҙам итеп тора, мин дә уларҙа йыш ҡунаҡ булам. Ейәндәрем шатландыра, бүләсәләрем дә, барыһы да ҡайтып йөрөй.

Эйе, өлкәндәргә күп кәрәкмәй, аҙ ғына иғтибар ҙа улар өсөн ҙур шатлыҡ. Улар беҙҙе тырышып үҫтергән кеүек, беҙ ҙә уларға ҙур иғтибар бирергә тейеш. Шуны онотмаһаҡ ине.

Читайте нас: