+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
11 Сентябрь 2017, 18:40

Республика Башлығы – Благоварҙа

Августа Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән районыныбыҙҙа булып китте. Республика Башлығы агросәнәғәт комплексы ойошмалары һәм социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты.

Августа Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән районыныбыҙҙа булып китте. Республика Башлығы агросәнәғәт комплексы ойошмалары һәм социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты.

Ҡашҡалаша ауылы янында Рөстәм Зәки улы тоҡомло сусҡалар үрсетеүсе «Өфө селекция-гибрид үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәте баҫыуҙарын ҡараны.

Ивестиция проекты 2012 йылдан алып «Эксима» агросәнәғәт холдингы тарафынан тормошҡа ашырыла. 2016 йылда малсылыҡ комплексы проект ҡеүәтенә сыҡты, дөйөм сусҡалар һаны 24 меңгә еткән. Тоҡомло мал республика хужалыҡтарына үрсетеү һәм ит ризыҡтары етештереү өсөн оҙатыла.

Сифатлы мал аҙығы булдырыу йәһәтенән Өфө селекция-гибрид үҙәге бойҙай һәм арпа үҫтереү менән шөғөлләнә. Ойошма 4,4 мең гектар ерҙе ҡуртымға алған. Яҡын арала 2,7 мең гектарҙа ураҡ эштәре башлана. План буйынса арпаны бер гектар ерҙән 40 центнер, бойҙайҙы – 30 центнер йыйып алыу күҙаллана.

Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, бөгөн баҫыуҙарҙың төп өлөшө ҡый үләндәре менән «сүпләнгән», тулы ҡеүәтле эшкә аграрийҙарҙың 10 проценты ғына әҙер. Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов мәсьәләне ауыл хужалығы эштәрендә техно-
логияларҙы теүәл үтәүсе уңышлы милекселәргә һөҙөмтәһеҙ ҡулла-нылған майҙандарҙы өҫтәмә участкалар рәүешендә бүлеп биреү иҫәбенә хәл итергә тәҡдим итте.

– Ҡулдарынан килгәндәргә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Яҡшы эшләгәндәргә, һис шикһеҙ, мөмкинлектәр биреү зарур.

Өфө һәм Благовар селекция-гибрид үҙәктәре директорҙар советы ағзаһы Елена Климова әйтеүенсә, сусҡа ите етештереү технологияһы ерҙән башлана. Тоҡомло сусҡасылыҡтың уңышы 30 процентҡа малды үрсетеү шарттарына, шул иҫәптән уларҙы нимә менән туҡландырыуға бәйле.

Республика Башлығы ҡатнаш аҙыҡ цехы һәм элеватор эше менән дә танышты. 2016 йылда ғәмәлгә ашырылған проект аҙыҡ-түлек етештергәндә киләһе хәүефһеҙлек сылбырынан тора: мал аҙығы сифатында ҡулланыласаҡ иген эшкәртеү алдынан лабораторияла ентекләп тикшерелә. Заманса ҡорамал бөтә технологияларҙы ла еренә еткереп эшләргә мөмкинлек бирә. Предприятие сусҡалар, һыйыр малы һәм ҡош-ҡорт өсөн 16 төр ҡатнаш аҙыҡ етештерә.

– Бындай заводтар республикаға кәрәк – бер завод ике-өс районға. Был заманса етештереү ысулы, заманса мал аҙығы. Уның һөт сифатына ла тәьҫире ҙур, – тине Рөстәм Хәмитов.

Моиссев ауылында Башҡортос-тан Башлығы һөт продукцияһы етештереүсе «СН-Продукт» асыҡ акционерҙар ойошмаһында булды. 2010 йылда Благовар районында һөт ҡабул итеү бүлегендә һөт эшкәртеү заводы барлыҡҡа килгән. продукция етештереүҙе киңәйтеү һөҙөмтәһендә әҙер продукция һәм һөт эшкәртеү күләме арттырылған. Бөгөн ойошма һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май, йогурттар сығара. Тәүлегенә 35 тоннанан ашыу һөт эшкәртелә. Предприятиела 85 кеше эшләй. Әҙер тауар республика магазин селтәрҙәренә оҙатыла.

Төбәк етәксеһе сәнәғәт бүлмәлә-
рен ҡараны, продукция төрҙәре ме-нән танышты һәм етәкселек менән үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Завод директоры Андрей Чистяков әйтеүенсә, яҡын арала һатыуға «Ауылдағы кеүек» билдәһе аҫтында ризыҡтар сығасаҡ. Ойошма өҫтәлмә һыуытҡыс ҡорамалдарына мохтаж. Уның өсөн тәғәйен бина һәм майҙан күптән билдәле инде.

Языков ауылында республика Башлығы дөйөм белем биреү мәктәбен ҡараны. Бында район үҙәгенән һәм яҡын ауылдарҙан 980 уҡыусы белем ала. Балаларҙы ауылдан алып килер өсөн өс автобус ҡаралған.

Республика Башлығы мәктәптә, өйҙә һәм ялда балаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләренә иғти-
барын арттырыу буйынса әү-ҙем эш алып барыу әһәмиәте хаҡында белдерҙе. Был йәһәттән «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» предметын уҡытыу сифатлы булырға тейеш.

Бинаны ремонтлау мәсьәләһенә килгәндә, төбәк Башлығы белдереүенсә, республика ремонт эштәренә сығымдарҙы йыш бүлә. Уның өсөн кәрәкле документтарҙы әҙерләү талап ителә.

– Район хакимиәте менән берлектә ремонт проекты әҙерләгеҙ. Һеҙҙе планға индерербеҙ. Был маҡсатта аҡса күсерелә, сират һеҙгә лә етер, – тине республика Башлығы.

Самарино ауылы янында Рөстәм Хәмитов «Ҡояшҡай» балалар һауыҡтырыу лагерында булды. Йәй лагеры өс сменала эшләй. Әлеге ваҡытта бында 137 бала ял итә. Лагерҙың хәүефһеҙлеге видеокамералар һәм «махус төймә» аша ла тәьмин ителә.

Төбәк етәксеһе спорт майҙанын ҡараны, ашханаға инеп сыҡты, ял иткән балалар менән аралашты.

Әлеге ваҡытта лагерға модерни-зация талап ителә. Тәү сиратта кор-пустарҙы, юлдарҙы ремонтларға һәм яңы мебель һатып алырға кәрәк.

Киләсәктә балалар ялы үҙен-сәлектәрен дә иҫәпкә аласаҡ үҫеш концепцияһы әҙерләнәсәк. Лагер-ҙарҙы финанслау буйынса дәүләт программаһы булдырыласаҡ.

– Беҙҙә ҡала ситендә урынлашҡан лагерҙарҙа йыл һайын 60 мең бала ял итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был системаны тәртиптә тоторға кәрәк.

Читайте нас: