+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
11 Сентябрь 2017, 18:38

Күмәс-Октябрский-Ҡариҙел

Октябрьский ҡалаһы Башҡорттары ҡоролтайының һәр ултырышы – гел генә ҡыҙыҡлы һөйләшеү, әңгәмә, эҙләнеү ул. Был юлы 8-се мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллина үҙ эше менән таныштырҙы.

Октябрьский ҡалаһы Башҡорттары ҡоролтайының һәр ултырышы – гел генә ҡыҙыҡлы һөйләшеү, әңгәмә, эҙләнеү ул. Был юлы 8-се мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллина үҙ эше менән таныштырҙы. Уның өсөн йәйге каникул ҙур яуаплы саранан башланды. Октябрьскийҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто Ҡариҙел районында республика "Шәжәрә байрамы" халыҡ байрамында ҡатнашты. Уның сиктәрендә "Ғаиләм – ҡәлғәм" ғаилә халыҡ ижады бәйгеһе үтте. Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы ғаиләһе менән Октябрьский ҡалаһын тәҡдим итте.

– Был бәйгелә республика ҡала һәм райондарынан егермеләп ғаилә ҡатнашты, – тип һөйләй Зөлфиә. – Беҙ тамашасы һәм жюри хөкөмөнә дүрт сығыш тәҡдим иттек: "Ғаиләм" – театрлаштырылған тамаша рәүешендә визит карточкаһы, "Ғаилә байрамы" – ғаилә-нәҫел йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре нигеҙендә театрлаштырылған миниатюра, "Бишек йыры" – бишек йырын башҡарыу һәм "Йондоҙ-ғаилә" – концерт сығышы.

8-се мәктәптең ун беренсе синыфын тамамлаған ҡыҙым Зөһрә һәм 22-се мәктәптең туғыҙынсы синыфына күскән улым Азамат бик ныҡ тулҡынланды, тырышты. Халыҡ юҡҡа ғына: "Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын", – тип әйтмәгән. Дуҫтарым ярҙам итте: визит карточкаһын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Морат Солтанов әҙерләште, сценарийҙы Айгөл Әминева төҙөштө. Театрлаштырылған һәм концерт программаһын ҡабатларға-шымартырға "Ынйылар" башҡорт вокал ансамбле ағзалары Рифғәт Ғафаров һәм Дилбәр Фәхретдинова, шулай уҡ 10-сы мәктәп педагогы Рәмүзә Нәбиуллина ярҙам итте.

Мин үҙем сығышым менән Учалы районынан, унда Ирәндек тауы урынлашҡан, ул Күмәс һырты рәүешендә төньяҡҡа дауам итә. Күмәс итәгендә минең тыуған ауылым Ҡорама ултыра. Атайым – Ғәйфулла Иманбай улы Моратшин ғүмере буйы йылҡы ҡараны, ул БАССР-ҙың атҡаҙанған йылҡы көтөүсеһе. Йәй көнө ҡымыҙ бүлексәһен етәкләне, әсәйем Вәлимә Вәли ҡыҙы бейә һауҙы. Бала сағым Ирәндек буйында үтте. Мин уға ғашиҡ инем, мәктәпте тамамлағас, тыуған-үҫкән ерҙән нисек китермен, ҡымыҙһыҙ нисек йәшәрмен, тип илай инем. Бала саҡта үҙем ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндем. Бәйге программаһын төҙөгәндә был иҫәпкә алынды. Беҙ бәпес тыуыуға бәйле йолаға нигеҙләнеп театрлаштырылған миниатюра күрһәттек. Беҙҙең нәҫелдә яҡшы хәбәрҙе барса туғандарға, яҡындарыбыҙға еткереү ғәҙәте бар. Был туғанлыҡты нығыта, берләштерә, ғөмүми ғаилә төшөнсәләренә ҡағыла. Әҙерлек барышында бишек йырҙарын иҫкә төшөрҙөк, концерт номеры сифатында әйтеш – үҙенсәлекле йыр диалогы тәҡдим иттек. Беҙ шулай уҡ үҙ шәжәрәбеҙҙе әҙерләп өҫтәмә балл тупланыҡ.

Ижади уҙыш юғары кимәлдә үтте. Хужалар – ҡариҙеллеләр беҙҙе йылы һәм шат ҡаршыланы. Ғаилә мәсьәләһенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү өсөн яҡшы башланғыс был.

Бәйге йомғаҡтары буйынса беҙҙең ғаилә өсөнсө дәрәжә лауреаты булды. Балаларҙың тәьҫораты: сара бик ҡыҙыҡ булды. Улар ойоштороусыларға рәхмәтле. ҡунаҡтар өсөн бай табын әҙерләнгәйне, унда төрлө-төрлө башҡорт халыҡ аштары бар ине. Ата-бабаларыбыҙ, башҡорт йолалары, ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында яңы мәғлүмәт белдек. Ҡариҙел районының гүзәллеген күрһәгеҙ икән!

Мине был бәйге күп нимә тураһында уйланырға мәжбүр итте. Бындай байрамдар халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙергә һәм һаҡларға ярҙам итә, – ти Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы.

Читайте нас: