+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Сентябрь 2017, 11:43

65 йыл Тыуған ил һағында

Полковник Степан Хмельников оло тормош юлы үткән, уға 85 йәш тулды, ғүмеренең 65 йылы Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт һәм эш менән бәйле, уларҙың 36 йылы – хәрби училище курсантынан алып Генераль штаб полковнигына ҡәҙәр фиҙакәр хәрби хеҙмәт.

Полковник Степан Хмельников оло тормош юлы үткән, уға 85 йәш тулды, ғүмеренең 65 йылы Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт һәм эш менән бәйле, уларҙың 36 йылы – хәрби училище курсантынан алып Генераль штаб полковнигына ҡәҙәр фиҙакәр хәрби хеҙмәт.

Ул Бозор ауылында тыуған, шунда ете йыллыҡ мәктәпте, унан һуң Баҡалыла урта мәктәпте тамамлай. Колхозда 2 йыл хисапсы булып эшләп, Орджоникидзе исемендәге Чкаловск зенит-артиллерия учи-лищеһына уҡырға инә.

Степан Петрович хәрби хеҙ-мәтенең яртыһынан күберәген фәнни-тикшеренеүсе вазифаларында үткәрә. Курсант сағында, 1954 йылда, Тоцк полигонында ысын атом бомбаһы ҡулланылған учениелар-ҙа ҡатнаша. Күргәндәрен онотоу ауыр була, яңы ҡорал һыналған майҙандағы бушлыҡ буласаҡ офицерҙың хәтерендә ғүмерлеккә ҡала. Шул саҡта ул үҙе өсөн атом-төш һуғышына юл ҡуйырға ярамай тигән һығымта яһай, был ҡарары артабан офицер хеҙмәтен һайларға этәрә.

Училищены “бик яҡшы”ға тамамлағандан һуң Белоруссия хәрби округында хеҙмәт итә. Танк дивизияһының зенит-артиллерия полкы өлкән офицеры була. Лейтенант званиеһында уға кесе командирҙар әҙерләү буйынса полк мәктәбе начальнигы бурысын үтәүҙе ышанып тапшыралар. 1956 йылда лейтенант С. Хмельников етәкселегендәге мәктәп армияның полк мәктәптәре араһында инспекторҙар тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын яулай.

Хәрби инженер булыу теләге ғәйәт көслө була. 1963 йылда «инженер-баллистик» белгеслеге буйынса Петр Великий исемендәге стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәренең хәрби инженерлыҡ академияһын тамамлай. Мәскәүҙә академияла уҡыған ваҡытта 6 тапҡыр хәрби парадта булыуы ла иғтибарға лайыҡ.

1960 йылда Байконурҙа бортында Белка һәм Стрелка ҡушаматлы эттәр осҡан континент-ара баллистик ракетаны эксперименталь орбитаға сығарыуҙа ҡатнаша.

Академияны тамамлағандан һуң, Степан Петрович фәнни-тикшеренеү полигонында 15 йылдан артыҡ хеҙмәт итә. Ҡоралды һәм һуғыш техникаһын реаль һынау – ҡатмарлы, яуаплы, йыш ҡына хәүефле эш. “Айырыуса хәүефле подразделение ветераны” исеме – Степан Петровичтың ғорурлығы.

Унан һуң инженер, өлкән фәнни хеҙмәткәр, ракеталар полигоны-ның ғилми-тикшеренеү институты лабораторияһы етәксеһе була. Ракета һәм радиолокация системалары һынауҙарын математик иҫәпләп сығарыу һәм һөҙөмтәләрен дөйөмләштереүгә етәкселек итеүе тураһында теләп һөйләй. Бер ниндәй шарттарҙа ла дошмандың үлемесле йөгө үҙ күге асҡысын Ҡораллы көстәргә ышанып тапшырған Тыуған илебеҙ ҡалаларына һәм ауылдарына төшөргә тейеш тү-геллеген аңлай. Һис шикһеҙ, был ҡоралдың һәм хәрби техниканың сифатына, уларҙың ышаныслылығы-на һәм камиллығына бәйле. Тимәк, яуаплылыҡ билдәле бер кимәлдә уға ла бәйле була.

Степан Петрович һуғыш осорона тура килгән бала сағын йыш иҫкә ала. Һуғыш ваҡиғалары беҙҙең төбәктән алыҫта барһа ла, унда йәшәүселәр ауырлыҡтарҙы кәм кисермәй. “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!” лозунгыһы улар өсөн саҡырыу ғына түгел, ә йәшәү мәғәнәһенә әүерелә. Кешеләр үҙҙәре ас булһалар ҙа, өйҙәренә ҡасаҡтарҙы ҡабул итә. Хмельниковтар ғаиләһе Мәскәүҙән ике ейәне – Виталий һәм Валера менән бер әбейҙе һыйындыра. Уларҙың әсәләре Мәскәүҙә эшләргә ҡала. Бер ғаилә булып йәшәйҙәр, барыһы менән дә бүлешәләр, ә бит Хмельниковтарҙың үҙҙәренең 9 балаһы була. “Тик фамилиялары хәтерҙән сыҡҡан, әллә Сафроновтар, әллә Сафоновтар, ҡыҙғаныс, эҙләп тапҡан булыр инем”, – ти ул.

Килгән кешеләр татар телен белмәй, Хмельниковтар ғаиләһендә русса насар һөйләшәләр, әммә бер-береһен аңлайҙар. “Кешеләрҙе күңел берләштерә”, – тип әйтә әсәләре. Был һүҙҙәрҙе ул ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдыра.

Ғилми-тикшеренеү полигондарында Степан Петровичтың өлгө булырҙай хеҙмәте, яңы үрнәктәге ҡорал булдырыу буйынса коллектив эшкә индергән шәхси өлөшө командование тарафынан лайыҡлы баһалана. Полковник Хмельников 25 миҙал, Ҡаһарманлыҡ һәм “Маҡтау билдәһе” ордендары менән бүләкләнә.

1978-1985 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының хәрби тарих институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек етәксеһе булып эшләй. 1985 йылдан Степан Петрович хеҙмәтен генераль штабтың ғилми-тикшеренеү структураларында дауам итә, һәм бында тапшырылған эш өсөн яуаплылығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм ярҙамсыллығы һөҙөмтәһендә етәкселектең дә, коллегаларының да хөрмәтен яулай.

1988 йылда полковник Хмельников запасҡа сыға. Әммә Степан Петрович эшһеҙ тора алмай. Бына 29 йыл инде Рәсәй Генераль штабының һәм Оборона министрлығының хәрби-ғилми комитетында лайыҡ-лы хеҙмәт итә.

Оҙон хеҙмәт йылдарында Хмельников хәрби-ғилми эште ойоштороу тарихын, уның хәҙерге торошон бик яҡшы өйрәнә, шуға күрә һәр ваҡыт файҙалы кәңәше менән ярҙамлашырға әҙер. Советник булып хеҙмәт иткән хәрби-ғилми комитетта уны тәжрибәле остаз һәм күп мәсьәләләр буйынса күләмле мәғлүмәт һаҡлаусы кеше булараҡ беләләр. Йәш коллегалары уны яратып “дядя Степа” тип йөрөтә.

Ул – СССР Ҡораллы көстәре, хәрби-ғилми эш, айырыуса хәүефле подразделениелар ветераны һәм хеҙмәт ветераны.

Күптән түгел Степан Петрович 85 йәшен һәм Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүенең һәм эшләүенең 65 йыллығын билдәләне. РФ Президенты В. Путин уға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы, генераль штаб начальнигы ҡиммәтле бүләк менән ҡотланы.

Ғаиләһе лә күптәргә үрнәк булырлыҡ. Өлкән улы Валерий полковник званиеһында отставкаға китте. Хәҙер хәрби университетта бүлек етәксеһе. Улы Сергей “Роснефть” идараларының береһендә эшләй. Тормош иптәше Клара Сергеевна – БДУ-ның математика факультетын тамамлаған, ракета полигонының иҫәпләүҙәр үҙәгендә программалаусы булып эшләгән, унан һуң Мәскәүҙә Патрис Лумумба исемендәге Халыҡтар дуҫлығы университетында математиканан уҡытҡан.

Бына шундай ул беҙҙең яҡташыбыҙ. С. Хмельников тыуған мәктәбендә йыш була, йәштәргә ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм патриотизм йолаларын тапшыра. Бозор мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы менән ғорурлана.

Читайте нас: